Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары тураһында хәстәрлек көнө
Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары хаҡында хәстәрлек көнө[1] — халыҡ-ара ҡомартҡыларҙы һәм тарихи урындарҙы һаҡлау көнөнә арналған йыл һайын үткәрелеүсе бөтә Рәсәй акцияһы, ул 18 апрелдә билдәләнә.
Акция «Мәҙәниәт ирекмәндәре» милли проекты сиктәрендә 2019 йылдан алып үткәрелә һәм Рәсәй мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында «Мәҙәниәт» милли проектына индерелгән[2]
Был көн сиктәрендә өмәләр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм башҡа саралар үткәрелә.
Тасуирламаһы
Маҡсат
Бөтә рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары хаҡында хәстәрлек күреү көнөнөң маҡсаты:
- Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау проблемаһына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү;
- Кешеләрҙе мәҙәни мираҫты һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү;
- Үҙ илеңдең тарихына хөрмәт тәрбиәләү;
- Кешеләрҙе ҡомартҡылар, мәҙәни объекттар һәм уларҙың тарихы менән таныштырыу;
- Реставрация эштәре һәм һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтереү;
Форматы
Был көндө, ғәҙәттә күмәк өмәләр ойошторола. Һәр майҙансыҡта ҡатнашыусыларҙы кәрәкле инвентарь менән тәьмин итеүсе кураторҙар ҡаршы ала. Ҡатнашыусылар территорияны йыйыштырыу, сүп-сар йыйыу һәм башҡа эштәр башҡара. Шулай уҡ ирекмәндәр өсөн Мәҙәни мираҫты реставрациялау һәм һаҡлау буйынса танышыу экскурсиялары, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Шулай уҡ Рәсәй тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған күргәҙмәләр һәм презентациялар ойошторола[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийский день заботы о памятниках истории и культуры. dobro.ru. Добро.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ В рамках дня заботы о памятниках истории и культуры сотрудники Тюменского концертно-театрального объединения выйдут на субботник. tgf.kto72.ru. Тюменское концертно-театральное объединение (12 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ В России стартует День заботы о памятниках истории и культуры. culture.gov.ru. Министерство культуры Российской Федерации (7 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ В России состоится «Всероссийский день заботы о памятниках истории и культуры». portal-kultura.ru. "Газета Культура" (7 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
- ↑ Всероссийский день заботы о памятниках истории и культуры. culture.ru. Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2024.
Әҙәбиәт
- Шишова Алена Павловна. Институт волонтёрства в сфере сохранения культурного наследия // Финансовые рынки и банки. — 2023. — С. 3.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |