Бөтә донъя бал ҡорттары көнө
Бөтә донъя бал ҡорттары көнө — халыҡ-ара байрам, 20 майҙа хәҙерге умартасылыҡҡа нигеҙ һалыусы Антон Яншиҙың (17341773) тыуған көнөндә билдәләнә.
Бөтә донъя бал ҡорттары көнөн үткәреү бал ҡорттарының үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә һәм бал һәм башҡа умартасылыҡ продукттарын (инә ҡорт һөтө, бал ҡорто балауыҙы, прополис һ.б.) алыуҙа ҙур роль уйнауына иғтибарҙы йәлеп итә.
20 майҙа Бал ҡорттары көнөн билдәләргә тип Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына Словения тәҡдим итә. Был тәҡдим 2017 йылдың 20 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан бер тауыштан хуплана.
2018 йылда Словенияла баҫтырылған 2 евро номиналындағы иҫтәлекле тәңкә Бөтә донъя бал ҡорттары көнөнә арналған.
Һылтанмалар
- Официальный сайт
- О празднике на сайте ООН
- Первый Всемирный день пчел отметили 20 мая 2018 года // Журнал «Сельскохозяйственные Вести». 21.05.2018
Видеоматериалlfh