Бөтә донъя велосипед көнө
Бөтә донъя велосипед көнө | |
---|---|
Ҡабул ителгән | 2018 йылдың апреле |
Дата | 3 июнь |
Бәйле | сәләмәт йәшәү рәүеше |
Бөтә донъя велосипед көнө — БМО тарафынан 2018 йылдың апрелендә раҫлана, универсаль транспорт сараһын байрам итеү көнө итеп 3 июнь билдәләнә. БМО резолюцияһында «ике быуаттар артыҡ ҡулланылған һәм ябай, арзан, ышаныслы, экологик яҡтан таҙа транспорт төрө булған велосипед»тың үҙенсәлеген, күптәнге тарихын һәм күп функциялылығы билдәләнә.
Бөтә донъя велосипед көнө тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Америка Ҡушма Штаттарынан социология өлкәһендә фән кандидаты Профессор Лешек Сибилски БМО-ның Бөтә донъя велосипед көнө тураһындағы резолюцияһын алға этәреү буйынса киң күләмле кампания ойоштора, уны 56 ил хуплай[1]. #June3WorldBicycleDay оригиналь аҡ-зәңгәр логотибын Исаак Фельд эшләй, ә анимация һүрәтен профессор Джон Э.Суонсон эшләй. Логотипта бөтә донъя буйлап йөрөгән төрлө велосипедсылар һүрәтләнә, логотиптың аҫҡы өлөшөндә #June3WorldBicycleDay хештегы урынлашҡан. Төп хәбәр күрһәтеүенсә, велосипед бөтә кешелеккә лә ҡарай һәм ярҙам итә.
Бөтә донъя велосипед көнө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә донъя велосипед көнө — глобаль байрам, был байрамды бөтә кешеләр ҙә ҡараштарына һәм позицияларына ҡарамай, хуплай. Велосипед кешелек прогрессының символы булып тора, ул толерантлыҡ, үҙ-ара аңлашыу һәм донъя мәҙәниәте үҫешенә булышлыҡ итә. Бынан тыш, велосипед ул тотороҡло транспорт символы, ул климатҡа ыңғай йоғонто яһаусы тотороҡло ҡулланыу һәм етештереүгә булышлыҡ итеүгә саҡырыу булып тора[2]. Бөтә донъя велосипед көнө сәләмәт йәшәү рәүеше менән бәйле.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ A/RES/72/272 - R - A/RES/72/272 . undocs.org. Дата обращения: 3 июнь 2020. Архивировано 9 ғинуар 2021 года.
- ↑ United Nations. Всемирный день велосипеда | Организация Объединенных Наций . United Nations. Дата обращения: 3 июнь 2020. Архивировано 3 июнь 2020 года.