Бөтә донъя икмәк көнө
Бөтә донъя икмәк көнө (рус. Всемирный день хлеба; ингл. World Bread Day) — йыл һайын 16 октябрҙә билдәләнгән халыҡ-ара байрам. Был көн донъялағы иң популяр аҙыҡ-түлектең береһе — икмәккә арнала, һәм ул күп кенә халыҡтарҙың төп ҡиммәттәре менән бәйле традицияларын сағылдыра.
Тарихы
Байрам 2006 йылда Халыҡ-ара икмәк бешереүселәр һәм кондитерҙар союзы (International Union of Bakers and Confectioners, UIBC) башланғысы менән ойошторола. Байрамдың маҡсаты — икмәктең көндәлек тормоштағы мөһимлеген, туҡланыуҙа һәм ауыл хужалығы үҫешенә индергән өлөшөн билдәләү, шулай уҡ аслыҡ һәм ярлылыҡ проблемаларына иғтибарҙы йүнәлтеү[1].
Был көндөң датаһы осраҡлы түгел. 1945 йылдың 16 октябрендә БМО-ның Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы (ФАО) ойошторола. Уның төп маҡсаты — аслыҡҡа ҡаршы көрәшеү һәм бөтә донъя буйынса ауыл хужалығын үҫтереү. Шулай уҡ 16 октябрҙә билдәләнгән «Бөтә донъя аҙыҡ-түлек көнө» ФАО эшмәкәрлеге менән бәйле һәм аҙыҡ-түлек именлеге мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Байрам саралары
Был көн кешелекте икмәктең мөһимлеген һәм уны етештереү менән бәйле ауырлыҡтар менән таныштырыу өсөн ойошторолған. Орлоҡто сәсеүҙән алып икмәк бешергәнгәә тиклем – һәр этап тырышлыҡ һәм оҫталыҡ талап итә. Бөтә донъя ошо процеста эшләгәндәргә рәхмәтен белдерә[2].
Был көндә төрлө саралар: конференциялар, күргәҙмәләр һәм икмәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Байрамдың маҡсаты — икмәктең мәҙәни әһәмиәтен популярлаштырыу һәм иғтибарҙы төрлө илдәрҙәге аҙыҡ-түлек етмәү проблемаларына йүнәлтеү.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всемирный день хлеба. Русский этнографический музей (16 октябрь 2024).
- ↑ Всемирный день хлеба. Санкт-Петербургское государственное бюджетное учреждение «Центр контроля качества товаров (продукции), работ и услуг» (16 октябрь 2023).
Һылтанмалар
- International Union of Bakers and Confectioners (UIBC). Yearbook of International Organizations (YBIO). «Международная организация хлебопекарной отрасли» сайты