Бөтә донъя серәкәй көнө
Бөтә донъя серәкәй көнө (ингл. World Mosquito Day) — йыл һайын 20 августа үткәрелә торған халыҡ-ара сара, ул серәкәйҙәрҙең төрлө ауырыуҙар, шулар иҫәбендә малярия, денге, Зика вирусы һәм башҡа ауырыуҙар таратыуында ниндәй роль уйнауын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Был көн шулай уҡ был ауырыуҙарға ҡаршы көрәштә фәндең ҡаҙаныштарына арналған.[1]
Тарих
Бөтә донъя серәкәй көнө Бөйөк Британия табибы сэр Рональд Росс ҡылған әһәмиәтле асыш иҫтәлегенә арналып ойошторолған. 1897 йылдың 20 авгусында Һиндостанда эшләгәндә тапма сире Anopheleсерекәйҙәре саҡҡанда тарала икәнен иҫбәат итә. Был асыш малярияға ҡаршы көрәшкә нигеҙ һала һәм эпидемиология өлкәһендә артабанғы тикшеренеүҙәргә юл аса.[2]
Әһәмиәте һәм маҡсаттары
Бөтә донъя серәкәй көнөн үткәреүҙең төп маҡсаты — серәкәйҙәр тарата торған ауырыуҙар менән бәйле проблемаларға иғтибар йүнәлтеү һәм уларға ҡаршы көрәш сараларын яҡлау. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын миллионлаған кеше малярия һәм башҡа серәкәйҙәр аша таралған инфекцияларға дусар була.
Серәкәйҙәрҙең ауырыуҙар таратыуы
Серәкәйҙәр түбәндәге ауырыуҙарҙы таратыуҙа төп сәбәпселәр булып тора:
🦟 Малярия: Plasmodium ыруындағы паразиттар тыуҙырған ауырыу, ул Anopheles ыруына ҡараған серәкәйҙәр саҡҡан ваҡытда күсә.
🦟 Денге: Денге вирусы тыуҙырған вируслы ауырыу, ул Aedes ыруындағы серәкәйҙәр аша күсә.
🦟 Һары биҙгәге: Aedes aegypti ыруындағы серәкәйҙәр саҡҡанда таралған вируслы ауырыу.
🦟 Зика вирусы: Aedes ыруындағы серәкәйҙәр аша таралған ауырыу.
🦟 Чикунгуня: Aedes ыруындағы серәкәйҙәр тарата торған вируслы инфекция.[1]
Саралар
Бөтә донъя серәкәй көнө сиктәрендә үткәрелә торған сараларҙың төп маҡсаты — серәкәйҙәр тарата торған ауырыуҙарҙан һаҡланыу юлдарын халыҡҡа аңлатыу:
🦟 Москит сеткалары һәм репелленттар ҡулланыуҙың мөһимлеген аңлатыу кампаниялары.
🦟 Медицина учреждениеләре һәм йәмәғәт ойошмалары тарафынан ойошторолған лекциялар һәм семинарҙар.
🦟 Серәкәйҙәр үрсеү урындарына ҡаршы көрәш саралары, мәҫәлән, һыу баҫҡан урындарҙы киптереү һәм санитария мәсьәләләре.
🦟 Серәкәйҙәр популяцияһын контролдә тотоуға һәм яңы вакциналар эшләүгә йүнәлтелгән тикшеренеү проекттары.[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 20 августа – Всемирный день комара. Федеральная служба по надзору в сфере защиты прав потребителей (20 август 2023).
- ↑ Всемирный день комара. Какой сегодня праздник.
- ↑ Всемирный день комара: как отметить самый «кровавый» праздник. Московский комсомолец (20 август 2022).