Бөтә донъя туберкулёзға ҡаршы көрәш көнө
Бөтә донъя туберкулёзға ҡаршы көнө — йыл һайын 24 мартта билдәләнгән БМО-ның халыҡ-ара көнө. Был көн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (БДҺО) башланғысы буйынса үткәрелә. 1993 йылда БДҺО туберкулёзды ғәмәлдәге глобаль проблема тип иғлан итте. Бөтә донъя туберкулёзға ҡаршы көндөң маҡсаты — туберкулёз эпидемияһы тураһында халыҡ-ара кимәлдә мәғлүмәтлелекте арттырыу һәм уны бөтөрөү буйынса тырышлыҡтарҙы яҡлау.
24 март датаһы осраҡлы һайланмаған: тап ошо көндө, 1882 йылда, немец микробиологы Роберт Кох (Robert Koch) туберкулёзға килтергән бактерияны аса һәм был хаҡта иғлан итә.
Хәҙерге ваҡытта туберкулёз йыл һайын яҡынса 1,6 миллион кешенең ғүмерен өҙә, шуларҙың яҡынса 95 проценты — |үҫеп килеүсе илдәрҙә йәшәүселәр. Туберкулёз йыл һайын өлкән йәштәгеләр араһында башҡа инфекцияларҙан күберәк үлемгә килтерә. Өсөнсө донъя илдәрендә үлем осраҡтарының 26 проценты туберкулёз менән бәйле.
Африка илдәрендә туберкулёз буйынса хәл айырыуса ҡатмарлы. Донъяла туберкулёз менән ауырыусыларҙың 29 проценты һәм туберкулёздан вафат булғандарҙың 34 проценты Африка ҡитғаһына тура килә. Һуңғы 15 йылда Африкала туберкулёз менән сирләү күрһәткесе ике тапҡырға артҡан — 100 мең кешегә 149 осраҡтан 343 осраҡҡа еткән. Бик борсолоулы мәсьәлә — антибиотиктарға тотороҡло туберкулёз формаларының артыуы, был йәһәттән Африкала ла кире тенденциялар күҙәтелә.
Туберкулёздың күп дарыуға сыҙамлы — иң хәүефле һәм үлемесле — төрҙәре буйынса донъялағы иң ауыр хәл Рәсәй Федерацияһында күҙәтелә[1][2][3]. 2009 йылда Рәсәйҙә 105 530 яңы актив туберкулёз осрағы теркәлгән.
Саралар
Бөтә донъя туберкулёзға ҡаршы көрәш көнөндә төрлө илдәрҙә туберкулёз менән бәйле проблемаларға иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Был көндө дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары, медицина учреждениелары, халыҡ-ара ойошмалар ҡатнашлығында түбәндәге саралар үткәрелә:
- халыҡ араһында туберкулёз тураһында мәғлүмәтте арттырыуға йүнәлтелгән аңлатыу кампаниялары, лекциялар, семинарҙар, күргәҙмәләр;
- телетапшырыуҙар, радиотапшырыуҙар, социаль селтәрҙәрҙә флешмобтар һәм тематик акциялар;
- туберкулёзға бушлай флюорографик тикшереүҙәр ойоштороу;
- медицина белгестәре (фтизиатрҙар, эпидемиологтар) менән асыҡ осрашыуҙар һәм консультациялар үткәреү;
- балалар һәм үҫмерҙәр өсөн һынлы сәнғәт, инша, плакат конкурстары;
- тематик концерттар, йәмәғәт акциялары, «ҡыҙыу линиялар» эшмәкәрлеге.
Сараларҙың маҡсаты — халыҡ араһында туберкулёз тураһында мәғлүмәтлелекте арттырыу, ауырыуҙы иртә асыҡлау, уның менән бәйле стереотиптарҙы юҡҡа сығарыу һәм дауаланыуҙың мөһимлеген күрһәтеү.[4]
Көн темалары
- 2021 йыл — «Ваҡыт үтә»
- 2020 йыл — «Туберкулёзға ҡаршы көрәште тамамларға ваҡыт»
- 2019 йыл — «Хәрәкәткә күсергә ваҡыт»
- 2018 йыл — «Иғтибар! Эҙлә: туберкулёздан азат донъя өсөн лидерҙар»
- 2017 йыл — «Бергәләп туберкулёзды бөтөрәйек: бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ»
- 2016 йыл — «Бергәләп туберкулёзды бөтөрәйек: бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ»
- 2015 йыл — «Туберкулёзды бөтөрөү өсөн көстәрҙе арттырабыҙ»
- 2014 йыл — «3 миллион кеше өсөн дауаланыуҙы тәьмин итеү»
- 2013 йыл — «Мин тере саҡта туберкулёзды туҡтат!»
- 2012 йыл — «Мин тере саҡта туберкулёзды туҡтат!»
- 2011 йыл
- 2010 йыл — «Туберкулёзға ҡаршы көрәштә яңы уңыштарға ынтыл»
Иҫкәрмәләр
- ↑ Аналитический обзор по туберкулёзу. 2011. М., 2013 http://www.mednet.ru/images/stories/files/CMT/tbreview2011.pdf Архивная копия от 3 декабрь 2013 на Wayback Machine
- ↑ Алексей Торгашев. Туберкулёз. 10 инфекций, побеждённых людьми. Русский репортёр. 48(326) 5 декабря 2013 года. https://expert.ru/russian_reporter/2013/48/10-infektsij-pobezhdennyih-lyudmi/ Архивная копия от 11 ғинуар 2014 на Wayback Machine
- ↑ Фтизиатрия по-российски. Медицинская газета,2013 http://chodtb74.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=51:ftiziatria-russian&catid=1:latest-news&Itemid=18 Архивная копия от 11 ғинуар 2014 на Wayback Machine
- ↑ 24 марта — Всемирный день борьбы с туберкулезом: история, тема, мероприятия. Известия (21 март 2025).