Валериан
Киҫәтеү / Предупреждение

Беҙ Сайттағы барлык эстәлек һәм мәғлүмәт идеологик, сәйәси яҡтан нейтраль булыуын теләйбеҙ. Мәҡәләләрҙе төҙөгәндә һәм улар буйынса фекер алышҡанда объектив, нигеҙләнгән һәм раҫланған дәлилдәргә һәм ваҡиғаларға, шулай уҡ текстар төҙөүҙең фәнни стиленә таянырға кәңәш итәбеҙ. Материалдың нейтраллеген һәм ғәҙеллеген тәьмин итеү өсөн Сайт хужаһы текстарҙы төҙәтергә хоҡуҡлы булыуын белдерәбеҙ
рус. Мы стремимся к тому, чтобы весь контент и информация, содержащаяся на Сайте, являлись идеологически и политически нейтральными. При создании и комментировании статей настоятельно рекомендуем опираться на объективные, обоснованные и подтвержденные факты и события, научный стиль изложения и построения текстов. Настоящим также информируем, что в целях обеспечения нейтральности и беспристрастности изложения материла, Владелец сайта вправе отредактировать вносимые тексты
Лекарственные препараты

Бесәй үләне | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Valeriana officinalis L., 1753 | ||||||||||||||
|
Валериа́н, бесәй үләне (лат. Valeriána) — валериандар ғаиләһенән бер һәм күп йыллыҡ үлән һәм ҡыуаҡсыл үҫемлектәр ырыуы. Төньяк ярымшарҙың һәм Көньяк Американың уртаса һәм һалҡын бүлкәттәрендә 200 -ҙән артыҡ төрө таралған.
Урман буйҙарында, һаҙлыҡ, йылға һәм күл ярҙарында үҫә. Ҡыҫҡа тамыр системаһы һәм күп һанлы шнур һамаҡ эйәрсен тамырҙары булған 50-150 см оҙонлоҡтағы күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Һабағы ныҡ, тура тороусан, өҫкө өлөшөндә тармаҡланған. Япраҡтары ҡаурый һамаҡ теләнгән, ҡырҙары эре тешле. Сәскәләре - ваҡ, хуш эҫле, алһыу йәки аҡ, ҡалҡан һамаҡ йәки һеперткеле сәскә төркөмөнә йыйылған. Емеше - бүрексәле оҙонса орлоҡса. Июнь-июльдә сәскә ата. Емештәре августа өлгөрә. Орлоҡтан һәм вегетатив ысул менән үрсей. Составында алкалоид, гликозид, дуплау матдәләре, шәкәр, органик кислоталар, эфир майҙары кергән тамырҙарын һәм тамыр системаһын тынысландырыу сәйе яһауҙа файҙаланалар. Медицинала нерв системаһы боҙолғанда, ашҡаҙан-эсәк ҡыуышлығы ҡыҫылғанда ҡулланыла. Декоратив, баллы үҫемлек.
Сығанаҡтар
- Татар энциклопедияһы 2013 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған. (тат.)
Һылтанмалар
- Валериан — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2012)
- Валериана // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) Проверено 11 февраля 2009 г.
- Аверьян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2012)