Вани

Вани (груз. ვანი) — Грузияның көнбайыш өлөшөнөң Имеретия төбәгендәге ҡала, 1981 йылдан ҡала статусын ала. Самтредиа тимер юлы үҙәгенән 19 км алыҫлыҡта ята.. Халҡы — 3744 кеше (2014).[4]

Сәнәғәте

Ҡалала аҙыҡ-түлектең сәнәғәте үҫешкән. Тегеү фабрикаһы бар.

Тарихы

Беренсе тикшеренеүҙәр ҡаласыҡты антик дәүергә ҡайтарып ҡалдыра һәм уның мөһим әһәмиәтен билдәләй. Элек уның ҡала булып формалашыуына бөтә шарттар булған. Бер яҡтан ул ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм баҫып алыуҙарҙан тәбиғи һаҡланған. Икенсе яҡтан уның күҙәтеүе аҫтында мөһим транзит артерияһы - шул ваҡытта суднолар йөрөй торған Риони йылғаһы булған. Унан Фазисҡа (Поти)йөктәр ташығандар, был юл менән Һиндостандан сауҙагәрҙәре лә файҙаланған. Һөҙөмтәлә Ванила бөтә ҡала билдәләре беҙҙең эраның тәүге мең йыллығында уҡ, йәғни 3000 йыл элек күҙәтелгән. Фараздар буйынса б.э. VIII быуаттан I быуатына тиклем ҡала ныҡ үҫешкән була. Б.э. тиклем I быуат уртаһында Вани ер йөҙөнән баллисталар менән утҡа тотоу һөҙөмтәһендә юҡҡа сыға, уның снарядтары күп һанда уның биләмәһендә табылған.

Мәҙәниәте

Ҡалала тыуған археологик музейы һәм театр бар. Археологик музейҙың күп өлөшөн б.э. тиклем VII‒III быуаттың артефакттары, шулай уҡ эллинистик дәүерҙең сәнғәт әҫәрҙәре ( бронза сатиралар, Нина һындары, амфоралар, емерелгән биналар ҡалдыҡтары) бар.

Ауыл эргәһендә боронғо ҡала ҡалдыҡтары (беҙҙең эраға тиклем V—I быуаттар) — оборона ҡоролмалары, мәҙәни комплекстар, бай ҡәберлектәр һ. б. Ҡаласыҡта күм керамик, алтын һәм бронза әйберҙәр, ҡорбан салыу урыны, ике башлы хайуандарҙың баштары табылған.

Курорт

Вани ҡалаһында Грузияның иң билдәле курорттарының береһе урынлашҡан. Ул үҙенең тау һауаһы менән генә түгел, шулай уҡ шифалы көкөрт һыуҙары менән билдәле.

Иҫкәрмәләр

  1. http://pop-stat.mashke.org/georgia-cities.htm
  2. https://web.archive.org/web/20120425235742/http://vani.org.ge/media/id/52
  3. http://washingtoncitycounty.govoffice3.com/vertical/sites/%7BCD2D9300-9629-4071-8A91-CB58DFEF924B%7D/uploads/The_Prosser_Vani_Connection.pdf
  4. მოსახლეობის საყოველთაო აღწერა 2014. საქართველოს სტატისტიკის ეროვნული სამსახური (ნოემბერი 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ნოემბერი, 2016.

Сығанаҡтар