Вашловани (милли парк)
Вашловани милли паркы (груз. პარკი ვაშლოვანის ეროვნული) — Грузияның көньяҡ-көнсығышында милли парк, Әзербайжан сигенә яҡын. Урманды яҡлау өсөн булдырылған.
1935 йылда Вашловани ҡурсаулығы булараҡ нигеҙ һалынған. 2003 йылда милли парк ойошторола, майҙаны 251,14 км². 84,8 км² майҙаны менән ҡурсаулыҡ парктың ҡушма өлөшө булып тора.
Парк климаты ҡоро, яуым-төшөм йылына 470 мм. Уртаса йыллыҡ температура 11,6°[1]. Парк территорияһында япраҡлы урмандар ҙа, шулай уҡ урман-дала, дала һәм ярымсүлдәр ҙә бар. Рельефы үҙәндәрҙән (уларҙың ҡайһы берҙәре каньондарҙа) һәм ҡая ултырма массивтарҙан тора (бедленд). Карст мәмерйәләре бар.
Паркта 664 төр үҫемлек үҫә, шуларҙың 40 Кавказ өсөн эндемик. Ағастар араһында артыш, сейә, саған, груша, инжир, гранат өҫтөнлөк итә. 80 төр ҡош осрай. Һөтимәрҙәрҙән паркта терпе, ҡуян, төлкө, ҡырағай бесәй, бүре, һоро айыу, бурһыҡ, ҡабан, шаҡал, һыуһар, һыртлан, көҙән, ғәзәл йәшәй[1]. 2004 йылда парктың алыҫ өлөшөндә леопардты күргәндәр[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Vashlovani Nature Reserve. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2008. Архивировано 12 июнь 2008 года. 2008 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>тег дөрөҫ түгел: «nps» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Lone leopard spotted in Georgia
Һылтанмалар
- Официальный сайт. Архивировано 10 октябрь 2007 года. 2007 йылдың 10 октябрь көнөндә архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Грузияның милли парктары исемлеге