Ваҡ сәпсәү

Ваҡ сәпсәү, aҡмуйын сәпсәү, ҡашҡа сәпсәү (малый зуек).

undefined

Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Башҡа сәпсәүҙәргә ҡарағанда сағыштырмаса ҡыҫҡа аяҡлы һәм ҡыҫҡа суҡышлы ҡош. Ерҙән етеҙ йүгерә, туҡтап, сүгеп-сүгеп ала. Түбәһе һәм һырты ҡара-көрән. Күҙҙәре аша һәм муйынынан ҡара һыҙаттар үтә. Маңлайында бәләкәй генә аҡ тап бар. Башҡа ваҡ сәпсәүҙәрҙән муйынындағы ҡара һыҙаты менән айырыла.

Тауышы

Моңло һыҙғыра: «түүүй».

Йәшәү рәүеше

Ҡомло һәм ҡырсынлы күл, йылға буйҙарында йәшәй, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһын ерҙә ҡора. Ҡара-көрән таплы 4 бөртөк йәшкелт йәки зәңгәр төҫтәге йомортҡаһы була.