Вергиз Куриен

Вергиз Куриен[1] (ингл. Verghese Kurien; 26 ноябрь 1921 йыл, Кожикоде, Британ Һиндостаны — 9 сентябрь 2012 йыл, Надияд, Һиндостан) — Һиндостан социаль эшҡыуары, менеджеры һәм чиновнигы. Уның «миллиард-литрлыҡ идеяһы» өсөн — «Ташҡын операцияһы» (ингл. Operation Flood) — донъялағы иң ҙур ауыл хужалығын һәм һөт сәнәғәтен үҫтереү программаһы өсөн[2] Куриен «аҡ революцияһынаң атаһы» (ингл. Father of the White Revolution) һәм «Һиндостан һөтсөһө» (ингл. Milkman of India) булараҡ билдәле[3][4].

Уның тырышлығы менән Һиндостан донъялағы иң ҙур һөт етештереүсеһе булып китә (2010—2011 йылдарҙа донъяла һөт етештереү күләменең яҡынса 17 % әшкил итә)[5], утыҙ йыл эсендә һөт һәр бер кешегә ике тапҡыр арзаныраҡ булып китә[6].

Буйвол һөтөнән порошок етештерә башлап һөт сәнәғәтендә революция яһай[4][7][8].

Дингә ҡарашы буйынса — атеист[9].

Куриен 2012 йылдың 9 сентябрендә Надияд ҡалаһының дауаханаһында вафат була[10].

Ғаилә

Вергиз Куриендың ҡатыны Молли була, уларҙың ҡыҙы Нирмала һәм ейәне Сиддхартх[11]. Молли 2012 йылдың 14 декабрендә Мумбаи ҡалаһында вафат булған[12].

Бүләктәре һәм премиялары

Йыл Исем Бүләкләүсе ойошма
1999 Падма Вибхушан Һиндостан хөкүмәте
1993 Йыл шәхесе Халыҡ-ара һөт күргәҙмәһе (ингл. World Dairy Expo)
1991 Атаҡлы тамамлаусылар Мичиган штаты университеты
1989 Бөтә донъя аҙыҡ-түлек премияһы Бөтә донъя аҙыҡ-түлек премияһының фонды
1986 Вателер тынысылыҡ премияһы (ингл. Wateler Peace Prize) Карнеги фонды (ингл. Carnegie Foundation; Нидерланд)
1986 Krushi Ratna Һиндостан хөкүмәте
1966 Падма Бхушан Һиндостан хөкүмәте
1965 Падма Шри Һиндостан хөкүмәте
1963 Рамон Магсайсайи премияһы (ингл. Ramon Magsaysay Award) Рамон Магсайсайи премияһы фонды (ингл. Ramon Magsaysay Award Foundation)

Куриен шулай уҡ Һиндостандың һәм донъя университеттарының 15 почётлы дәрәжәләренә эйә[3].

Библиография

  • Kurien, Verghese (2005) I Too Had a Dream. APH Publishing Corp. ISBN 9788174364074.
  • Kurien, Verghese (1997) An Unfinished Dream. Tata-McGraw-Hill. ISBN 9780074622148.
  • The Man Who Made The Elephant Dance — Audio Autobiography of Dr. Kurien in the voice of Tom Alter with Audio Foreword by Ratan Tata, in his own voice ISBN 9789382299240
  • Verghese Kurien: The Man with the Billion Litre idea (2013) Amar Chitra Katha. ISBN 9789350853863.

Иҫкәрмәләр

  1. Ҡайһы саҡта Вергизе Куриен тип тәржемә ителә.
  2. Singh Katar. Rural Development: Principles, Policies and Management. — New Delhi: SAGE, 1999. — P. 201. — ISBN 81-7036-773-5.
  3. 1 2 1989: Kurien (ингл.). The World Food Prize (1989). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015.
  4. 1 2 Father of white revolution Verghese Kurien dies. =The Times of India. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2012. 2013 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.
  5. India largest milk producing nation in 2010–11: NDDB. Hindustan Times (20 декабрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2012. 2013 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.
  6. Kurien Verghese. India' s Milk Revolution: Investing in Rural Producer Organizations // Ending Poverty in South Asia: Ideas that work / Narayan, Deepa; Glinskaya, Elena. — Washington D.C., USA: (The World Bank), 2007. — P. 52. — ISBN 0-8213-6876-1.
  7. Damodaran, Harish. Amul's tech wizard, Dalaya passes away (13 September 2004). 10 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  8. Heredia Ruth. The Amul India Story. — New Delhi: Tata Mc-Graw Hill, 1997. — P. 112–115. — ISBN 978-0-07-463160-7.
  9. I don't surrender if I'm right: Kurien. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 октябрь 2012. 2012 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.
  10. Rohit Bhan, Sabyasachi Dasgupta. Verghese Kurien, father of White Revolution, dies (ингл.). NDTV (9 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2015.
  11. Shramana Ganguly. Verghese Kurien steered India's White Revolution post-independence  (инг.) (9 September 2012). 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  12. Wife of late Dr Verghese Kurien to be cremated at Mumbai (15 December 2012). 15 декабрь 2012 тикшерелгән. 2013 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар