Вики Холланд

Вики Холланд (ингл. Vicky Holland; 12 ғинуар 1986 йыл, Глостер, Көньяҡ-Көнбайыш Англия) — Британия триатлонисы, Олимпия уйындарының бронза призёры, ҡатнаш командала ике тапҡыр донъя чемпионы, 2018 йылда Донъя серияһы чемпионы.

Карьераһы

Вики Холланд 1986 йылдың 12 ғинуарында Глостерҙа тыуған[2].

2012 йыл мәғлүмәттәре буйынса, спортсының буйы 168 см, ауырлығы 59 кг[2]. Вики Холландтың тренеры Смит Даррен була.

Мәктәптә уҡыған сағында Холланд милли кимәлдә йөҙөүсе була, һуңынан 1500 метрға йүгереп, еңел атлетикаға күсә[3]. Ул триатлонда Британия триатлон федерацияһы тәҡдиме буйынса Лафборо Университетының икенсе курсында ғына күнекмәләр ала башлай[2].

2010 йылда донъя Кубогында Холланд дөйөм зачетта һигеҙенсе урын биләй, һәм World Class Performance программаһы сиктәрендә Британия милли лотереяһында ҡатнашыу өсөн хоҡуҡ ала.

Сан-Диегола 2012 йылдың май айында донъя Кубогы этабында Холланд бишенсе урынды биләй, ә алтынды шул саҡта Хелен Дженкинс яулай[4] Һуңыраҡ шул уҡ айҙа Мадридта турнирҙа Холланд етенсе урынды яулай[5].

Холланд донъя Кубогы этаптарында ватандашы Лиз Блатчфордты ҡыуып үтә һәм Лондонда Олимпиада-2012 ҡатнашыу өсөн Бөйөк Британияның йыйылма командаһы составына инә. Викинан тыш ҡатын-ҡыҙҙар триатлонында Бөйөк Британиянан Хелен Дженкинс һәм Люси Холл сығыш яһай[6].

Олимпия триатлоны Гайд-паркта үтә, ә йөҙөү — Серпентинда була. Велосипедта уҙыш дүрт әйләнештән тора, уларҙың һәр береһе королева Елизавета ҡапҡаһы эргәһенән башлана, Веллингтон аркаһы аша үтә, артабан Конститьюшн-хилл буйлап бара Букингем һарайын урап үтә, шунан һуң спортсылар кире йүнәлешкә борола[7]. Холланд дистанцияны ике сәғәт, ике минут һәм 55 секундта үтеп, 26-сы урынды биләй[8].

Холланд 2014 йылда Дуҫлыҡ Уйындарында ағалы-ҡустылы Браунли һәм Джоди Стимпсондар менән бергә ҡатнаш командалы эстафетала алтын ала[9].

2015 йылдың апрелендә Кейптаунда Донъя серияһында этапта Холланд үҙенең тәүге еңеүен яулай[10]. Бынан һуң Эдмонтонда Донъя серияһында икенсе еңеү яулай[11] һәм Чикагола финалда өсөнсө урынды биләй[12]. Был уға рейтингта күтәрелергә һәм Рио-2016 ҡатнашыу өсөн Бөйөк Британияның олимпия йыйылмаһына эләгергә мөмкинлектән бирә[13].

2018 йылда үҙ карьераһында икенсе тапҡыр Эдмонтонда этапта еңеүсе була[11].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Vicky Holland (ингл.) — 2006.
  2. ↑ 1 2 3 Vicky Holland: Team GB. British Olympic Association.
  3. ↑ Vicky Holland - Team GB. The Telegraph online. 2016 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
  4. ↑ GB's Jonny Brownlee and Helen Jenkins win in San Diego, BBC Sport (13 May 2012). 13 июль 2012 тикшерелгән.
  5. ↑ Vicky Holland and Liz Blatchford face anxious London 2012 wait, BBC Sport (26 May 2012). 13 июль 2012 тикшерелгән.
  6. ↑ Williams. London 2012: British Olympic triathlon team revealed, BBC Sport (9 June 2011). 13 июль 2012 тикшерелгән.
  7. ↑ London Olympic events approved for Hyde Park Serpentine, BBC Sport (13 July 2012). 11 май 2011 тикшерелгән.
  8. ↑ Olympics-Gold medal results for the women's triathlon, Reuters (4 August 2012). 13 март 2021 тикшерелгән. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
  9. ↑ Glasgow 2014: England power to triathlon team relay success, BBC Sport, BBC (26 July 2014). 26 июль 2014 тикшерелгән.
  10. ↑ World Triathlon Series: Vicky Holland records first win (25 апрель 2015).
  11. ↑ 1 2 JONES: Vicky Hollands wins her second Edmonton Triathlon (27 июль 2018).
  12. ↑ Best of 2015: Vicky Holland's first WTS win (6 ғинуар 2016).
  13. ↑ Американка Гвен Йоргенсен завоевала золото Олимпиады в соревнованиях по триатлону (20 август 2016).