Виннипег (күл)

Ви́ннипегКанаданың Манитоба провинцияһындағы эре күл.

География

Виннипег ҡалаһынан яҡынса 55 км төньяҡтараҡ урынлашҡан. 1990-сы йылдарҙан Виннипег һыуһаҡлағысына инә.

undefined

Виннипег күле — майҙаны буйынса Канадала 5-се, ә донъяла 12-се сөсө күл. Күл сағыштырмаса бик һай (уртаса тәрәнлеге 12 м тәшкил итә[2]).

Көнсығыш яр буйында кеше аяғы баҫмаған тайга урмандары үҫә һәм бихисап шишмәләр аға. Был төбәк тиҙҙән ЮНЕСКО-ның бөтә донъя тәбиғәт мираҫы исемлегенә индерелеүе мөмкин. Күл төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай 416 километрға һуҙылған[1]. Яр буйы ҡомло оҙон пляждарҙан, ҙур эзбиз ҡаяларҙан тора. Күлдә бер нисә йөҙ утрауҙар бар, башлыса уларҙа кешеләр йәшәмәй. Һыу йыйыу бассейны яҡынса 984200 км² тәшкил итә, был территорияға Канаданың Альберта, Саскачеван, Манитоба, Онтарио һәм АҠШ-тың Миннесота һәм Төньяҡ Дакота штаттары керә.

Күлгә ҡойған йылғалар: Саскачеван, Ред-Ривер, Виннипег, Бладвейн, Поплар, Манигатоган, Беренс, Мукутава, Блэк-Ривер.

Күл буйында урынлашҡан тораҡ пункттар: Гранд-Рапидс, Беренс-Ривер, Гранд-маре, Хекла, Гимли, Джекхед-Харбор.

Тәбиғәтте һаҡлау

Күлдең яр буйында ике заказник һәм провинциаль тәбиғи парк ойошторолған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Lake Winnipeg (ингл.). Canadian Encyclopedia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2012. Архивировано 6 август 2012 года. 2012 йылдың 8 октябрь көнөндә архивланған.
  2. 1 2 3 4 Lake Winnipeg: Quick facts.html (ингл.). Manitoba Government. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2012. Архивировано 6 август 2012 года. 2018 йылдың 14 сентябрь көнөндә архивланған.
  3. А. П. Горкин, ed. (2006), "Виннипег", География. Современная иллюстрированная энциклопедия., М.: Росмэн 

Категориялар