Волкан Демирел
Волкан Демирел (төрөк. Volkan Demirel; 27 октябрь 1981 йыл) — Төркиә футболсыһы, ҡапҡасы. Төркиәнең футбол буйынса йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Футбол буйынса 2008 йылда үткәрелгән Европа чемпионатында ҡатнаша. Йөҙөү һәм сәйәхәт менән мауыға, спорт автомобилдәре йыя.
Карьераһы
Волкан Демирел «Карталспор» үҫмерҙәр футбол клубында шөғөлләнә, команда составында 51 уйын уйнағандан һуң бер нисә төрөк футбол командаларының спорт эҙәрмендәре йәш ҡапҡасыға иғтибар итә. 2002 йылдың июлендә Төркиәнең «Фенербахче» клубына күсә, әммә клубтың төп командаһында тәүге уйынын 2003 йылдың 26 апрелендә «Самсунспор» клубы менән уйнай. Уйынды барышын тойомлау, яҡшы реакция һәләттәре уға бер йыл эсендә «Фенербахче» командаһының төп составында нығынырға ярҙам итә. 2004 йылдан Төркиәнең футбол буйынса йыйылма командаһына даими саҡырыла, ил флагы аҫтында 62 уйында ҡатнаша.
УЕФА чемпиондар лигаһы ярышында «Фенербахче» командаһының уңышлы сығыш яһауы, ярыс финалға барып етеүенә Волкан Демирел тос өлөш индерә. «Севилья» клубы менән уйында 3 пеналтины кире ҡаға һәм уйын батыры булып таныла.
Ҡаҙаныштары
- «Фенербахче» составында
- Биш тапҡыр Төркиә Чемпионы: 2003/04, 2004/05, 2006/07, 2010/11, 2013/14
- Дүрт тапҡыр Төркиә чемпионатының көмөш призеры: 2005/06, 2007/08, 2011/12, 2012/13
- Өс тапҡыр Төркия Суперкубогы ала: 2007, 2009, 2014
- Ике тапҡыр Төркиә Кубогы ала: 2011/12, 2012/13
- Ике тапҡыр Төркиә Кубогы финалына сыға: 2004/05, 2005/06
- Төркиәнең йыйылма командаһы составында
- Футбол буйынса 2008 йылғы Европа чемпионатында өсөнсө урын, Ҡула (Бронза) призеры.
Уйын статистикаһы
Клуб командалары өсөн уйын статистикаһы
| Клуб | Сезон | Лига | Kupa | Европа | Дөйөм | |||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Maтч | Гол | Матч | Гол | Матч | Гол | Матч | Гол | |||
| Капталспор | 2000-01 | 26 | 0 | - | - | 26 | 0 | |||
| 2001-02 | 25 | 0 | - | - | 25 | 0 | ||||
| Дөйөм | 51 | 0 | - | - | 51 | 0 | ||||
| Фенербаһҫе | ||||||||||
| 2002-03 | 1 | 0 | - | - | 1 | 0 | ||||
| 2003-04 | 19 | 0 | 3 | 0 | - | 22 | 0 | |||
| 2004-05 | 6 | 0 | 1 | 0 | 1 | 0 | 8 | 0 | ||
| 2005-06 | 18 | 0 | 7 | 0 | 6 | 0 | 31 | 0 | ||
| 2006-07 | 16 | 0 | 2 | 0 | 5 | 0 | 23 | 0 | ||
| 2007-08 | 24 | 0 | 4 | 0 | 12 | 0 | 40 | 0 | ||
| 2008-09 | 29 | 0 | 0 | 0 | 10 | 0 | 39 | 0 | ||
| 2009-10 | 32 | 0 | 7 | 0 | 12 | 0 | 51 | 0 | ||
| 2010-11 | 32 | 0 | 2 | 0 | 2 | 0 | 36 | 0 | ||
| 2011-12 | 38 | 0 | 0 | 0 | - | 38 | 0 | |||
| 2012-13 | 28 | 0 | 1 | 0 | 15 | 0 | 44 | 0 | ||
| 2013-14 | 29 | 0 | 0 | 0 | 4 | 0 | 33 | 0 | ||
| 2014-15 | 26 | 0 | 2 | 0 | - | 28 | 0 | |||
| 2015-16 | 32 | 0 | 1 | 0 | 7 | 0 | 40 | 0 | ||
| 2016-17 | 28 | 0 | 4 | 0 | 10 | 0 | 42 | 0 | ||
| 2017-18 | 25 | 0 | 3 | 0 | 2 | 0 | 30 | 0 | ||
| 2018-19 | 12 | 0 | 2 | 0 | 2 | 0 | 16 | 0 | ||
| Дөйөм | 396 | 0 | 39 | 0 | 88 | 0 | 523 | 0 | ||
| Барлығы | 447 | 0 | 39 | 0 | 88 | 0 | 574 | 0 | ||
Йыйылма команда өсөн уйын статистикаһы
| No. | Йыл | Милли команда | Матч | Гол | |||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1. | 2001 | Төркиә U-20 | |||||||||
| 2. | 2006 | Төркиә U-21 | |||||||||
| 3. | 2004 | Төркиә | |||||||||
| 2005 | |||||||||||
| 2006 | |||||||||||
| 2007 | |||||||||||
| 2008 | |||||||||||
| 2009 | |||||||||||
| 2010 | |||||||||||
| 2011 | |||||||||||
| 2012 | |||||||||||
| 2013 | |||||||||||
| 2014 | |||||||||||
| Дөйөм | |||||||||||
| Һуңғы тапҡыр 2015 йылдың 28 ғинуарында яңыртылған | |||||||||||
Шәхси тормошы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Volkan Demirel // Transfermarkt (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ DEMIREL VOLKAN // Base de Datos del Fútbol Argentino (исп.)
- ↑ Волкан и Зейнеп сыграли свадьбу. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2013. Архивировано 24 сентябрь 2010 года. 2010 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Miss België Zeynep Sever, mevrouw Volkan Demirel