Воробьёв Владимир Сергеевич
Воробьев Владимир Сергеевич[1] (8 апрель 1939 йыл—15 март 2022 йыл) — СССР ғалимы, түбән температуралы плазма физикаһы, ионлы һәм кондесатлы мөхит электрофизикаһы өлкәһендә белгес. Сорос профессоры. Физика-математика фәндәр докторы, Мәскәү дәүләт тау университетының юғары математика кафедраһы профессоры. IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән. Леонид Бибермандың уҡыусыһы[2].
Биографияһы
Владимир Сергеевич Воробьёв 1956 йылда Мәскәү энергетика институтының электрон техника факуьтетына уҡырға инә. Беренсе курстың икенсе семестрында студенттар физика уҡый башлай. Уҡытыусылары Леонид Биберман була. Был лекцияларға йөрөү Владимир Воробьевтың артабанғы яҙмышына йоғонто яһай. Квант механикаһы курсын Валентин Фабрикант уҡый[3].
1960 йылда Владимир Воробьев «Биберман төркөмөндә» үҙенең дипломы өҫтөндә эшләй башлай. 1961 йылда Мәскәү энергетика институтын ҡыҙыл диплом менән тамамлай, ул Л. М. Биберман менән хеҙмәттәшлеген физика кафедраһында дауам итә, ә 1965 йылдан — Юғары температуралар институтында теоретик бүлектә эшләй, унда спектраль линияларҙың суммар радиация ағымына индергән өлешөн иҫәпләү менән шөғөлләнә башлай[4].
1979 йылда Владимир Воробьев физика-математика фәндәре докторы була. 1985 йылда Мәскәү дәүләт тау университетының юғары математика профессоры исемен ала[2] (бөгөн — «МИСиС» Милли тикшеренеү технология университеты). Л. М. Биберман һәм И. Т. Якубов менән берлектә ул түбән температуралы плазманың тигеҙһеҙ теорияһын төҙөй. Был теория «Кинетика неравновесной низкотемпературной плазмы» монографияһы нигеҙенә һалына[5], ул 1982 йылда «Наука» нәшриәтендә баҫылып сыға[1][2].
1998 йылда, Л. М. Биберман үлгәндән һуң, Владимир Воробьёв «Теоретическое исследование теплофизических, кинетических и радиационных свойств и процессов в низкотемпературной плазме» ғилми мәктәбенең лидеры була. Ул Л. М. Биберман башлаған тикшеренеүҙәрҙе дауам итә[2].
«Түбән температуралы плазма физикаһы» проблемаһы буйынсаРФА ғилми советтың рәйесе урынбаҫары. Дәүләт ғилми стипендияһын алыусы. Кәм тигәндә 155 баҫма, 2 монография һәм 2 уйлап табыу авторы[2].
2000 йылда Воробьев IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнә[2].
Владимир Сергеевич Воробьев — РФА Юғары температуралар берлшәмәһе институты экстремаль тороштарҙың йылылыҡ физикаһы институты мәктәбенең ғилми етәксеһе[2].
Физик һәм педагог Леонид Михайлович Бибермандың тыуыуының 100-йыллығына арналған ғилми юбилей сессияһында ҡатнаша[6].
Воробьев Владимир Сергеевич 2022 йылдың 15 мартында вафат була[7].
Ғаиләһе
1977—1992 йылдарҙа йыр авторы һәм башҡарыусы Вероника Долинаға өйләнгән була[8]. Балалары: Петр Воробьев — ғалим, яҙыусы; Антон Долин — журналист, кино тәнкитсеһе; Олег Долин — актёр, музыкант; Ася Долина — журналист, музыкант.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Кинетика неравновесной низкотемпературной плазмы / Л.М. Биберман, В.С. Воробьев, И.Т. Якубов.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Научная школа Л. М. Бибермана.
- ↑ Серебрянников, 2010, с. 71
- ↑ Серебрянников, 2010, с. 72
- ↑ 100 лет со дня рождения Леона Михайловича Бибермана.
- ↑ ПРОГРАММА СЕССИИ. 2018 йылдың 13 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 15 марта 2022 года ушёл из жизни выдающийся учёный профессор Владимир Сергеевич Воробьёв
- ↑ Личная жизнь Вероники Долиной: Александр Муратов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2021.
Әҙәбиәт
- Под общей редакцией С. В. Серебрянникова. Том I // МЭИ: история, люди, годы: сборник воспоминаний. В 3 томах. — Москва: Издательский дом МЭИ, 2010. — 544 с. — ISBN 978-5-383-00575-0.