Ворович Иосиф Израилевич-Гиршевич

Ворович Иосиф Израилевич-Гиршевич (атаһының исеме йыш ҡына ҡыҫҡартылған формала күрһәтелә — Израилевич ; 21 июнь 1920 йыл, Чернигов губернаһы Стародуб — 6 сентябрь 2001 йыл, Дондағы Ростов) — СССР һәм Рәсәй математигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.

Биографияһы

Иосиф Израилевич-Гиршевич Ворович 1937 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика һәм математика факультетына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, ул 1941 йылдың октябрендә ваҡытынан алда сығарыла. 1941-1950 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армия сафында; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылда Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһын тамамлай.

1950 йылдан Ростов дәүләт университетында эшләй; 1959 йылдан ул Ростов дәүләт университетының эластик теорияһы кафедраһын етәкләй. 1971 йылда ул үҙе нигеҙ һалған, хәҙерге ваҡытта уның исемен йөрөтөлгән, ғәмәли механика һәм математика ғилми-тикшеренеү институты директоры була

2000 йылда Ворович хөрмәтенә астероид 10049 Ворович тип атала[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни эштәре тирә-яҡ тмөхит механикаһының математик мәсьәләләренә, тышсаларҙың һыҙыҡһыҙ теорияһына, көсәнеште концентрациялау проблемаларына, һығылыусанлыҡ теорияһының, математик экологияның ҡатнаш бурыстарына ҡарай. 300-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт һәм 14 монография авторы.

1970 йылда ул СССР Фәндәр академияһының машина төҙөлөшө, механика һәм идара итеү процестары проблемалары бүлеге буйынса ағза-корреспонденты итеп һайлана; 1990 йылдан СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

Уҡыусылары

  • Белоконь, Александр Владимирович
  • Бабешко, Владимир Андреевич

Баҫмалары

  • Lebedev L. P., Vorovich. Functional Analysis in Mechanics. — Springer, 2003.
  • Lebedev L. P., Vorovich I. I., Gladwell G.M. L.   Functional Analysis: Application in Mechanics and Inverse Problems. — Kluwer, 2002.
  • Ворович И. И., Александров В. М. (ред.)   Механика контактных взаимодействий. — Физматлит, 2001. — 672 с. — ISBN 5-9221-0154-4.
  • Ворович И. И., Бабешко В. А., Пряхина О. Д.  Динамика массивных тел и резонансные явления в деформируемых средах. — Научный мир, 1999. — 246 с. — ISBN 5-89176-0479-9.
  • Ворович И. И., Александров В. М., Бабешко В. А.  Неклассические смешанные задачи теории упругости. — Физматлит, 1974. — 455 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2001 йылдың 24 ғинуары) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш кереткәне өсөн
  • Дуҫлыҡ ордены (1995 йылдың 22 июле) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары, хеҙмәттәге уңыштары, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн[3]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (06/20/1980)[4]
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)[5]
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • Жуков миҙалы
  • «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
  • СССР дәүләт премияһы (1983) — Аҙау диңгеҙе экосистемаһының математик моделен эшләгәне өсөн
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1998 йылдың 22 июле) — йоҡа стеналы конструкцияларҙың фундаменталь проблемалары буйынса эштәр циклы өсөн[6]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
  2. Аркадий Южный (Ростов-на-Дону), Еще одна планета обрела имя 2003 йылдың 26 июль көнөндә архивланған. // 27 июня 2000 года
  3. Указ Президента РФ от 22 июля 1995 г. № 749
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 июня 1980 года № 2331—Х «О награждении тов. Воровича В. И. орденом Трудового Красного Знамени» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 26 (2048) от 25 июня 1980 года. — Ст.513.
  5. Герои войны/ Ворович Иосиф Израилевич
  6. Указ Президента РФ от 22 июля 1998 г. № 870

Һылтанмалар