Воронцова Елена Ивановна
Биографияһы
1913 йылдың 3 июнендә Мәскәүҙә тыуған.
1927 йылда Беренсе Мәскәү медицина институтының санитар-гигиена факультетын тамамлай. 1940 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты янындағы аспирантураны тамамлай. 1941—1948 йылдарҙа Үзбәк санитар институтында токсикологик лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта Үзбәкстандың сәнәғәт, аҙыҡ-түлек һәм мәктәп объекттарына санитар күҙәтеү етәксеһе була.
1948 йылдан алып СССР Медицина фәндәре академияһының хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, 1961—1971 йылдарҙа — институт директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, ә 1971—1977 йылдарҙа — Сәнәғәт аэрозолдәре лабораторияһы етәксеһе. 1977—1979 йылдарҙа — тау рудаһы һәм күмер сәнәғәтендә хеҙмәт гигиенаһы лабораторияһы етәксеһе. 1979—1992 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр-сәнәғәт аэрозолдәре лабораторияһы консультанты[1][2].
Профессор Е. И. Воронцова — төҫлө металлургия, машиналар эшләү, караптар һәм тау рудаһы сәнәғәте предприятиеләрендә хеҙмәт гигиенаһына һәм профпатологияға арналған 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы. Е. И. Воронцова аэрозолдәрҙең организмға тәьҫирен өйрәнеү, силикоз менән көрәш сараларын эшләү, һауаның бысраныуын билдәләү методикаһына сағыштырма баһа биреү буйынса ғилми тикшеренеүҙәр алып бара. Е. И. Воронцова иретеп йәбештереү эштәрендә хеҙмәт гигиенаһы мәсьәләләрен хәл итеүгә байтаҡ өлөш индерә. E. И. Воронцова хеҙмәт гигиенаһы һәм профпатологияның көнүҙәк мәсьәләләре буйынса социалистик илдәрҙә, шулай уҡ Японияла, АҠШ-та һәм Италияла күп тапҡыр ғилми докладтар менән сығыш яһай[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены
- СССР дәүләт премияһы (1972)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Воронцова, Елена Ивановна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2020.
- ↑ 1 2 Воронцова Елена Ивановна (1913—2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2020.
Әҙәбиәт
- Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 6: Гипотиреоз — Дегенерация. — 1977 г. — 632 с.