Ворошилов проспекты
Ворошилов проспекты — Дондағы Ростов ҡалаһының үҙәк проспекттарының береһе.
Географияһы
Төньяҡта проспект Гагарин майҙанына терәлә, көньяҡ осо менән Дон аша һалынған Ворошилов күперенә сыға.
Көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай йорттарҙың номерҙары арта бара.
Тарихы
Проспект совет хәрби етәксеһе, дәүләт һәм партия эшмәкәре Климент Ефремович Ворошилов хөрмәтенә аталған.
Элек урам Ҙур проспект тип аталған[1], ә 1912 йылда — Оло Столыпин проспекты тип[2], 1958 йылда Карл Маркс проспекты тип үҙгәртелә. Исеме Ворошиловтың шәхесенә йәбер башланғандан һуң үҙгәртелә. Был ваҡытта уның хөрмәтенә аталған күп урамдар һәм тораҡ пункттары исемдәрен алмаштыралар. 1970 йылда исемен яңынан Ворошилов проспекты тип үҙгәртәләр һәм бөгөнгө көнгә тиклем исеме башҡаса үҙгәртелмәне.
1941—1942 йылдарҙа проспектта Ростов һауа һөжүменә ҡаршы оборона дивизияһы районы штабы урынлаша, 1943 йылда ул Ростов һауа һөжүменә ҡаршы оборона корпусы районы тип үҙгәртелә[3].
Иғтибарға лайыҡ биналар һәм ҡоролмалар
- № 18/18 — «Рәсәй» страховкалау йәмғиәте йорто (1910-сы йылдар)[4].
- № 20/17 — М. В. Ширман йорто
- № 25/107 — В. М. Котляровтың табыш йорто
- № 28, литер а — А. М. Гордондың килем йорто (XIX быуат аҙаҡтары)
- № 29/83 — П. Д. Мухиндың табыш йорто, унда йәһүдтәрҙең шәхси уҡыу йорттары урынлашҡан була
- № 33/93 — С. И. Шендеровтың табыш йорто
- № 59/18 — ағалы-ҡустылы Ф. М. һәм М. М. Дутиковтарҙың мунса бинаһы
- № 105 — Н. А. Семашко исемендәге 1-се ҡала дауаханаһы
Транспорт
Ворошиловский проспекты — Дондағы Ростовтың иң төп транспорт артерияһы, уның аша бик күп автобус маршруттары һәм бер троллейбус маршруты үтә.
Фотогалерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Переименованные улицы Ростова-на-Дону
- ↑ Старые и современные названия ростовских улиц.(недоступная ссылка)
- ↑ Дивизионные районы ПВО 2013 йылдың 28 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.
Һылтанмалар
- Большой Столыпинский проспект на плане Ростова-на-Дону 1917 года
- Вороши́ловский проспект в реальном времени 2012 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.