Время Победы (фестиваль-конкурс)
Тарихы
Фестивалгә 2019 йылда Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтерҙе сәнғәт аша мәңгеләштереү маҡсатында нигеҙ һалына. Инициатива совет һалдатының ҡаһарманлығына һәм йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә арналған ижади проекттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Фестиваль йыл һайын Мәскәүҙә үткәрелә[1].
2023 йылда фестиваль Мәҙәни инициативаларҙың Президент фонды грантын ала, был яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү һәм конкурс сараларының сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә[2].
Тасуирламаһы
«Время Победы» фестивале ике этапта үткәрелә: ситтән тороп һайлап алыу туры һәм шәхсән ҡатнашлыҡта финал туры. Конкурста өс төп номинация ҡаралған:
- Вокал сәнғәте: һуғыш һәм Еңеү көнөнә арналған, шул иҫәптән Александра Пахмутова йәки Марк Фрадкин[ru] кеүек совет композиторҙары әҫәрҙәрен дә индереп, йырҙар башҡарыу.
- Хореография сәнғәте: Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын сағылдырған бейеүҙәр ҡуйыу, шул иҫәптән халыҡ һәм заманса бейеүҙәр.
- Театр сәнғәте: драма сәхнәләре йәки хәрби тематикаға арналған, мәҫәлән, Константин Симоновтың әҫәрҙәренә йәки тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән сәхнәләштереүҙәр, постановкалар.
Һайлап алыу туры онлайн-форматта 29 марттан 25 апрелгә тиклем үтә. Ҡатнашыусылар рәсми сайт аша ғариза биреп, үҙҙәренең видеояҙмаларын ебәрә.
Фестивалде ойоштороусылар — музыкаль мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү һәм пропагандалауға ярҙам итеү бюроһы, «Медиа йондоҙо» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт, шулай уҡ Валентин менән Тамара Кудиновтарҙың «Йөрәк географияһы» хәйриә фонды[1][3].
Фестивалдә төрлө йәш категорияһы ҡатнаша ала. Мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән торған баһалама ағзалары сығыштарҙы художество тасиурлылығы критерийҙары буйынса баһалай.
Фестивалдең финал этабы майҙың тәүге көндәрендә Мәскәүҙә үтә[1]. Һайлап алыу туранын үткән ҡатнашыусылар баһалама ағзалары һәм тамашасы алдында сығыш яһап, номерҙарын өс номинацияла күрһәтә[4].
Фестиваль кульминацияһы булып гала-концерт тора. Унда лауреаттар һәм саҡырылған артистар ҡатнаша. Концерт барышында бүләкләү ойошторола, еңеүселәргә приздар, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла[1].
Фестиваль шулай уҡ мәғрифәтселек сараларын, мәҫәлән, билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәренең оҫталыҡ дәрестәрен үҙ эсенә ала[5].
Ҡатнашыу
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн рәсми сайт аша ғариза бирергә, заявка менән бергә анкета тултырыла һәм тематикаға тура килгән сығыштарҙың видеояҙмалары ебәрелә. Ойоштороусылар ғаризаларҙы ике көн эсендә ҡарай һәм раҫлау өсөн ҡатнашыусылар менән бәйләнешкә сыға[1][6].
Фестивалдә теләгән кеше, һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессионалдар ҙа ҡатнаша ала[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Официальный сайт фестиваля «Время победы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2025.
- ↑ Президентский фонд культурных инициатив. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2025.
- ↑ Время Победы. Официальный сайт фестиваль-конкурса «Время Победы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2025.
- ↑ Фестиваль-конкурс «Время Победы». 21 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Открытый фестиваль-конкурс талантов «Время Победы» в Москве. www.art-center.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2025.
- ↑ Условия и стоимость фестиваля «Время Победы». Официальный сайт фестиваля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2025.
- ↑ Международный фестиваль-конкурс «Время Победы». Официальный сайт фестиваля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2025.
Һылтанмалар
- Официальный сайт фестиваля «Время победы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2025.
- Президентский фонд культурных инициатив. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2025.
- Фестиваль «Время Победы»
- В Кабардино-Балкарии прошел патриотический фестиваль «Время Победы»
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |