Высокий (Силәбе өлкәһе)
Высокий — Силәбе өлкәһенең Сосновка районы ҡасабаһы. Полетаево ауыл биләмәһе составына инә.
ОКАТО коды: 75252834006
ОКТМО коды: 75652434126
Мәскәү ваҡыты менән айырма: +2 сәғәт.
GPS координаталары: N 55° 3' 15.48" E 60° 53' 9.96"
Автомобиль коды: 74, 174
Телефон коды: 35144
Географияһы
Высокий ҡасабаһы райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Бишкил йылғаһы буйында урынлашҡан. Релефы — ярым тигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены), иң яҡын бейеклек — 313 м. Ландшафты — урман-дала. Көнсығыш сите — урман массивы. Ҡасабаны күрше тораҡ пункттар менән грунт юлдары бәйләй. Район үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ (Долгодеревенское ауылы) 70 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Полетаево ҡасабаһы) — 19 км.
Тарихы
Высокий ҡасабаһына 1950-сы йылдарҙа нигеҙ һалына, уның территорияһында Сыбаркүл металлургия заводының 3-сө ярҙамсы хужалығы урынлаша. Рәсми рәүештә 1963 йылда теркәлә. Хәҙер ҡасабала «Витаминное» ЯАО бүлексәһе урынлашҡан[3].
Халҡы
| 2002[4] | 2010[5] |
|---|---|
| 262 | ↘207 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала халыҡ һаны 2010 йылда 207 кеше (98 ир-егет һәм 109 ҡатын-ҡыҙ) тәшкил итә (1970 йылда — 355, 1983 йылда — 330, 1995 йылда — 325, 2000 йылда — 320, 2001 йылдат — 310).
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы өҫтөнлөклө милләт буйынса халыҡ составы (2002 йылда): башҡорттар - 47%, урыҫтар - 37% тәшкил итә
Урамдары
Ҡасаба урамдары селтәре 6 урамдан һәм 1 тыҡрыҡтан тора[6].
Йәштәр урамы
Сауҙа урамы
Үҙәк урам
Мәктәп урамы
Сауҙа тыҡрығы
Урман урамы
Октябрь урамы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ chel-portal.ru/enc/poselok_vysokiy
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Сосновский р-н → Высокий п.