Вятка дәүләт ауыл хужалығы академияһы

Юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Вятка дәүләт ауыл хужалығы академияһы» (Вятка ГСХА, ВГСХА) — Киров ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.

Тарихы

1901 йылда Вятка ҡалаһында Вятка губернаһы земствоһы инициативаһы буйынса ауыл хужалығы техник училищеһы асыла. Ул агрономдар, землемерҙар һәм башҡа белгес-аграрийҙар әҙерләй. 1930 йылдың июлендә училище Зоотехник-ветеринария институты итеп үҙгәртелә. Институтта ике факультет булдырыла — зоотехник (хәҙер, биология) һәм ветеринария (хәҙер, ветеринария медицинаһы факультеты)[3].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда институтта 60 уҡытыусы эшләй (шуларҙан 9 профессор һәм 18 доцент). 500-ҙән ашыу студент уҡый. 1944 йылда агрономия факультеты асыла, ә институт үҙе Киров ауыл хужалығы институты тип үҙгәртелә.

1952 йылда ауыл хужалығын механизациялау факультеты асыла (хәҙер инженер факультеты). 1960 йылда Октябрь проспектында хәҙерге төп корпус асыла. 60-сы йылдарҙа институтта ике яңы һөнәр булдырыла: «Һунарсылыҡ белеме» һәм «Иҡтисад».

1995 йылда институт Вятка дәүләт ауыл хужалығы академияһы итеп үҙгәртелә. Ул бөтә эшләгән йылдарында 40 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған.

Етәкселеге

Академияны педагогия фәндәре докторы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент Елена Сергеевна Симбирских етәкләй.

Уҡытыу-методика эше буйынса проректоры — техник фәндәр кандидаты, доцент Поярков Михаил Сергеевич;

Тәрбиә эштәре буйынса проректор — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент Дарья Леонидовна Старкова;

Фән буйынса проректор — техник фәндәр докторы, профессор Ҡорбанов Рөстәм Фәйзулхаҡ улы;

Иҡтисад һәм инновациялар буйынса проректор — иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Костенко Ольга Владимировна.

Факультеттары

Агрономия факультеты

Деканы — Тюлькин Алексей Владимирович.

Үҙенең тарихын 1901 йылда уҡ, Вятка ауыл хужалығы техник училищеһына нигеҙ һалынғанда башлай. Белгес-аграрийҙар әҙерләй. Факультетты тамамлаусылар хужалыҡ етәкселәре, баш агрономдар булып эшләйҙәр, агрономия хеҙмәтен етәкләйҙәр.

Биология факультеты

Деканы — Елена Владимировна Маханова

Факультетҡа 1930 йылда, ауыл хужалығы училищеһы Вятка зоотехник-ветеринария институты итеп үҙгәртелгән ваҡытта нигеҙ һалына. Зооинженерҙар, һунар белгестәре, биоэкологтар әҙерләй.

Ветеринария медицина факультеты

Деканы — Соболева Ольга Анатольевна.

Факультет 1930 йылда асыла. Ветеринария, товароведение, аҙыҡ-түлек тауарҙарына экспертиза яһау һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләүҙе тормошҡа ашыра. Факультет үҙе эшләгән йылдарҙа 7000-дән ашыу студентты әҙерләп сығара, 32 тамамлаусыһы «Атҡаҙанған ветеринария табибы» маҡтаулы исеменә лайыҡ.

Химия-технология факультеты

Деканы — Вылегжанин Павел Николаевич.

Факультетта түбәндәге йүнәлеш буйынса бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләү алып барыла:

  • Агроинженерия;
  • Транспорт-технологик машиналарҙы һәм ҡоролмаларҙы эксплуатациялау;
  • Транспорт процестары технологияһы;
  • Техносфера хәүефһеҙлеге.

6500-ҙән ашыу белгес-инженер әҙерләп сығарған.

Иҡтисад факультеты

Деканы — Татьяна Борисовна Шиврин.

Факультеттарҙың иң йәше. Түбәндәге һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләй:

  • «Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит»
  • «Финанс һәм кредит»
  • «Иҡтисад һәм предприятиела идара итеү»
  • «Ойоштороу менеджменты»
  • «Маркетинг»

Бакалавриаттың ике йүнәлеше буйынса әҙерлек алып бара:

Факультет ҡарамағында финанс-иҡтисад колледжы эшләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый государственный реестр юридических лиц
  3. й са

Һылтанмалар

Категориялар