Вәлидов Эльдар Сергеевич
Вәлидов Эльдар Сергеевич (1983 йылдың 16 июне, Екатеринбург) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы; «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары[1].
Биографияһы
Эльдар Сергеевич Вәлидов 1983 йылдың 16 июнендә Екатеринбургта тыуа. 2000 йылда Нефтекаманың 10-сы мәктәбен тамамлай. 2005 йылда Башҡорт дәүләт университетын «Ҡулланма математика һәм информатика» һөнәре буйынса тамамлай. 2015 йылда «Иҡтисад һөнәре буйынса икенсе юғары белем ала»[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген физика уҡытыусыһы булып башлай.
2007—2019 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының йәштәр эштәре буйынса комитеты» муниципаль бюджет учреждениеһында төрлө вазифаларҙа, 2019 йылда ҡала хакимиәтендә эшләй.
2020 йылдың июнендә ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[3].
2022 йылдың 18 мартында Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп һайлана[4][5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Валидов Эльдар Сергеевич. 9 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Глава администрации городского округа г. Нефтекамск, Официальный сайт администрации городского округа г. Нефтекамск. 14 июль 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мэром Нефтекамска назначен Эльдар Валидов (21.03.2022). 14 июль 2025 тикшерелгән.
- ↑ Новым мэром Нефтекамска стал Эльдар Валидов (21 марта 2022). 14 июль 2025 тикшерелгән.
- ↑ Назначен новый мэр Нефтекамска (рус.) (21 март 2022).
- ↑ Автомеханик, ставший миллионером: что известно о заме мэра Уфы, который возглавил Нефтекамск (28 февраль 2022). 14 июль 2025 тикшерелгән.
- ↑ Нефтекамск. Официальный сайт администрации городского округа - Глава администрации городского округа г.Нефтекамск - Документация. neftcity.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
Һылтанмалар
- Новый глава Нефтекамска Эльдар Валидов будет создавать в городе антикризисный штаб (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2025)
- Большое интервью главы администрации Нефтекамска (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2025)