Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙы

Аида Фәрит ҡыҙы Вёлиева (рус. Валеева Аида Фаритовна; 1960 йылдың 4 майы, Өфө ) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2008).

Биографияһы

Аида Фәрит ҡыҙы Вәлиева 1960 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1982 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Диплом алғандан һуң «Кристалл» монтаж-технология идаралығында эшләй (Өфө). 1984 йылдан алып Өфө авиация институтында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2008)[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

2006 йылда «Конструктивные методы для решения задач ортогональной упаковки и раскроя» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре хисаплау математикаһы, математик программалау, комбинаторлы оптимизациялау менән бәйле. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

  • Методы локального поиска в дискретных задачах оптимального распределения ресурса. Өфө, 2001 (авторҙаш);
  • Задачи двухмерной упаковки в контейнеры: новые подходы к разработке методов локального поиска оптимума. М., 2004 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар