Вәлиева Лилиә Әнүәр ҡыҙы

Лилиә Әнүәр ҡыҙы Вәлиева (рус. Валеева Лилия Анваровна; 1952 йылдың 26 майы, Ҡырғыҙ-Миәкә, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-фармаколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһының фармакологтар йəмғиəте рəйесе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000).

Биографияһы

Лилиә Әнүәр ҡыҙы Вәлиева 1952 йылдың 26 майында Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

1976 йылдан алып — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе медицина-санитария бүлегенең 13-сө дауаханаһында, 1978 йылдан башлап

Башҡорт дәүләт медицина институтында эшлəй: 19881994 йылдарҙа өлкəн ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — 2-се фармакология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта

2004 йылдан 2016 йылға тиклем — фармацевтика факультеты деканы[1].

Фəнни эшмәкәрлеге

Фəнни тикшеренеүҙəре молекуляр фармакология һəм хроно-биология проблемаларына арналған. Вәлиева Лилиә Әнүәр ҡыҙы организмдың тирə-яҡ мөхиттең тəүлек һəм миҙгел үҙгəрештəренə ҡарата адаптацияһы механизмдарында, миокард инфаркты һəм нервы-психик ауырыуҙар патогенезында, кардиотроп һəм психотроп дарыуҙар тəьҫире механизмдарында йөрəк һəм мейе лизосомалары һəм рецепторҙарының (гистаминлы, дофаминлы, серотонинлы һәм башҡа) ролен өйрəнə. 2003 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының фармакологтар йəмғиəте рəйесе. 250-нəн ашыу фəнни хеҙмəт һəм 3 уйлап табыу авторы[2].

  • Медицина фәндәре докторы (1999)
  • Профессор (2000)

Иҫкәрмәләр

  1. Валеева Лилия Анваровна. Башкирский государственный медицинский университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2026.
  2. История кафедры. Введение вформакологию.... Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2026.

Һылтанмалар