Вәлиев Иршат Ғәли улы

Иршат Ғәли улы Вәлиев (рус. Иршат Галеевич Валеев1928 йылдың 1 авгусы, Миәкә районыӨфө) — совет башҡорт театр актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984). 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Биографияһы

1928 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы) Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған.

1951 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң (Х. Бохарский, Ғ. С. Саттаров курсы), Салауат башҡорт драма театры, 19771988 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры актёры.

1997 йылдың 12 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була. Салауат ҡалаһында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге

Вәлиев Иршат Ғәли улы үҙенең ижадында персонаждарҙың идея асылын тулыһынса кәүҙәләндерергә ынтылған үҙенсәлекле актёр. Салауат башҡорт драма театрында иҫтә ҡалырлыҡ Тимербулат («Ул ҡайтты», Ә. Ҡ. Атнабаев), Исламғәли («Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. М. Мирзаһитов), Андерсон («Иблес шәкерте», Б. Шоу) образдарын ижад итә. Башҡорт драма театрындағы төп ролдәре: Назар Вьюгин («Ун өсөнсө председатель», А. Х. Абдуллин), Насип («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..», М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса Р. В. Исрафилов инсценировкаһы), Сарафанов («Өлкән улым», А. В. Вампилов).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Һылтанмалар