Вәхитов Фәрит Назар улы

Вәхитов Фәрит Назар улы (1.2.1933 — 14.02.2024) — журналист, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Журналистар союзы ағзаһы (1969)[1].

Биографияһы

Фәрит Назар улы Вәхитов 1933 йылдың 1 февралендә БАССР‑ҙың Красноусол районы Ҡотлоғужа ауылында (хәҙер - Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) тыуған.

Балалыҡ йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгәнлектән, ауыл мәктәбенең 5 класында уҡыған сағында колхоз эштәрендә ҡатнаша.

1967 — Ҡазан университетын тамамлай.

Хеҙмәт һәм ижад юлы

1961 йылдан алып Туймазы ҡалаһында «Ленинский путь» («Ленин юлы»),

1963 йылдан Салауат ҡалаһында — «Ленинский путь» гәзиттәренең әҙәби хеҙмәткәре.

1968 йылдан башлап Өфөлә эшләй: «Кызыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, яуаплы секретарь урынбаҫары. 1969 йылдан башлап Журналистар союзы ағзаһы.

1984 йылдан алып Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса БАССР дәүләт комитеты телевидение студияһының баш мөхәррире.

1990—1998 йылдарҙа «Трибуна» гәзитенең баш мөхәррире.

2002 йылдан башлап Республика хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре.

1973 йылда донъя күргән «Трасса зовёт» («Юл саҡыра») китабы Усть-Балык—Ҡурған—Өфө—Әлмәт нефть үткәргесен төҙөүселәргә арналған.

2000—2005 йылдарҙа 1—2‑се китаптан торған «Аҡ аманат — һалдат хаттары» китабы нәшер ителә. Вәхитов Ф. Н. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың үҙе йыйған хаттарынан төҙөгән. Советтар Союзы Геройҙары һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, шулай уҡ онотолған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар тураһында очерктар, мәҡәләләр авторы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2000)[2][3].

2011 — БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

2024 йылдың 14 февралендә вафат булды[4].

Хеҙмәттәре

  • «Трасса зовёт» (1973)
  • «Аҡ аманат — һалдат хаттары» (2000-2005)
  • «Генералы Башкортостана»: документально-публицист. очерки. Уфа, 1995 (авторҙаш)
  • «Слава башкирских конников» Уфа, 2005 (авторҙаш)[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре