Гена Димитрова
Биографияһы
Гена Димитрова 1941 йылдың 6 майында Болгарияның Плевен өлкәһендәге Беглеж ауылында тыуған.
Бала саҡтан уҡ йырлай, тәүге музыка уҡытыусыһы Ивану Генков ҡыҙҙың уңышлы киләсәген күҙҙаллай. Гимназияла опера әҫәрҙәрен башҡара башлай.
1964 йылда Софияла Болгария дәүләт консерваторияһын тамамлай. Үҙ-үҙен тәьмин итер өсөн консерватория ашханаһына эшкә урынлаша, шунлыҡтан байыраҡ коллегаларының төртөрөүҙәренә дусар була. Генаның уҡытыусыһы билдәле опера йырсыһы һәм педагог Христо Брымбаров була, уның уҡыусылары араһында шулай уҡ Николай Гяуров, Борис Христов, Никола Гюзелев, Кирилл Кристев, Никола Николов, Димитр Узунов, Райна Кабаиванска һ.б. бар.
1964—1966 йылдарҙа Болгария дәүләт консерваторияһында стажировка үтә. 1966 һәм 1970 йылдарҙа Ла Скала уҡыуханаһында профессорҙар Ренато Пасторино, Энцо Феррари һәм Маргарита Карозионан дәрестәр ала.
1967 йылдың 27 декабрендә София халыҡ операһында (Болгария милли опера һәм балет театры) Джузеппе Вердиның «Набукко» операһында Абигейл роле менән дебют сығышы була. Тиҙҙән уңышлы сығыш яһай башлай һәм ваҡыт үтеү менән донъяның иң яҡшы опера сәхнәләрендә күренә башлай. 1971 йылда «Яҙмыш көсө» операһы менән Франция буйлап турнеға бара.
Хосе Каррерас, Пьеро Капучили, Пласидо Доминго, Лучано Паваротти һ.б. менән бергә сығыш яһай.
Афина, Рим, Будапешт, София һәм башҡа ҡалаларҙың консерваторияларында мастер-кластар уҙғара. Йәш таланттар менән эшләй, уларҙың концерттарын ойоштора һәм шунда башҡарыусы булараҡ сығыш яһай. Уҡыусылары араһында Елена Баримова һәм Байса Дашням бар.
2005 йылдың 11 июнендә Миланда яман шеш ауырыуынан вафат була.
Опера партиялары
- Абигейл — «Набукко» Дж. Верди (1967, София; 1986, Милан)
- Амелия — «Бал-маскарад» Дж. Верди (1972, Парма; 1973, Милан)
- Тоска — «Тоска» Дж. Пуччини (1978, Вена; 1987, Нью-Йорк; 1988, Милан)
- «Джоконда» Пончиели (1980, Верона)
- Турандот — «Турандот» Дж. Пуччини (1983, Верона, Милан; 1987, Нью-Йорк)
- Леди Макбет — «Макбет» Дж. Верди (1983, Милан; 1984, Зальцбург)
- Амнерис — «Аида» Дж. Верди (1983, Милан)
Маҡтаулы исемдәре
- Болгарияның халыҡ артисы (1979).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ghena Dimitrowa // FemBio-Datenbank (нем.)
- ↑ 1 2 Ghena Dimitrowa // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ Record #35372710 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ performing-arts.ch / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы