Гинзбург Лидия Яковлевна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Һөнәр төрө писательница, литературовед, мемуаристка, әҙәби тәнҡитсе, историк литературы
Файл:Гинзбург Лидия Яковлевна.JPG
Уҡыу йорто
Тыуған урыны
Бер туғандары Виктор Яковлевич Типот[d]
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Тыуған көнө 18 март 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы
Гражданлығы
Ерләнгән урыны
Вафат булған көнө 17 июль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2] (88 йәш)
Вафат булған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Гинзбург Лидия Яковлевна (18 март 1902 йыл — 17 июль 1990 йыл) — СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, мемуарсы, филология фәндәре докторы (1957). СССР дәүләт премияһы лауреаты (1988)[3].

Биографияһы һәм ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лидия Яковлевна Гинзбург 1902 йылдың 18 мартында Одессала инженер Яков Моисеевич Гинзбург һәм Рахиля (Раиса) Давидовна Гинзбург (ҡыҙ фамилияһы Гольденберг) ғаиләһендә тыуған; 1867—1942)[4]. Бала сағында Люся исемен йөрөтә. Режиссёр Виктор Яковлевич Типоттың апаһы. 1909 йылдың декабрендә атаһы мәрхүм булғас ағаһы — инженер-химик Гинзбург Марк Моисеевич ғаиләһендә йәшәй һәм тәрбиәләнә (?-1934).

Ленинградта сәнғәттәр тарихы институтының һүҙ факультетын тамамлай (1926), унда 1922 йылдан Борис Эйхенбаумдың уҡыусыһы була.

Йәш сағында формаль мәктәпкә яҡын була, йәш формалистар — Николай Степанов, Гофман Виктор, Николай Коварский, Вениамин Каверин һәм башҡалар даирәһендә нәшер ителә (егерменсе йылдарҙан баҫылмаған эштәре 2007 йылда баҫылып сыға[5]). Әҙәби-художестволы авангардҡа яҡынлығы менән бәйле уның һәм йәш формалистарҙың «Радикс» (1927) һәм обэриуттарҙың «Ванна Архимеда» (1929, сыҡмай) йыйынтығында берҙәм ҡатнашлығы планлаштырыла. Шәхес булараҡ 1920 йылда формалашыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала[6]. ГИИ ябылғандан һуң эшселәр факультетында уҡыта[7].

1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1940 йылда Ленинград дәүләт университетында «Творческий путь Лермонтова» монографияһы нигеҙендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ленинград блокадаһын кисерә, әсәһен юғалта, ул 1942 йылда дистрофиянан вафат була. Ҡала радиокомитетында штатлы мөхәррир булып эшләй. Карелия-Фин университетының әҙәбиәт кафедраһы доценты (1947—1950).

1957 йылда «„Былое и думы“ Герцена» монографияһы сыға, ул ғалимдың докторлыҡ диссертацияһы нигеҙе була. «О лирике» (1964) һәм «О психологической прозе» (1971) китаптары әҙәбиәт ғилеменә байтаҡ өлөш индерә.

Шәхсән Ахматова, Маяковский, Шкловский, Эйхенбаум, Тынянов, Н. Я Мандельштамды белә һәм улар тураһында хәтирәләр ҡалдыра. Бенедиктов, Вяземский, Веневитинов һ. б. тураһында күп хеҙмәттәр авторы.

Гинзбургтың 1920—1980 йылдарҙағы мемуаристикаһы һәм ҡуйын дәфтәре тик Үҙгәртеп ҡороу осоронда ғына нәшер ителә башлай һәм әлегә тиклем тулыһынса баҫтырып сығарылмаған. Уның Н.Мандельштам, Н. Ильина, Б. Бухштаб менән хатлашыуҙары өлөшләтә баҫылып сыҡҡан.

Туғаны — яҙыусы Наталья Соколова.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Агентство Пинкертона» (1932)
  • «Творческий путь Лермонтова» (1940)
  • «„Былое и думы“ Герцена» (1957)
  • «О лирике» (1964, 1974, 1997)
  • «О психологической прозе» (1971, 1977; англ. пер. 1991)
  • «О литературном герое» (1979)
  • «О старом и новом» (1982)
  • «Литература в поисках реальности» (1987)
  • «Человек за письменным столом» (1989)
  • «Претворение опыта» (1991)
  • «Записные книжки» (1999)
  • «Записные книжки. Воспоминания. Эссе» (2002)
  • «Работы довоенного времени: Статьи. Рецензии. Монография» (2007)
  • «Проходящие характеры: Проза военных лет. Записки блокадного человека». М.: Новое издательство, 2011. 600 с., ISBN 978-5-98379-143-5

«Записки блокадного человека» китабы инглиз, француз, испан, немец, нидерланд, швед телдәрендә баҫылып сыҡҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Record #22254505 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Lidiya Ginzburg // Babelio (фр.) — 2007.
  3. за книги «О литературном герое» и «Литература в поисках реальности»
  4. Emily Van Buskirk «Lydia Ginzburg’s Prose: Reality in Search of Literature»
  5. Книга «„Младоформалисты“. Русская проза» — купить книгу ISBN 978-5-9676-0113-9 с доставкой по почте в интернет-магазине Ozon.ru
  6. Ван Баскирк Э., Зорин А. Л. Гинзбург и перестройка // Новое литературное обозрение, 2012, N 116
  7. Галяс А. Гинзбург Лидия Яковлевна

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Canadian American Slavic Studies. Summer 1985. Vol. 16. № 2. (Lidia Ginzburg’s Contribution to Literary Criticism.)
  • Кумпан Е. А. Ближний подступ к легенде. СПб.: Звезда, 2005
  • Lydia Ginzburg’s Alternative Literary Identities / Ed. by Emily Van Buskirk and Andrei Zorin. Oxford: Peter Lang, 2012.
  • Савицкий С. А. Частный человек. Л. Я. Гинзбург в конце 1920-х — начале 1930-х годов. СПб.: Изд-во Европейского университета, 2013. — 222 с.
  • Van Buskirk, E. Lydia Ginzburg’s Prose: Reality in Search of Literature. Princeton, NJ: Princeton University Press, 2016.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]