Глубокий Яр (Ҡырым)

Глубо́кий Яр (1945 йылға тиклем Улаклы́) — Ҡырым Республикаһы Баҡсаһарай районындағы ауыл[4].

Хәҙерге торошо

Глубокий Яр ауылы 55,8 гектар майҙанды биләй, унда, ауыл советының 2009 йылғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 222 йортта 616 кеше иҫәпләнгән[5]. Ауылда 6 урам[6], фельдшер-акушерлыҡ пункты[7], магазин[8], «Улаҡлы джамиси» мәсете эшләй[9].

Халҡы

Халыҡ һаны
2001[10]2014[11]2020[12]
618592585
100
200
300
400
500
600
700
2001
2014
2020

2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, аралашыу телдәре буйынса киләһе бүленеш күҙәтелде[13]

Тел Процент
урыҫ теле 56.96
ҡырымтатар теле 29.77
украин теле 9.22
башҡалар 0.65

Һан динамикаһы

Географияһы

Ауыл Ҡырым тауҙарының Өсөнсө (Тышҡы) һәм Икенсе (Эске) теҙмәләре араһындағы үҙәндә урынлашҡан, ауыл үҙәгенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 235 метр[24]. Райондың үҙәк өлөшөндә, 35Р-001 35Р-001 (Симферополь — Севастополь) шоссеһынан 35Н-061 автомобиль юлы буйлап 2 км алыҫлыҡта[25], район үҙәгенән яҡынса 9 км алыҫлыҡта[26], яҡындағы тимер юл станцияһынан — Самохвалово — 1,5 км, яҡындағы Севастьяновка ауылынан — 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Атамаһы

Улаҡлы ауылының тарихи исемен, ғәҙәттә, ҡырым татарҙарының ulaq — «кәзә бәрәсе» һүҙе менән бәйләйҙәр. Был осраҡта уны «кәзә бәрәсле», «кәзә бәрәстәре булған» тип тәржемә итергә мөмкин. Урта быуаттарҙа тау алды Ҡырымында таралған ҡыпсаҡ телендә был һүҙ, ғөмүмән, бала тигәнде күҙ уңында тотҡан. Башҡа төрки телдәрҙә (әзербайжан, ҡаҙаҡ, башҡорт, татар) телдәрендә ulaq һүҙе «перекладная», «алмаш ат» тигән мәғәнәлә ҡулланылған. Ауыл атамаһының был һүҙ менән дә бәйле булыуын инҡар итергә ярамай[27].

Тарихы

Төрлө сығанаҡтарға ярашлы (мәҫәлән, Раммал-Хужаның «Тарих-и Сәхибгәрәй», XVI быуат), Улаҡлы ауылында, «Ҡырым хандарының ҡыҫҡаса тарихы» мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Мәһмәдгәрәй IV тарафынан 1654 йәки 1665 йылдарҙа төҙөлгән ҡырым хандарының ҡаланан ситтәге резиденцияларының береһе (урынлашыу урыны аныҡ ҡына билдәле түгел, тарихи документтарҙа Улаҡлы ауылы Гәрәйҙәр килеп йөрөй торған урын тип күрһәтелгән)[28] урынлашҡан[29]). Бынан тыш, ауылда XX быуат башына тиклем мәсет һәм мәҙрәсә булған, һәм уларҙы Ҡырымдың беренсе бойондороҡһоҙ ханы Хажигәрәй (1441—1466 йыл) төҙөгәнлеге билдәле. Ауыл тәүге тапҡыр яҙма сығанаҡтарҙа 1679 йылда кадиаскер эшендә телгә алына, өҫтәүенә, дәғүә итеүсе Улаҡлы әрмән мәхәлләһе (эхаили) була[30]. Улаҡлы ауылы хәҙергеһенән саҡрым ярым көнсығыштараҡ, тауҙарға табан бер аҙ юғарыраҡ, елдән һаҡланған һыҙала (балка), ята. Унда әлегәсә бер нисә йорт һаҡланып ҡалған. XVIII быуатҡа ауыл халҡының төп өлөшөн ҡырым гректары — урумдар — тәшкил иткән[31]. А. В. Суворовтың "Азов буйынан сығарылған христиандар исемлеге"нә ярашлы, 1778 йылдың 18 сентябренә ҡарата ауылдың 215 кешеһе Аҙау буйына күсерелә[32], унда әлеге ваҡытта Донецк өлкәһенең Великоновосёлковский районындағы ошо уҡ Улаҡлы исемле ауылына нигеҙ һалына. 1784 йылғы Ҡырымды Камера Тасуирламаһында яҙылғанса, күсерелгәндән һуң … 54 буш христиан йорто ҡалған. Шуларҙың 37-һе емерелгән, ә 17-һе бөтөн килеш (О. А. Игельстромдың 1783 йылдың 14 декабрендәге барон исемлеге буйынса Улаҡлыла 28 буш йорт ҡалған)[33]). "Элекке Шаһингәрәй хан осоронда төрлө ауылдарҙан сыҡҡан християндар һәм уларҙың ҡалған имениелары тураһында татар телендә яҙылған һәм 1785 йылда тәржемә ителгән Улаҡлы ауылының 48 йорт хужаһының мөлкәтен һәм ерҙәрен ентекләп күрһәткән исемлеге бар. Күбеһенең 2-шәр йорто, өс хужаның 3-әр йорто булған, 12 йорт емертелгән, барыһының да тиерлек келәттәре булған. Нигеҙҙә, ер биләмәләренән һөрөнтө ерҙәр һанап кителгән, барлығы өс баҡса һәм бер йәшелсә баҡсаһы (бахча) күрһәтелгән. Унда, «ауыл Симферополь өйәҙе ҡаҙнасыһы Василий Калчигинға эшкәртеүгә бирелгән», тип өҫтәп яҙылған[34]. Шулай уҡ "Камераль тасуирлама…"нан ауылдың Баҡсаһарай ҡаймаҡанлығы Мөфтөй Апралыҡ ҡадылығына ҡарауы билдәле[35].

1783 йылдың 8 (19) апрелендә Ҡырымдың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуынан һуң[36], Екатерина IIнең 1784 йылдың 8 февралдәге Сенатҡа йүнәлтелгән исемле бойороғо менән элекке Ҡырым ханлығы биләмәһендә Таврия өлкәһе ойошторола һәм ауыл Симферополь өйәҙенә беркетелә[37]. Павел I реформаларынан һуң, 1796 йылдан 1802 йылға тиклем, Новороссия губернаһының Аҡмәсет өйәҙенә инә[38]. Яңы административ бүленеш буйынса, 1802 йылдың 8 октябрендә Таврия губернаһын ойошторолғандан һуң[39], Улаҡлы Симферополь өйәҙенең Аҡтач улусы составына индерелә.

1805 йылда 1805 йылдың 9 октябрендә Симферополь өйәҙендәге, улустарҙа нисә ихата һәм йән… иҫәбе күрһәтелеп, бөтә ауылдар исемлеге төҙөлә, уның буйынса Ураҡлы ауылындағы 18 йортта 73 ҡырым татары һәм 5 ясыр (ясыр — әсир, тотҡон) иҫәпләнәЯсыр // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.</ref>)[14]. Генерал-майор Семён Александрович Мухиндың 1817 йылғы хәрби-топографик картаһында ауылда 20 йорт яҙылған[40]. 1829 йылғы реформа һөҙөмтәһендә Улаҡлы, «1829 йылда Таврия губернаһының ҡаҙна улустары тураһындағы исемлеге»нә ярашлы, Дыуанҡай улусы составындағы Аҡтач улусына бирелә[41]. 1836 йыл картаһында ауылда 14 ихата иҫәпләнә[42]һәм 1842 йылғы картала Улаҡлы «кескәй ауыл» тип билдәләнгән[43]. Һуңынан, ихтимал, XIX быуаттағы эмиграция тулҡыны менән бәйле, халыҡтың күсеп китеүе күҙәтелә[44] . Һуңынан халыҡ, күрәһең, эмиграция тулҡындарының береһе менән бәйле күсеп киткән һәм 1842 йыл картаһында Улаҡлы «бәләкәй ауыл» тигән шартлы билдә менән билдәләнгән

1860-сы йылдарҙа, Александр II батшаның земство реформаһынан һуң, ауыл Манғыш улусына беркетелә. 1864 йылғы VIII йәниҫәп һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән "1864 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Таврия губернаһының торама урындары исемлеге"нә ярашлы, Улаҡлы — исемһеҙ һыу сығанағы буйында урынлашҡан 9 ихаталы, мәсете һәм мәҙрәсәһе булған 58 кеше йәшәгән ҡырым татарҙары ауылы[15] (1865—1876 йылғы өс саҡрымлыҡ картала 15 ихата билдәләнгән)[45]). 1887 йылғы Х йәниҫәп (рәүиз) һөҙөмтәләре буйынса "1889 йылда Таврия губернаһының иҫтәлекле китабы"нда Улаҡлылағы 50 хужалыҡта 274 кеше йәшәгән[16], ә 1890 йылғы саҡрымлыҡ (верстовой) картала — ҡырым татарҙары йәшәгән 25 хужалыҡ бар[46].

1890-сы йылдарҙағы земство реформаһынан һуң[47], ауыл яңы Тау-Бодраҡ улусы составына индерелә. "…Таврия губернаһының 1892 йылға иҫтәлекле китабы"на ярашлы, Манғыш ауыл йәмғиәтенә ингән Улаҡлы ауылында 19 хужалыҡта 113 кеше иҫәпләнгән[17]. «…Таврия губернаһының 1902 йылға иҫтәлекле китабы»на ярашлы, улусҡа (иҫәп өсөн) беркетелгән Улаҡлы ауылында 19 хужалыҡта 142. барыһы ла ерһеҙ, кеше иҫәпләнгән[18]. Таврия губернаһының статистик белешмәһе буйынса. — II бүлек. Статистик очерк, 6-сы сығарылыш. Симферополь өйәҙе, 1915 йыл, Симферополь өйәҙе Тау-Бодраҡ улусы Улаҡлы ауылында 48 хужалыҡта 350 кеше иҫәпләнгән". Дөйөм биләмәлә 102 дисәтинә ер, ергә эйә 11 хужалыҡ, 37 ерһеҙ хужалыҡ була. Хужалыҡтарҙа 96 ат, 28 егеү үгеҙе (вол), 44 һыйыр, 37 быҙау һәм ҡолон, 450 баш ваҡ мал[19]һәм уларға беркетелгән утар һәм дүрт: 2 Хан-Эли һәм 2 Хажи-Бике баҡсаһы була[48].

Ҡырымда Совет власы урынлаштырылғандан һуң, Ҡырымревкомының 1921 йылдың 8 ғинуарындағы ҡарары буйынса[49] улус системаһы бөтөрөлә һәм ауыл Симферополь өйәҙенең Баҡсаһарай районы (округ) составына индерелә[50], ә 1922 йылда өйәҙҙәр округтар тип атала[51]. Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ҡарарына ярашлы, 1923 йылдың 11 октябрендә Ҡырым АССР-ының административ бүленешенә үҙгәрештәр индерелә, улар һөҙөмтәһендә Баҡсаһарай районы булдырыла[52] һәм ауыл уның составына индерелә. 1926 йылдың 17 декабре Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу буйынса Ҡырым АССР-ының Тораҡ пункттары исемлегенә ярашлы, Баҡсаһарай районының Улаҡлы ауыл советы үҙәге Улаҡлы ауылында 47 хужалыҡ, шуларҙың 46-һы — крәҫтиән, 225 кеше (102 ир-егет һәм 123 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнгән, бөтәһе лә ҡырым татарҙары[20]. 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 170 кеше йәшәгән[21].

1944 йылда, Ҡырым халҡын фашистарҙан азат иткәндән һуң, Дәүләт оборона комитетының 1944 йылдың 11 майындағы 5859-сы ҡарарына ярашлы, 18 майҙа ҡырым татарҙары Урта Азияға ҡыуыла[53]. 1944 йылдың 12 авгусында районға 6000 колхозсыны күсереү планлаштырыла[54] һәм 1944 йылдың сентябрендә районға РСФСР-ҙың Орёл һәм Брянск өлкәләренән тәүге күсеп килеүселәр (2146 ғаилә) килде, ә 1950-се йылдар башында Украинаның төрлө өлкәләренән күсеп килеүселәрҙең икенсе тулҡыны башлана[55]. РСФСР Юғары Советы Президиумының 1945 йылғы 21 август Указына ярашлы, Улаҡлы ауылы — Глубокий Яр тип, ә Улаҡлы ауыл советы Глубокоярский тип үҙгәртелә[56]. 1946 йылдың 25 июненән Глубокий Яр РСФСР-ҙың Ҡырым өлкәһе составында[57], ә 1954 йылдың 26 апрелендә Ҡырым өлкәһе РСФСР составынан Украина ССР-ы составына тапшырыла[58]. Ауыл советын бөтөрөү ваҡыты әлегә билдәләнмәгән: 1960 йылдың 15 июненә ауыл Скалистовка ауыл советы составында була[59]. СССР-ҙағы 1989 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәре буйынса ауылда 568 кеше йәшәгән[21]. 1991 йылдың 12 февраленән — ауыл тергеҙелгән Ҡырым АССР-ында[60], 1992 йылдың 26 февралендә Ҡырым Автономиялы Республикаһы тип үҙгәртелә[61]. 2014 йылдың 21 мартынан — Ҡырым Республикаһы составында[62].

Иҫкәрмәләр

  1. Новый телефонный код Бахчисарая, как звонить в Бахчисарай из России, Украины. Справочник по отдыху в Крыму. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2016. Архивировано 7 август 2016 года.
  2. Приказ Россвязи от 31.03.2014 № 61 «О присвоении почтовых индексов объектам почтовой связи»
  3. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  4. Федеральный конституционный закон от 21.03.2014 № 6-ФКЗ "О принятии в Российскую Федерацию Республики Крым и образовании в составе Российской Федерации новых субъектов - Республики Крым и города федерального значения Севастополя".
  5. 1 2 Города и села Украины, 2009, Скалистовский сельсовет
  6. Крым, Бахчисарайский Район, Глубокий Яр. КЛАДР РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2014. Архивировано 22 декабрь 2014 года.
  7. Документи. govuadocs.com.ua. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 9 октябрь 2014 года.
  8. Об утверждении перечня мест для проведения публичных мероприятий на территории Республики Крым. Правительство Республики Крым. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2015 года.
  9. Мечеть Улакълы джамиси. IMUSLIM. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 15 октябрь 2014 года.
  10. Украина. Перепись населения 2001 года.
  11. Перепись населения 2014 года. Численность населения Крымского федерального округа, городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений.
  12. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya.
  13. Розподіл населення за рідною мовою, Автономна Республіка Крим (укр.) (недоступная ссылка — история). Державна служба статистики України. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 октябрь 2014. Архивировано 26 июнь 2013 года.
  14. 1 2 Ҡалып:Книга:Сборник документов по истории Крымско-татарского землевладения
  15. 1 2 Ҡалып:Книга:Таврическая губерния. Список населённых мест по сведениям 1864 г
  16. 1 2 Ҡалып:Книга:Памятная книжка Таврической губернии
  17. 1 2 Ҡалып:Книга:Календарь и Памятная книжка Таврической губернии на 1892 год
  18. 1 2 Ҡалып:Книга:Календарь и Памятная книжка Таврической губернии на 1902 год
  19. 1 2 Ҡалып:Книга:Статистический справочник Таврической губернии. 1915 год
  20. 1 2 Коллектив авторов (Крымское ЦСУ). Список населенных пунктов Крымской АССР по всесоюзной переписи 17 декабря 1926 года.. — Симферополь: Крымское центральное статистическое управление., 1927. — С. 14, 15. — 219 с. Архивная копия от 31 август 2021 на Wayback Machine
  21. 1 2 3 4 Ҡалып:Книга:Крымскотатарская энциклопедия
  22. с Глибокий Яр Автономна Республіка Крим, Бахчисарайський район (укр.). Верховна Рада України. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2014.
  23. Численность населения Крымского федерального округа, городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений. Федеральная служба государственной статистики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2016. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
  24. Прогноз погоды в с. Глубокий Яр (Крым). Weather.in.ua. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2014. Архивировано 17 октябрь 2014 года.
  25. Об утверждении критериев отнесения автомобильных дорог общего пользования… Республики Крым. Правительство Республики Крым (11 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2016. Архивировано из оригинала 27 ғинуар 2018 года.
  26. Бахчисарай - Глубокий Яр (Крым). Довезуха. РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2014 года.
  27. Henryk Jankowski. A Historical-Etymological Dictionary of Pre-Russian Habitation Names of the Crimea. — Leiden — Boston,: Brill Academic Pub, 2006. — 1298 с. — ISBN 9004154337.
  28. Пётр Кеппен. О древностях южнаго берега Крыма и гор Таврических.. — СПб: Императорская академия наук, 1837. — С. 138. — 417 с.
  29. Лашков Ф. Ф. Исторический очерк Крымско-татарского землевладения // Известия таврической учёной комиссии. — Симферополь: Таврическая Губернская Типография, 1895. — Т. 23. — С. 73. Архивная копия от 20 июль 2010 на Wayback Machine
  30. Лашков Ф. Ф. Исторический очерк Крымско-татарского землевладения // Известия таврической учёной комиссии. — Симферополь: Таврическая Губернская Типография, 1895. — Т. 23. — С. 110. Архивная копия от 20 июль 2010 на Wayback Machine
  31. Очерки Крыма (Марков)
  32. Ҡалып:Книга:Присоединение Крыма к России
  33. Лашков Ф. Ф. Камеральное описание Крыма, 1784 года. Ведомость о числе христианских деревень, оставшихся после христиан с показанием в них числа дворов, також и сколько в котором городе христианских домов состоит. // Известия Таврической Ученой Архивной Комиссии. — Симферополь: Известия Таврической ученой архивной комиссии, 1889. — Т. 7. — С. 26—45. — 126 с. Архивная копия от 9 ғинуар 2021 на Wayback Machine
  34. Ефимов А.В. (составитель). Тетрадь о казённых греческих деревнях // Христианское население Крымского ханства в 70-е годы XVIII в / В. В. Лебединский. — Москва: «Т8 Издательские технологии», 2021. — С. 33—35. — 484 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-907384-43-9. Архивная копия от 16 ғинуар 2022 на Wayback Machine
  35. Ҡалып:Книга:Лашков. Каймаканствы
  36. Сперанский М.М. (составитель). Высочайшій Манифестъ о принятіи полуострова Крымскаго, острова Тамана и всей Кубанской стороны, подъ Россійскую Державу (1783 г. Апрѣля 08) // Полное собрание законов Российской Империи. Собрание Первое. 1649—1825 гг.. — СПб.: Типография II Отделения Собственной Его Императорского Величества Канцелярии, 1830. — Т. XXI. — 1070 с.
  37. Гржибовская, 1999, Указ Екатерины II об образовании Таврической области. 8 февраля 1784 года, стр. 117
  38. О новом разделении Государства на Губернии. (Именный, данный Сенату.)
  39. Гржибовская, 1999, Из Указа Александра I Сенату о создании Таврической губернии, с. 124
  40. Карта Мухина 1817 года. Археологическая карта Крыма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ноябрь 2014. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  41. Гржибовская, 1999, Ведомость о казённых волостях Таврической губернии 1829 г. с. 127
  42. Топографическая карта полуострова Крыма : со съёмки полк. Бетева 1835-1840 г. Российская Национальная Библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2021. Архивировано 9 апрель 2021 года.
  43. Карта Бетева и Оберга. Военно-топографическое депо, 1842 г. Археологическая карта Крыма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2014. Архивировано 24 июль 2015 года.
  44. Ҡалып:Книга:К вопросу о переселении крымских мусульман в Турцию в конце XVIII — первой половине XIX веков
  45. Трёхверстовая карта Крыма ВТД 1865-1876. Лист XXXIII-12-c. Археологическая карта Крыма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2018. Архивировано 21 февраль 2014 года.
  46. Верстовая карта Крыма, конец XIX в. Лист XV-12. Археологическая карта Крыма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2014. Архивировано 29 ноябрь 2014 года.
  47. Ҡалып:Книга:История земства за сорок лет
  48. Гржибовская, 1999, Статистический справочник Таврической губернии. Ч.1-я. Статистический очерк, выпуск шестой Симферопольский уезд, 1915 год, с. 270
  49. Ҡалып:Книга:История городов и сел Украинской ССР. Крымская область
  50. Ҡалып:Книга:История городов и сел Украинской ССР. Крымская область
  51. Ҡалып:Книга:Население и промышленность Крыма
  52. Административно-территориальное деление Крыма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2013. Архивировано из оригинала 4 май 2013 года.
  53. Постановление ГКО № 5859сс от 11.05.44 «О крымских татарах»
  54. Постановление ГКО от 12 августа 1944 года № ГКО-6372с «О переселении колхозников в районы Крыма»
  55. Сеитова Эльвина Изетовна. Трудовая миграция в Крым (1944–1976) // Ученые записки Казанского университета. Серия Гуманитарные науки : журнал. — 2013. — Т. 155, № 3—1. — С. 173—183. — ISSN 2541-7738. Архивировано 30 ноябрь 2021 года.
  56. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 21 августа 1945 года № 619/3 «О переименовании сельских Советов и населенных пунктов Крымской области»
  57. Закон РСФСР от 25.06.1946 Об упразднении Чечено-Ингушской АССР и о преобразовании Крымской АССР в Крымскую область
  58. Закон СССР от 26.04.1954 О передаче Крымской области из состава РСФСР в состав Украинской ССР
  59. Ҡалып:Книга:Справочник административно-территориального деления Крымской области на 15 июня 1960 года
  60. О восстановлении Крымской Автономной Советской Социалистической Республики. Народный фронт «Севастополь-Крым-Россия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2018. Архивировано 30 март 2018 года.
  61. Закон Крымской АССР от 26 февраля 1992 года № 19-1 «О Республике Крым как официальном названии демократического государства Крым». Ведомости Верховного Совета Крыма, 1992 г., № 5, ст. 194 (1992). Архивировано 27 ғинуар 2016 года.
  62. Федеральный закон Российской Федерации от 21 марта 2014 года № 6-ФКЗ «О принятии в Российскую Федерацию Республики Крым и образовании в составе Российской Федерации новых субъектов — Республики Крым и города федерального значения Севастополя»

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Бахчисарайский район