Говерла
Говерла | |
---|---|
укр. Говерла | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 2061[1] м |
Урынлашыуы | |
48°09′38″ с. ш. 24°30′12″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Области | Карпат аръяғы өлкәһе, Ивано-Франковск өлкәһе |
Тау системаһы | Көнсығыш Карпаттар |
Тау һырты йәки массив | Черногора |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Говерла (укр. Гове́рла, рум. Hovârla — "үтергә ҡыйын ҡалҡыулыҡ"[2], тарих. венг. Hóvár) —Украина территорияһында иң бейек тау һәм иң юғары нөктә. Говерла Карпат аръяғы өлкәһе һәм Ивано-Франковск өлкәләренең сиктәрендә, Румыния сигенән яҡынса 17 километр алыҫлыҡта урынлашҡан [3]. Карпатылағы Черногора һыртына ҡарай. Тауҙың бейеклеге диңгеҙ өҫтөнән 2061 метр тәшкил итә.
Тау итәгендә Прут йылғаһының бер сығанағы бар. Тауға менеү буйынса беренсе туристик маршрут 1880 йылда асыла. Эре тораҡ пунктарынан яҡын тирәлә Рахов, Ясиня һәм Ворохта урынлашҡан.
Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туристик объект булараҡ билдәле. Көн аяҙ булған саҡта төньяҡта Ивано - Франковск өлкәләренең Ивано - Франковск, Коломыя һәм Снятин ҡалаларын, ә көньяҡ йүнәлештә — Румыния ҡалаһы Сигету -Мармациейҙы күрергә була. Говерла тауы башынан Карпаты аръяғындағы Петрос тауы (2020 метр) бик асыҡ күренә. Көньяҡ - көнсығышҡа табан Черногора һыртының түбәләр теҙмәһе һуҙыла. Аяҙ көндә Поп Иван тауындағы Аҡ фил обсерваторияһын күреп була. Тауҙан көньяҡ - көнбайыш яғына Марморош һырты күтәрелгән. Был һырт буйлап Румыния менән Украина сиктәре үтә.
Тау итәгендә Прут йылғаһының бер сығанағы бар. Инештән алыҫ түгел дөйөм бейеклеге 80 метр тәшкил иткән шарлауыҡтар каскады урынлашҡан.
Легендалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Говерла һәм Прут[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Говерла һәм Прут тураһында бер - береһенә оҡшаш легендалар бар. Шуларҙың береһе буйынса, улар ҡасандыр егет менән ҡыҙ булғандар һәм, ҡыҙҙың атаһы уҫал Мольфар белеп ҡалғанға тиклем, бер- береһен яратҡандар. Прут Говерланы тапмаһын өсөн, атаһы уны тауға әүерелдереп, йәшергән. Прут, һөйгәнен сихырҙан арындырыр өсөн, таң беленгән саҡта тау түбәһенә менергә кәрәк икәнен белеп ҡалған. Әммә ул ҡояш ҡалҡҡанға тиклем менеп өлгөрмәй, Говерла битләүенә ултыра ла илап ебәрә. Бына шулай итеп Говерла битләүҙәренән сыҡҡан Прут йылғаһы һаман да илай. Шул ваҡыттан алып Говерла менән Прут гел бергә.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −2,3 | −0,9 | 3,8 | 10,2 | 15,5 | 18,3 | 20,0 | 19,9 | 16,1 | 11,0 | 4,1 | −0,5 | 9,6 |
Уртаса температура, °C | −5,9 | −4,4 | −0,4 | 5,3 | 10,3 | 13,3 | 14,9 | 14,6 | 11,0 | 6,2 | 0,8 | −3,5 | 5,2 |
Уртаса минимум, °C | −9,5 | −7,9 | −4,6 | 0,3 | 5,1 | 8,2 | 9,7 | 9,3 | 5,8 | 1,3 | −2,5 | −6,4 | 0,7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 46 | 43 | 44 | 66 | 97 | 121 | 112 | 92 | 57 | 46 | 49 | 54 | 827 |
Сығанаҡ: Climate Data |
Говерлаға күтәрелеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күтәрелеүҙәрҙең күбеһе 1100 м бейеклектә булған Заросляк базаһынан башлана. Базаға тиклем йәйәүләп, автомобилдә йәки велосипедта барып етеп була, Ворохтанан йәки Верховинанан (Яремче тирә - яғы) бигерәк тә еңелгә тура киләсәк. Базанан тау түбәһенә ике һуҡмаҡ алып бара — береһе һөҙәк, дөйөм оҙонлоғо 4,3 км, икенсеһе күпкә текәрәк (3,7 км). Заросляк базаһынан трекингты башлағанда, йылдың йәйге айҙарында тау түбәһен яулап алыуы хатта әҙерлекһеҙ туристарға ла ҡыйын түгел[4].
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Goverla small.jpg
- Говерла.JPG
- Goverla-summit.jpg
- Goverla overlook.jpg
- Hoverla-forest path.jpg
- Approaching Hoverla.jpg
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Summitpost.org
- Peakware.com 2014 йылдың 6 август көнөндә архивланған.
- Говерланы тасуирлау һәм фотографиялар 2016 йылдың 19 май көнөндә архивланған.
- Karpaty.com.ua
- Говерланан нисек төшөргә?