Годавари
Года́вари (һинд गोदावरी) — Һиндостанда ҙурлығы буйынса икенсе йылға.
География
Оҙонлоғо — 1465 км, бассейн майҙаны — 313000 км².
Махараштра штатында Тримбак ҡалаһы янында, Ғәрәбстан диңгеҙе яр буйынан 80 км алыҫлыҡта, Көнбайыш Гаттарҙың көнсығыш битләүҙәрендә башлана. Көнсығышҡа табан Махараштра Һәм Андхра-Прадеш штаттарының территорияһында Декан яҫы таулығы буйлап аға һәм Бенгал ҡултығына ике тармаҡ барлыҡҡа килтереп ҡоя. Годавари һәм Кришна йылғаларының дельталары уртаҡ тип иҫәпләргә мөмкин.
Годавари — индуисттар өсөн изге йылға тип иҫәпләнә, уның ярҙ буйҙарында изге урынға сәфәр ҡылыусыларҙың бер нисә үҙәктәре урынлашҡан[1].
Раджамандри ҡалаһынан юғарыраҡ һуғарыу һәм электроэнергия етештереү маҡсатында ҙур быуа төҙөлгән.
Төп ҡушылдыҡтары: Индравати, Манджира, Пранахита, Ваинганга, Вардха, Киннерасани, Силеру, Сабари.
Йылға буйындағы ҡалалар: Тримбакешвар, Насик, Копаргаон, Паитан, Нандер, Бхадрачалам, Раджамандри, Коввур, Нарсапур.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Годавери, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- Река Годавари в 1911 [1]
- Осмий в эстуарии реки Годавари, Индия, 2001 [2]
- Доклад о бассейне реки: Годавари [3]
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ