Гормондар
Гормондар | |
Асыу датаһы | 1902 |
---|---|
Файл:Hormone.jpg | |
Ҡайҙа өйрәнелә | Эндокринология |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Гормо́ндар (бор. грек. ὁρμάω — уятам, ҡуҙғатам) — эске секреция биҙҙәренең биологик актив матдәләре. Гормондар ҡан менән бөтә организмға тарала һәм мәрәй-ағзаларға (клетки-мишени) тәьҫир итә. Гормондар матдәләр алмашыныуы, үҫеү һәм үҫеш процестарын көйләй.
Гормондар ағзалар системаһының береһенең функцияһына нығыраҡ тәьҫир яһай. Был ағзаларҙы мәрәй-ағзалар тип атайҙар. Мәрәй-ағзалар күҙәнәктәре мембраналары гормон тәьҫиренә үтә һиҙгер. Енес гормондары үрсеү ағзалары үҫешен һәм үҫеүен стимуллай. Андреалин гормонын бөйөр өҫтө биҙе эшләп сығара. Был гормон менән күп ағзалар функцияһы бәйле. Ҡанда андреалин артып китһә, йөрәк йышыраҡ тибә, ҡан тамырҙары ҡыҫыла, температура күтәрелә, глюкоза кимәле күтәрелә.
Секреция биҙҙәре үҙ-ара ярышып эшләй. Ниндәй ҙә булһа биҙ гормонды күберәк йәки әҙерәк эшләп сығарһа, был функцияны икенсе биҙ стимуллай йәки баҫа.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эндокрин биҙҙәре һәм гормондарҙы 1855 йылда инглиз врачы Т. Аддисон өйрәнә башлай. Аддисон беренсе булып тире төҫөн үҙгәртеүсе бронза ауырыуын өйрәнә, һәм бының сәбәбен бөйөр өҫтө биҙе дистрофияһы менән бәйләй.
Француз талибы Бернар Клодты ла эндокринологияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләйҙәр. Ул ҡанға секреция бүлеп сығара торған эске секреция биҙҙәрен өйрәнә.
Артабан француз врачы Шарль Броун-Секар билдәле бер ауырыуҙарҙың сәбәбе эске секреция биҙҙәре гормондары етешмәү менән аңлата, был сирҙәрҙе терапия ысулдары менән дауалап була икәнен өйрәнә.
Хәҙерге медицина мәғлүмәттәре гормондарҙың артыҡ булыуы ла етешмәүе лә организмдағы матдәләр алышыуын көйләүсе молекуляр механизмға кире йоғонто яһай, бөтә эске секреция биҙҙәре ауырыуына булышлыҡ итә.
«Гормон» терминын беренсе мәртәбә 1902 йылда инглиз физиологтары У. Бейлисса, Э. Старлинга ҡуллана.
Гормондарҙың дөйөм эш принциптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Теге йәки был төрҙәге тышҡы йәки эске стимулдар организм рецепторҙарына тәьҫир итә һәм уларҙа импульстар барлыҡҡа килтерә. Улар тәүҙә үҙәк нервы системаһына, унан гипоталамусҡа тапшырыла.
Баш мейеһенең был өлөшөндә гормональ эшмәкәрлектең беренсел әүҙем матдәләре — рилизинг факторҙар етештереп сығарыла. Улар, үҙ сиратында, гипофиз биҙенә ебәрелә.
Уларҙың үҙенсәлеге шунда: уларҙы тәғәйенләнеше буйынса тапшырыу дөйөм ҡан ағымы менән башҡарылмай, ә ҡан тамырҙарының портал системаһы аша еткерелә.
Рилизинг факторҙар тәьҫире аҫтында тропин гормондар (гипофиздың алғы бүлкәтендә етештерелгән гормондар) сығарыу йә тиҙләтелә, йә әкренәйә.
Тропин гормондар ҡанға эләгеп, уның аша билдәле бер эндокрин биҙенә барып етеп, кәрәкле гормон синтезына йоғонто яһай.
Процесстың һуңғы стадияһында гормон ҡан әйләнеше системаһы аша билдәле бер махсуслашҡан ағзаларға йәки туҡымаларға («сәптәр») барып етеп организмда билдәле бер яуаптар (физиологик йәки химик) тыуҙыра.
Гормондарҙың күҙәнәк эсендәге матдәләр алмашыныуына тәьҫир итеүе менән бәйле һуңғы этап оҙаҡ ваҡыт үрҙә килтерелгән процестың иң әҙ өйрәнелгән өлөшө булып тора.
Хәҙер билдәле булыуынса, мәрәй (сәп) туҡымаларҙа гормондарҙы бәйләү өсөн тәғәйенләнгән участкалары булған үҙенсәлекле химик структуралар — гормональ рецепторҙар бар.
Махсус майҙансыҡтар сифатында, ҡағиҙә булараҡ, гликопротеиндарҙың һәм ганглиозидтарҙың углевод фрагменттары хеҙмәт итә.
Гормондарҙы рецепторҙар менән бәйләү билдәле бер биохимик реакциялар тыуҙыра. Шуның арҡаһында гормондың һуңғы тәьҫире тормошҡа ашырыла.
Рецепторҙарҙы локалләштереү гормондың тәбиғәтенә бәйле: стероидлы тәбиғәт осрағында рецепторҙар ядрола, ә аҡһым йәки пептид осрағында — плазматик мембрананың тышҡы йөҙөндә урынлашҡан була.
Ҡайҙа, нисек урынлашыуына ҡарамаҫтан рецептор менән гормон араһында аныҡ ҡына структур һәм арауыҡта тап килеү күҙәтелә.
Тәғәйенләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Организмда уның эске мөхитенең даимилеген (гомеостазын) һаҡлау, шулай уҡ күп функцияларҙы (үҫеү, үҫеш, матдәләр алмашыныуы, тирә-яҡ мөхит шарттарының үҙгәреүенә яуап реакцияһы) көйләү эшен башҡара.
Гормондарҙың тәьҫире[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙерге фәнни ҡараштарға ярашлы гормондар биологик тәьҫиренең бер нисә үҙенсәлеге менән ҡылыҡһырлана:
— гормондарҙың тәьҫире бик әҙ концентрацияларҙа — 10-6 −10-12 М диапазонында сағыла;
— гормональ эффекттарҙы тормошҡа ашырыу аҡһым рецепторҙары һәм мессенджер тип аталған күҙәнәк эсендәге икенсел аралашсылар аша тормошҡа ашырыла;
— гормондарҙың тәьҫире фермент катализының йәки фермент синтезының тиҙлеге үҙгәреү юлы менән башҡарыла — гормондар үҙҙәре фермент та, коэнзим да булмаһа ла;
— үҙәк нервы системаһы гормондарҙың эшмәкәрлеген контролдә тота һәм уларҙың организмға тәьҫиренә хәл иткес йоғонто яһай;
— гормондар һәм уларҙы барлыҡҡа килтереүсе эндокрин биҙҙәр араһында уларҙы уртаҡ системаға берләштергән тура бәйләнеш тә, кире бәйләнеш тә бар.
Имеҙеүселәрҙең гормондары организмға түбәндәгесә тәьҫир итә:
— үҫеүҙе әүҙемләштереү йәки тотҡарлау
— кәйефкә йоғонто яһау
— апоптозды әүҙемләштереү йәки тотҡарлау
— иммун системаһын әүҙемләштереү йәки тотҡарлау
— матдәләр алмашыныуын көйләү
— организмды парлашыуға, алышҡа, йүгереүгә һәм башҡа әүҙем ғәмәлдәргә әҙерләү
— организмды артабанғы тормош осорона — бәлиғ булырға, бала табырға һәм менопаузаға әҙерләү
— репродуктив циклды контролдә тотоу
— асығыу һәм туҡлыҡ тойғоһо тыуҙырыу
— енси теләк тыуҙырыу.
Шулай уҡ гормондар башҡа гормондар етештереүҙе һәм секрециялауҙы көйләй. Гормондар шулай уҡ организмдың эске мөхитенең даимилеген (гомеостаз) һаҡлай.
Рецепторҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә гормондар ҙа организмға йәки айырым ағзаларға һәм системаларға йоғонтоһон был гормондарҙы таныусы махсус рецепторҙар ярҙамында тормошҡа ашыра. Гормон рецепторҙары 3 төп класҡа бүленә:
— күҙәнәктәге ион каналдары менән бәйле рецепторҙар (ионотроп рецепторҙар)
— фермент булып торған йәки фермент функциялы сигнал биреүсе аҡһымдар менән бәйле рецепторҙар (метаботропик рецепторҙар, йәғни ГПКР)
— ДНК-ға бәйләнгән һәм гендарҙың эшен көйләүсе ретиноин кислотаһы, стероид һәм тиреоид гормондары рецепторҙары.
Бөтә рецепторҙарға кире бәйләнеш механизмы аша һиҙгерлекте көйләү күренеше хас. Билдәле бер гормондың түбән кимәлендә туҡымаларҙа рецепторҙар һаны һәм уларҙың был гормонға һиҙгерлеге автоматик рәүештә компенсаторлы арта. Был процесс рецепторҙарҙы сенсибилизациялау (сенситизация) тип атала.
Киреһенсә, билдәле бер гормондың юғары кимәлендә туҡымаларҙа рецепторҙар һанының автоматик рәүештә кәмеүе күҙәтелә һәм уларҙың был гормонға ҡарата һиҙгерлеге лә кәмей. Был процесс рецепторҙарҙың десенсиционизацияһы (десенситивизацияһы) тип атала.
Гормондар етештереүҙең артыуы йәки кәмеүе, шулай уҡ гормональ рецепторҙарҙың һиҙгерлегенең кәмеүе йәки артыуы һәм гормональ транспорттың боҙолоуы эндокрин ауырыуҙарға килтерә.
Эш итеү механизмдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡандағы гормон мәрәй (сәп йәки маҡсатлы) күҙәнәккә барып еткәс, үҙенә тап килгән үҙенсәлекле рецепторҙар менән бәйләнешкә инә; рецепторҙар организмдың «хәбәрен уҡый», күҙәнәктә билдәле бер үҙгәрештәр була башлай. Һәр үҙенсәлекле гормонға конкрет ағзаларҙа һәм туҡымаларҙа урынлашҡан «уларҙың» рецепторҙары ғына тап килә — гормон улар менән тәьҫир итешкәндә генә гормон-рецептор комплексы барлыҡҡа килә.
Гормондарҙың эш итеү механизмдары төрлөсә булыуы мөмкин.
Гормондарҙың бер нөркөмө күҙәнәк эсендә — ғәҙәттә, цитоплазмала урынлашҡан рецепторҙар менән бәйләнешкә инә. Уларға липофил үҙсәнлектәргә эйә гормондар инә — мәҫәлән, стероид гормондар (енес, глюко- һәм минералокортикоидтар), шулай уҡ тиреоид гормондары.
Майҙа эреүсән булғанлыҡтан, был гормондар күҙәнәк мембранаһына еңел үтеп инә һәм цитоплазмала йәки ядрола рецепторҙар менән тәьҫир итешә башлай. Улар һыуҙа эремәй тиерлек, шуға ҡан менән күскәндә махсус ташыусы аҡһымдар менән бәйле булалар..
Гормондарҙың был төркөмөндә гормон-рецептор комплексы күҙәнәк эсендәге ретранслятор ролен уйнай. Ул күҙәнәк эсендә барлыҡҡа килеп, күҙәнәк ядроһында урынлашҡан һәм ДНК-нан һәм аҡһымдан торған хроматин менән тәьҫир итешә башлай. Шуның менән ҡайһы бер гендарҙың эшен тиҙләтә йәки әкренәйтә. Билдәле бер генға һайланма йоғонто яһап, гормон тейешле РНК һәм аҡһым концентрацияһын үҙгәртә, шул уҡ ваҡытта метаболик процестарҙы ла төҙәтә.
Һәр гормондың тәьҫир итеүенең биологик һөҙөмтәһе бик үҙенсәлекле. Мәрәй- күҙәнәк гормондар ғәҙәттә аҡһымдарҙың һәм РНК-ның 1 проценттан кәмерәк өлөшөн үҙгәртһә лә, был тейешле физиологик эффект алыу өсөн етерлек.
Башҡа гормондарҙың күпселегенә өс үҙенсәлек хас:
-һыуҙа эрейҙәр;
-ташыусы аҡһымдар менән бәйләнмәгән;
-гормональ процесты күҙәнәк ядроһында, уның цитоплазмаһында йәки плазма мембранаһы өҫтөндә урынлашыуы мөмкин булған рецепторға тоташҡас башлайҙар.
Бындай гормондарҙың гормон-рецептор комплексының эш итеү механизмында мотлаҡ күҙәнәктең реакцияһын тыуҙырыусы аралашсылар ҡатнаша. Был аралашсыларҙан иң мөһимдәре — цАМФ (циклик аденозин монофосфаты), инозитол трипфосфаты, кальций иондары.
Әйтәйек, кальций иондары булмаған мөхиттә йәки уларҙың һаны етмәгән күҙәнәктәрҙә күп гормондарҙың тәьҫире көсһөҙләнә; кальцийҙың күҙәнәк эсендәге концентрацияһын арттырыусы матдәләр ҡулланғанда ҡайһы бер гормондарҙың тәьҫиренә оҡшаш эффекттар барлыҡҡа килә.
Кальций иондарының аралашсы сифатында ҡатнашыуы вазопрессин һәм катехоламин кеүек гормондарҙың күҙәнәктәргә йоғонто яһауын тәьмин итә.
Бурысын үтәгәндән һуң гормондар йә сәп күҙәнәктәрендә, йә ҡанда тарҡатыла, йәиһә бауырға килтерелә һәм унда тарҡатыла. Йәки бөйөрҙәр аша бәүел менән (мәҫәлән, адреналин) организмдан сығарыла.
Номенклатура и классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙерге ваҡытта фәнгә билдәле булған бөтә гормондарҙың да тиерлек химик характеры тураһында ентекле мәғлүмәт бар, әммә уларҙың номенклатураһының дөйөм принциптары әлегә тиклем уйлап сығарылмаған.
Матдәнең төҙөлөшөн уның химик атамаһын теүәл сағылдыра, ләкин ғәҙәттә, уны иҫтә тотоуы һәм ҡулланыуы ауыр. Ошо арҡала йышыраҡ тривиаль атамалар ҡулланыла. Улар организмдағы гормондың сығанағын (мәҫәлән, «инсулин») йәки функцияһын (мәҫәлән, пролактин) күрһәтә. Бөтә гипоталамик гормондарҙың һәм ҡайһы бер гипофиз гормондарҙың фунцияларына ҡарап атамалары бар.
Гормондарҙың кластарға бүленеүенә килгәндә, миҫал өсөн анатомик классификация бар. Ул гормондарҙың атамаһын уларҙы синтезлаусы биҙҙәр менән бәйләй. Шуның нигеҙендә гипоталамус, гипофиз, бөйөр өҫтө биҙе гормондары һ. б. тип атайҙар. Әммә был классификация бөтөнләй ышаныслы түгел. Сөнки гормондар, мәҫәлән, бер биҙҙә синтезланырға һәм ҡанға икенсе биҙ аша бүленеп сығарылырға мөмкин. Шуға гормондарҙың химик тәбиғәтенә таянған альтернатив система эшләнгән.[1].
Химик төҙөлөшө буйынса умыртҡалыларҙың гормондарын ошондай төп кластарға бүләләр:
— Стероидтар
— Полиен (полиненасыщенные) май кислоталары сығарылмалары
— Аминокислота сығарылмалары (Производные аминокислот)
— Аҡһым-пептид берләшмәләр.[2]
Стероид гормондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был төркөм гормондары булып липид характерындағы полицикл химик берләшмәләр тора. Уларҙың төҙөлөшө нигеҙендә стеран үҙәк (циклопентан пергидрофентрантрена) тора. Ул өс туйындырылған алты ҡулсанан (латин алфавиты менән яҙылған А, В һәм С) һәм тағын бер туйындырылған биш ҡулсанан (D) тора. Стеран үҙәк (ядро) стероид гормондарының полиморф класының уртаҡлығын (берҙәмлеген) билдәләй, ә стереоид һөлдәһенә сағыштырмаса ҙур булмаған модификациялары ҡушылыуы был класлы гормондарҙың үҙенсәлектәре айырылыуын билдәләй.[2]
Май кислотаһы сығарылмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был төркөм берләшмәләр тотороҡһоҙлоғо менән айырылып тора. Улар етештерелгән урындарына яҡын урынлашҡан күҙәнәктәргә локаль йоғонто яһай һәм эйкозаноидтар тип атала. Был төркөмгә простагландиндар, тромбоксандар һәм лейкотриендар инә.
Аминокислота сығарылмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гормондарҙың был класы башлыса тирозин сығарылмаларынан тора: адреналин һәм норадреналин, тироксин һәм башҡалар. Тәүге икәүһен бөйөр өҫтө биҙҙе синтезлай, өсөнсөһен ҡалҡан биҙе етештерә.
Аҡһым һәм пептид гормондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҡһым-пептид гормондарына ашҡаҙан аҫты биҙе гормондары (глюкагон, инсулин), шулай уҡ гипоталамус һәм гипофиз (үҫеү гормоны, кортикотропин һ. б.) инә. Уларға төрлө аминокислота ҡалдыҡтары инә ала — 3-тән алып 250-гә тиклем һәм унан да күберәк.[1]
Кеше гормондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кеше организмында гормондар ғүмер буйы етештерелә. Иң мөһимдәренең исемлеге:
Структураһы | Атамаһы | Ҡыҫҡартылған тамғаһы | Етештерелеү урыны | Йоғонто яһау механизмы | Физиологик роле |
---|---|---|---|---|---|
триптамин | мелатонин (N-ацетил-5-метокситриптамин) | эпифиз шеш формаһындағы биҙ]] | Йоҡо процесын көйләй | ||
триптамин | серотонин | 5-HT | энтерохромаффин күҙәнәктәр | Ауыртыу системаһының һиҙгерлеген көйләү, «бәхет гормоны» | |
тирозин сығарылмаһы | тироксин | T4 | ҡалҡан биҙ | ядро рецепторы | Метаболик процестарын әүҙемләштерә |
тирозин сығарылмаһы | трийодтиронин | T3 | эпифиз | ядерный рецептор | Стимулирование роста и развития организма |
тирозин сығарылмаһы (катехоламин) | адреналин (эпинефрин) | бөйөр өҫтө биҙенең ҡабыҡ ҡатламы | Мобилизация организма для устранения угрозы | ||
тирозин сығарылмаһы (катехоламин) | норадреналин (норэпинефрин) | бөйөр өҫтө биҙенең ҡабыҡ ҡатламы | |||
тирозин сығарылмаһы (катехоламин) | дофамин | DA | гипоталамус | ||
пептид | антимюллер гормоны (ингибирующее вещество Мюллера) | АМГ | Сертоли күҙәнәктәре | ||
пептид | адипонектин | май туҡымаһы | |||
пептид | адренокортикотроп гормон (кортикотропин) | АКТГ | гипофиздың алҡы бүлкәте | цАМФ | |
пептид | ангиотензин, ангиотензиноген | бауыр | IP3 | ||
пептид | антидиуретик гормон (вазопрессин) | АДГ | гипоталамус (гипофиздың артҡы бүлкәтендә туплана) | Ҡан баҫымының көсәйеүе (тамырҙарҙы тарайтыу юлы аша), күләмен иҫәбенә кәметеү бәүел концентрацияһын арттырыу | |
пептид | йөрәк алды натрийуретик пептиды | АНФ | уң йөрәк алдының секретор кардиомиоциттары | цГМФ | |
пептид | глюкозаға бәйле инсулинотроп полипептид | ГИП | бөйәндең һәм ас эсәктең K-күҙәнәктәре | ||
пептид | кальцитонин | ҡалҡан биҙе | цАМФ | Ҡандағы кальций миҡдарын кәметеү | |
пептид | кортикотропин-бүлеп сығарыусы гормон | АКГГ | гипоталамус | цАМФ | |
пептид | холецистокинин (панкреозимин) | CCK | бөйәндең һәм ас эсәктең I-күҙәнәктәре | ||
пептид | эритропоэтин | бөйөрҙәр | |||
пептид | фолликулдарҙы әүҙемләштереүсе гормон | ФСГ | гипофиздың алғы бүлкәте | цАМФ | |
пептид | гастрин | ашҡаҙандың G-күҙәнәктәре | |||
пептид | грелин ( асығыу гормоны) | Эпсилон-күҙәнәктәр ашҡаҙан аҫты биҙенең Лангерганс утраусыҡтары, гипоталамус | |||
пептид | глюкагон (инсулинға антагонист) | альфа-күҙәнәктәр ашҡаҙан аҫты биҙенең Лангерганс утраусыҡтары | цАМФ | Гликогендың бауырҙағы глюкозаға әйләнеүен үәҙемләштерә (шулай итеп глюкоза миҡдарын көйләй) | |
пептид | гонадотропин-бүлеп сығарыусы гормон (люлиберин) | GnRH | гипоталамус | IP3 | |
пептид | соматотропин-бүлеп сығарыусы гормон ("үҫеү гормоны"-бүлеп сығарыусы гормон, соматокринин) | GHRH | гипофиздың алғы бүлкәте | IP3 | |
пептид | кешенең хорионик гонадотропины | hCG, ХГЧ | плацента | цАМФ | |
пептид | плацента лактогены | ПЛ, HPL | плацента | ||
пептид | соматотроп гормон (үҫеү гормоны ) | GH or hGH | гипофиздың алғы бүлкәте | ||
пептид | ингибин | ||||
пептид | инсулин | бета-күҙәнәктәр ашҡаҙан аҫты биҙенең Лангерганс утраусыҡтары | IP3]] | Глюкозаның бауырҙағы гликогенға әүерелеүен әүҙемләштерә (шулай итеп глюкоза миҡдарын көйләй) | |
пептид | инсулинға оҡшаш үҫеү факторы (соматомедин) | ИФР, IGF | Тирозинкиназа | ||
пептид | лептин ( туҡлыҡ гормоны ) | май туҡымаһы | |||
пептид | лютейнизация гормоны | ЛГ, LH | гипофиздың алғы бүлкәте | цАМФ | |
пептид | Меланоцит стимуллаштырыусы гормон | МСГ | гипофиздың алғы бүлкәте | цАМФ | |
пептид | нейропептид Y | ||||
пептид | окситоцин | гипоталамус (гипофиздың артҡы бүлкәтендә туплана) | IP3 | Лактацияны һәм аналыҡтың ҡыҫҡартылыуын әүҙемләштерә | |
пептид | панкреатик полипептид | PP | PP-күҙәнәктәр ашҡаҙан аҫты биҙенең Лангерганс утраусыҡтары | ||
пептид | паратиреоид гормон ([[паратгормон) | PTH | паратироид биҙе | цАМФ | |
пептид | пролактин | гипофиздың алғы бүлкәте | |||
пептид | релаксин | ||||
пептид | секретин | SCT | нәҙек эсәктең лайлалы тиресәһендәге S-күҙәнәктәр | ||
пептид | соматостатин | SRIF | дельта-күҙәнәктәр ашҡаҙан аҫты биҙенең Лангерганс утраусыҡтары, гипоталамус | ||
пептид | тромбопоэтин | бауыр, бөйөрҙәр | |||
пептид | тироид-әүҙемләштереүсе гормон | гипофиздың алғы бүлкәте | цАМФ | ||
пептид | тиреолиберин | TRH | гипоталамус | IP3 | |
глюкокортикоид | кортизол | Бөйөр өҫтө биҙҙәренең ҡабыҡ ҡатламы | тура | ||
минералокортикоид | альдостерон | Бөйөр өҫтө биҙҙәренең ҡабыҡ ҡатламы | тура | ||
енси стероид (андроген) | тестостерон | ирҙәрҙең орлоҡ биҙҙәре | ядро рецепторы | Ирҙәрҙең енси үҙенсәлектәре үҫешен көйләү | |
енсистероид (андроген) | дегидроэпиандростерон | ДГЭА | Бөйөр өҫтө биҙҙәренең ҡабыҡ ҡатламы | ядро рецепторы | |
енсистероид (андроген) | андростендиол | түл биҙҙәре, Орлоҡ биҙҙәре | тура | ||
енсистероид (андроген) | дигидротестостерон | күп төрлө | тура | ||
енси стероид (эстроген) | эстрадиол | түл биҙендәге фолликулалар , ирҙәрҙең орлоҡ биҙҙәре | тура | ||
енси стероид (прогестин) | прогестерон | түл биҙендәге һары тән | ядеро рецепторы | Ҡатын-ҡыҙҙарҙа күрем циклын көйләү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың айлыҡ енси циклының икенсе яртыһында аналыҡ эндометриумында секретарь үҙгәрештәрен тәьмин итеү | |
стерин | кальцитриол | бөйөрҙәр | тура | ||
эйкозаноид | простагландиндар | сперма | |||
эйкозаноид | лейкотриендар | Лейкоциттар | |||
эйкозаноид | простациклин | эндотелий | |||
эйкозаноид | тромбоксан | тромбоциттар |
Фитогормондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фитогормондар — үҫемлектәр етештергән һәм даими функцияларға эйә булған түбән молекуляр органик матдәләр. Бик түбән концентрацияла (яҡынса 10-11 мол/л), үҫемлектәрҙең хәрәкәткә һиҙгер өлөштәрендә төрлө физиологик һәм морфологик үҙгәрештәр тыуҙыра.
Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хайуандарҙан айырмалы, үҫемлектәрҙең гормондарҙы синтезлаусы айырым органдары юҡ. Әммә ҡайһы бер ағзаларында гормондар микдары башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда күберәк була. Әйтәйек, һабаҡтың ос меристимаһы ауксиндарға байыраҡ, гиббереллиндар — япраҡтарҙа, цитокининдар тамырҙарҙа һәм өлгөрөп еткән орлоҡтарҙа күберәк. Фитохормондар киң юҫыҡта тәьҫир итеү спектрына эйә.
Фитохормондар үҫемлектәр тереклегенең күп процестарын көйләй: орлоҡ үрсеү, үҫеү, туҡымаларҙың һәм ағзаларҙың дифференциацияланыуы, сәскә атыу, емештәрҙең өлгөрөүе һ. б. Үҫемлектең бер органында (йәки уның бер өлөшөндә) барлыҡҡа килгән фитогормондар, ғәҙәттә икенсеһенә (йәки уның бер өлөшөнә) күсәләр.
Дөйөм үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҫемлектәрҙең ҡайһы бер өлөштәрендә етештерелеп, үҫемлектең башҡа өлөштәренә тәьҫир иткән фитогормондар бик әҙ концентрацияларҙа эш итә. Ферменттарҙан айырмалы рәүештә уларҙың үҫеш һәм үҫеш процестарына тәьҫир итеүҙең тап килеү үҙенсәлеге (специфичность) кәмерәк була. Был ҡабул итеүсе күҙәнәктәрҙә гендарының төрлө торошона гормондың тәьҫир итеү һөҙөмтәһенә, шулай уҡ төрлө фитогормондарҙың (гормональ баланс) төрлө нисбәтенә бәйле.
Фитохормондарҙың тәьҫире күп осраҡта башҡа эске һәм тышҡы факторҙарҙың эш итеүе менән билдәләнә.
Классификацияһы һәм структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм алғанда, үҫемлектәр гормондары араһында классик гормондарҙың 5 төп төркөмөн айырыусы классификация ҡабул ителгән. Төрлө үҫемлектәрҙең гормондары химик төҙөлөшө буйынса айырылыуы мөмкин, Шуға күрә улар үҫемлектәр физиологияһына тәьҫире һәм дөйөм химик төҙөлөшөнә буйынса төркөмләнә.
Бынан тыш, ҡайһы бер физиологик әүҙем матдәләр бер ниндәй төркөмгә лә ҡарамай.
Һәр класҡа төрлө функциялы стимуляторҙар ҙа, ингибиторҙар инә, һәм улар йыш ҡына парлы эшләй. Был осраҡта бер йәки бер нисә матдә концентрацияһының айырмаһы үҫемлектең үҫеүенең һәм үҫешенең һуңғы һөҙөмтәһенә йоғонто яһай.
Классик гормондарҙың төп төркөмдәре: Абсцизиндар, ауксиндар, цитокининдар, этилен, гиббереллиндар.
Был исемлеккә йыш ҡына башҡа ҡушылмалар ҙа өҫтәлә: брассиностероидтар, жасмонаттар, стриголактондар, полипептид гормондары, крезацин, олигосахаридтарҙы өҫтәйҙәр.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Березов Т. Т., Коровкин Б. Ф. Биологическая химия. — 2-е изд. — М.: Медицина, 1990. — 528 с.
- Розен В. Б. Основы эндокринологии. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1994. — С. 40—93. — 384 с. — 5000 экз. — ISBN 5-211-03251-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Уровень гормонов в крови
- Гормоны эндокринной системы, обучающий фильм
- Гормоны Цикл лекций. Шноль С. Э.