Грицай Сергей Иванович

Сергей Иванович Грицай (рус. Грицай Сергей Иванович; 1951 йылдың 14 феврале, Ленинград) — Рәсәй хореографы, режиссер, пластика буйынса педагог. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003)[1], Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984, 1988)[2], Бөтә Союз балетмейстерҙар конкурсы лауреаты (1984, 1988). Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты (2004)[1]. Башҡорт опера һәм балет театры хореографы.

Биографияһы

Сергей Иванович Грицай 1951 йылдың 14 февралендә Ленинград ҡалаһында тыуған. А. Я. Ваганова исемендәге хореография училищеһын тамамлағандан һуң, 1984 йылда, Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград дәүләт консерваторияһының балетмейстерҙар бүлеген (педаготары: проф. И. Бельский, Н. Боярчиков, А. Макаров) тамамлай. 1986 йылда мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге юғары режиссерҙар курсында белемен камиллаштыра. Л. Якобсондың «Хореографик миниатюралар» Ленинград дәүләт балет труппаһында стажировка үтә.

Дебюты: С. Рахманиновтың «Алеко» операһында бейеүҙәр.

С. Спивак, В. Фокин, А Калягин, Г. Козлов, Г. Дитятковский, А Галибин, В Фильштинский кеүек режиссерҙар менән хеҙмәттәшлек итә. Мариин театрында А. Кончаловский, Ю Александров һәм дирижер В. Гергиев һәм башҡа күп кенә театр эшмәкәрҙәре менән эшләй.

Рәсәй, Германия, Нидерланд, Швейцария, Бельгия, Англия, Италия,Испания, АҠШ театрҙарында эшләй[2].

2015 йылда 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
  • Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984, 1988);
  • «Алтын битлек» Рәсәй Милли театраль премияһы лауреаты («Потерянные в звездах» спектакле өсөн)[2].
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2015)[4].
  • Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты — «Ревизор» спектакле өсөн (2004)[1]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар