Гурайт Павол
Биографияһы
Гурайт Павол 1978 йылдың 4 февралендә ЧССР-ҙың Көнсығыш-Словак өлкәһе Попрад ҡалаһында тыуған. Карьераһын саңғысы булараҡ башлай, әммә 1999 йылда биатлонға 21 йәш булғанда күсә. Дебют миҙгелендә ул Донъя кубогының бер нисә стартына сыға һәм Европа чемпионатында ҡатнаша алды. Спорт әҙерлеген даими камиллаштырып, Гурайт үҙенең һөҙөмтәһен йылдан-йыл яҡшырта һәм Словакияның биатлон буйынса төп йыйылма командаһы составына тотороҡло инә. 2003/2004 йылдар миҙгеле Павол өсөн уңышлы була: ул эҙәрлекләү ярышында — өсөнсө һәм 2003—2004 йылдарҙа Брезно-Осрблье һәм Форт-Кенте кубогы этаптарында спринтта өсөнсө була. Миҙгел йомғаҡтары буйынса ул Донъя кубогының дөйөм зачётында туғыҙынсы урын ала. Бындай юғары рейтингты Гурайт Павол һаҡлай алмай, артабан уның һөҙөмтәләре кәмеүгә китә. 2009—2010 йылдар миҙгеле уртаһында Гурайт һөҙөмтәләре ҡайтанан яҡшырта башлай: Ул Антерсельве этабында шәхси ярышта 5-се урын ала. Ванкуверҙағы Олимпиадала ул тәүге уҙышта, 10 километрға спринтта, тәүге унау эсенә эләгә, эҙәрлекләүҙә — 16-сы, шәхси уҙышта — 5-се була, шул рәүешле дөйөм стартҡа элегеп, бер тапҡыр ҙа яҙа атмайынса, бронза миҙал яулай. Гурайт бойондороҡһоҙ Словакияның бөтә тарихында ҡышҡы Олимпиадаларҙағы өсөнсө призеры һәм был ил өсөн беренсе "бронза"ны яулаусы.
2014 йылдың 13 февралендә карьераһын тамамлай.
Олимпия уйындарында ҡатнашыуы
Донъя кубогының дөйөм зачетында
- 2002/03 — 51-се урында (49 мәрәй)
- 2003/04 — 19-сы урында (мәрәй 304)
- 2004/05 — 59-сы урында (39 мәрәй)
- 2005/06 — 77-се урында (11 мәрәй)
- 2007/08 — 56-сы урында (44 мәрәй)
- 2008/09 — 52-се урында (120 мәрәй)
- 2009/10 — 24-се урын (мәрәй 362)
- 2010/11 — 48-се урында (132 мәрәй)
- 2011/12 — 84-се урынды биләй (21 мәрәй)
- 2012/13 — 74-се урын (34 мәрәй)
Һылтанмалар
- Профиль ibu (инг.)
- FIS Профиль (инг.)
- Спортсылар тураһында мәҡәләләр 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.