Ҡотоева Гөлназ Мират ҡыҙы

Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева (ҡыҙ фамилияһы — Исхаҡова; рус. Кутуева Гульназ Миратовна; 1974 йылдың 1 ғинуары, Ишҡол, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй шағирәһе, филолог, журналист. Филология фәндәре кандидаты. 2013 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы

1974 йылдың 1 ғинуарында тыуған.

Поэзия менән 1990-сы йылдарҙа шөғөлләнә башлай.

Башҡорт дәүләт университетын, аспирантураны тамамлаған. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә эшләгән. Сибай яҙыусылар ойошмаһында консультант һәм етәксе, «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары булып эшләгән.

2005 йылда «Башҡорт риүәйәттәренең һәм легендаларының типологик һәм локаль үҙенсәлектәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

2013 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире.

Һайланма библиография

  • Яҡупова Г. " Ай ҡапҡаһы"н асҡайным…" //Ағиҙел. — 2002. — № 10. — 138-141-се биттәр.
  • Ғиззәтуллина Г. « Һәм алдымда ҡапыл ҡалҡты йәйғор…» // Башҡортостан ҡыҙы. — 2005. — № 4. — 22-24-се биттәр.
  • Кашапова М. Тыуған ауылына килде шағирә. // Осҡон. — 2005. — 21 май.
  • Абдуллина Л. Күңел томбойоғо // Йәшлек. — 2007. — 29 май.
  • Әфләтунова Р. Ер ҡыҙы. // Башҡортостан. — 2007. — 26 май.
  • Хөсәйенов Ғ. Шағирәнең күңел донъяһы. // Йәшлек. — 2007. — 22 май.
  • Әбүзәр С. Рухи ҡеүәт. // Шоңҡар. — 2007. — № 2. — 15-се бит.
  • Пусть засияет душа! (2023)[2].

Премиялары һәм наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Исхакова, Гульназ Миратовна. Типологические и локальные особенности башкирских преданий и легенд // disserCat. — 2005.
  2. Справка. unicat.nlb.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
  3. О присуждении государственных республиканских молодёжных премий имени Шайхзады Бабича в области литературы, искусства и архитектуры за 2006 год от 25 июня 2007. docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
  4. Исхакова Гульназ Миратовна (1974) ● Гульназ Кутуева. Литературная карта. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.