Гөлнәзирә (исем)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гөлнәзирә

Гөлнәзирә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Был исем фарсыларҙа, ғәрәптәрҙә, башҡорттарҙа, татарҙарҙа һәм башҡа төрки халыҡтарҙа, мосолман илдәрендә таралған.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның мәғәнәһе төрлө сығанаҡта төрлөсә аңлатыла. Бик матур, өлгө булырлыҡ тигән аңлатмаһы бар[1]. Башҡорт телендә гөл — ул сәскә, «нәзирә» ғәрәп телендә — алдан күреүсе тигән мәғәнәне аңлата[2].

Шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәнтүрина Гөлнәзирә Сәфәрғәли ҡыҙы — ғәмәлдәге ҡатын-ҡыҙ психологы, педагогия фәндәре кандидаты, психология кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәте Академияһында шәхси үҫеү, ораторлыҡ сәнғәте буйынса лекциялар уҡый. 40 фәнни мәҡәлә, шул иҫәптән үҫмерҙәрҙе үҫтереү һәм тәрбиәләү буйынса 4 уҡыу әсбаптары авторы [3]

Туҡтамышева Гөлнәзирә (23 февраль ) — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Дим районы 103-сө һанлы иҡтисадты тәрәнәйтеп өйрәнеү буйынса махсуслашҡан урта мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡытыусыһы.

Атнағолова Гөлнәзирә (8 август 1991 йыл, Ейәнсура районында тыуған) — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.

Мырҙабулатова Гөлнәзирә (26 ғинуар 2005 йыл) — Мәскәүҙә йәшәй.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Гөлнәзирә» (рус. Гульназира) — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.

«Гөлнәзирә» — башҡорттарҙың күмәк уйын бейеүе.

Гөлнәзирә (балет) — Нариман Сабитов балеты.

Гөлнәзирә — тау башҡорттары бейеүе (Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ