Донецк Халыҡ Республикаһы

Донецк Халыҡ Республикаһы (рус. Донецкая Народная Республика) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, 2022 йылдың 30 сентябрендә Рәсәй составына инеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.[2]

Тарихы

2014 йылда Украинала дәүләт түңкәрелешенән һуң, башлыса рус телендә һөйләшкән көньяҡ-көнсығыш өлкәләрҙә йәшәүселәр яңы власты таныуҙан баш тарта. Донецк өлкәһендә күмәк протестар башлана, улар халыҡ ополчениеһын ойоштороуға килтерә. Украин армияһы һәм милли формированиелары менән ополченсылар араһындағы бәрелештәр ауыр бронетехника һәм авиация ҡулланылған тулы күләмле хәрби хәрәкәткә әүерелә.

Донецкиҙа сираттағы протест митингыһынан һуң уның ҡатнашыусылары Донецк өлкә советы һәм өлкә хакимиәте бинаһын баҫып ала һәм 7 апрелдә Донецк Халыҡ Республикаһының (ДХР) суверенитеты тураһында Декларация һәм Дәүләт бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү тураһында акт ҡабул иткән Халыҡ советын ойоштора.[3]

Шул уҡ йылдың 11 майында элекке Донецк һәм Луганск өлкәләрендә республика статусы мәсьәләһе буйынса референдумдар үтә, уларҙа һайлаусыларҙың 89,7 проценты һәм 96,2 проценты үҙбилдәләнеш өсөн тауыш бирә. 12 майҙа халыҡ республикаларының дәүләт суверенитеты иғлан ителә, 14 майҙа ДХР конституцияһы ҡабул ителә, 18 майҙа Луганск Халыҡ Республикаһы иғлан ителә. Украина властары, шулай уҡ донъяның күпселек илдәре плебисциттар йомғаҡтарын танымай.[4]

Донецк Халыҡ Республикаһының беренсе башлығы итеп 2023 йылдың 23 сентябрендә республика Халыҡ советы ҡарары нигеҙендә Денис Пушилин һайлана. Рәсәй Федерацияһы субъекты башлығы вазифаһына һайланғанға тиклем республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы вазифаһын биләй.[5]