Донецк Халыҡ Республикаһы (дәүләт)

Донецк Халыҡ Республикаһы (ДХР; рус. Донецкая Народная Республика, ДНР, укр. Донецька Народна Республіка, ДНР) — Көнсығыш Европала урынлашҡан өләшләтә танылған дәүләт. Донъя йәмәғәтселеге тарафынан башлыса Украинаның өлөшө тип иҫәпләнә. 2022 йылдың 21 февралендә РФ Хәүефһеҙлек Советының сираттан тыш ултырышында ДХР һәм ЛХР-ҙың бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында иғлан ителә. Шул уҡ көндә Рәсәй Федерацияһы Президенты ДХР менән ЛХР-ҙың бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында Указға ҡул ҡуя[6]

Административ үҙәге — Донецк ҡалаһы.

ДХР 2014 йылдың 7 апрелендә Украинаның ҡораллы түңкәрелешенә ҡаршы протестар барышында Донецк өлкә хакимиәте бинаһы баҫып алынғандан һуң иғлан ителә.

2014 йылдың 11 майында Донецк өлкәһе территорияларының бер өлөшөндә үҙбилдәләнеш тураһында референдум үтә.

2014 йылдың 12 майында ДХР-ҙың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.

2014—2015 йылдарҙа Донбасста барған хәрби хәрәкәттәр барышында Донецк өлкәһенең яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил иткән үҙәк һәм көньяҡ райондары ДХР контроле аҫтында ҡала.

ДХР Рәсәй менән тығыҙ бәйләнештә була, уның иҡтисади, сәйәси һәм хәрби ярҙамына таяна. Шул уҡ ваҡытта, тышҡы сәйәсәт йүнәлешендә Рәсәй курсына эйәреп, ДХР эске мәсьәләләрҙә билдәле бер үҙаллылыҡты һаҡлап ҡала.

2022 йылдың 21 февралендә Рәсәй ДХР-ҙы таный, ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, был ДХР-ҙы өлөшләтә танылған дәүләт итә[7]. Һуңыраҡ ДНР-ҙың бойондороҡһоҙлоғон Сүриә һәм КНДР таный. БМО ағзаларының күпселеге ДХР контроле аҫтындағы территорияларҙы Украинаның өлөшө тип ҡарай.

Украинала Махсус хәрби операция барышында 2022 йылдың февраленән Рәсәй Донецк өлкәһенең Украина контроле аҫтында ҡалған бер нисә тораҡ пунктын үҙ контроленә ала.

2022 йылдың 23-27 сентябрендә Донецк өлкәһендә референдум үткәрелә, унан һуң Донецк өлкәһенең һәм Украинаның тағы өс төбәгенең Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында ҡарар ҡабул ителә, унда шулай уҡ төбәк референдумдары үтә. Тейешле өҫтәмәләр РФ Конституцияһына индерелә.

2022 йылдың 1 мартына ДХР-ҙың Дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика халҡы 2,2 миллион кеше тәшкил итә (Украинаның дәүләт статистика хеҙмәте 1 ғинуарға Донецк өлкәһе халҡы 4 миллион кеше тип баһалай) [1].

Иң ҙур ҡалаһы һәм баш ҡалаһы — Донецк, башҡа ҙур ҡалалар Макеевка һәм Горловка (2022 йыл башына).

2018 йылдан алып ДНР башлығы Денис Пушилин[1].

Халҡы

Иҫкәрмәләр

  1. Русский признали в ДНР единственным государственным языком | Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2020. Архивировано 28 февраль 2021 года.
  2. ст. 9 Конституции ДНР Архивная копия от 12 ноябрь 2018 на Wayback Machine
  3. Указ Президента Российской Федерации от 21.02.2022 № 71 "О признании Донецкой Народной Республики". publication.pravo.gov.ru. Официальный интернет-портал правовой информации (22 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2022. Архивировано 22 февраль 2022 года.
  4. Сирия объявила о признании независимости и суверенитета ЛНР и ДНР. Сирийское арабское информационное агентство (29 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2022.
  5. Абхазия признала независимость ДНР и ЛНР. Парламентская газета (25 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2022. Архивировано 25 февраль 2022 года.
  6. http://publication.pravo.gov.ru/Document/View/0001202202220002 ДХР бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы
  7. Владимир Соловьев, Елена Черненко, Ксения Веретенникова. У Донбасса собственная гордость (22 февраль 2022). 3 март 2022 тикшерелгән. «После выступления президента России Владимира Путина российские государственные телевизионные каналы показали его встречу с лидерами теперь уже частично признанных ДНР и ЛНР Денисом Пушилиным и Леонидом Пасечником. При них президент РФ подписал указы о признании двух республик, а затем были подписаны договоры «О дружбе, сотрудничестве и взаимопомощи».».

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар