Давид-бек

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Давид-Бек
әрм. Դավիթ Բեկ
Kapan. Monument to David Bek.jpg
Капанда Дауытбәк һәйкәл
Тыуған ваҡыты 1669({{padleft:1669|4|0}})
Үлгән ваҡыты 1728({{padleft:1728|4|0}})
Вафат урыны Алидзор ҡәлғәһе

Дауыт бәк (Дауыт бей, әрм. Դավիթ Բեկ, рус. Давид-бек; 1669—1728) — әрмән юлбашсыһы, әрмән милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дауыт бәк 1669 йылда Татев өлкәһе Сюник гавары Ковсакан марзаһы Бахк ауылында тыуған. Сәфәүиҙәр династияһы хакимлыҡ иткән Ирандың вассалы була.

1714 йылда Дауыт бәк Картли батшаһы Вахтанг VI-гә уның лезгиндар менән көрәшендә булышлыҡ күрһәтә.

1720 йылда арцахтар Дауыт бәкте Картли батшалығынан саҡыртып алалар. Дауыт бәк Арцах хәрби советын етәкләй һәм спарапет итеп Мхитар бәкте, отряд командирҙары итеп Тер-Аветис, Парсадаи, Торос, Еган-малик Аванханян һәм Аван-йөҙбашы Бабанянды тәғәйенләй. Тиҙҙән Дауыт бәк бойондороҡһоҙ Сюник кенәзлегенең хакимы итеп иғлан ителә һәм берләшкән ғәскәрҙәр башында Чавидурға йүнәлә, бында үҙенең резиденцияһын урынлаштыра.

1722—1725 йылдарҙа Мхитар Спарапет ярҙамында Сюник һәм Арцах өлкәләре әрмәндәренең Иран шаһтарына ҡаршы ҡораллы һуғышына етәкселек итә. Һөҙөмтәлә ҡыҙылбаштар һәм фарсылар Көнсығыш Әрмәнстандан тулыһынса тиерлек ҡыуылған.

1725 йылдың яҙында Ғосман империяһының армияһы Арранды һәм Дағстанды оккупациялаған, шунан Арцах һәм Сюникты уратып ҡыҫҡан.

1726—1728 йылдарҙа Дауыт бәк етәкселегендәге әрмәндәр Кавказ аръяғын яулап алырға ниәтләгән ғосмандарға ҡаршы һуғышҡан. Дауыт бәк үҙенең ғәскәрҙәре менән бер нисә төрөк ҡәлғәһен алған. Дауыт бәк үҙенең отряды менән Алидзор ҡәлғәһендә нығына. Алидзор ҡәлғәһен ғосмандар ҡамаған ваҡытта Дауыт бәк үҙенең отряды төндә ҡапыл һөжүм яһай һәм паникаға бирелгән ғосман армияһын еңгән. Артабан Мегри ауылы тирәһендә ғосмандар йәнә еңелгән. Һөҙөмтәлә Иран шаһы Тахмасп II Сюникта Дауыт бәктең вламын таныған[1] һәм уның менән ғосмандарға ҡаршы союз төҙөгән.

Дауыт бәк 1728 йылда Алидзор ҡәлғәһендә вафат булған.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1944 йылда Ереван киностудияһында режиссёр Амо Бек-Назарян хәрби эшмәкәр тураһында фильм төшөрә һәм уны «Давид-Бек» тип атай, бында төп рольде Рачия Нерсесян башҡарған.
  • 1978 йылда «Арменфильм» һәм «Мосфильм» киностудиялары «Звезда надежды» тигән фильмды прокатҡа сығара. Был фильм Мхитар Спарапет һәм Дауыт бәктең ҡаһарманлы көрәше тураһында Серо Ханзадяндың «Мхитар Спарапет» тарихы романы мотивтары буйынса төшөрөлгән. Фильмдә Дауыт бәктең ролен грузин актёры Эдишер Магалашвили башҡарған.
  • 1950 йылда әрмән композиторы Армен Тигранян «Давид-Бек» операһын яҙған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. George A. Bournoutian. Armenians and Russia, 1626-1796: A Documentary Record. — Mazda Publishers, 2001. — P. 408.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Раффи. Давид Бек. Истор. роман / Пер. с арм. и примеч. Дж. и И. Карумян. — Ереван: Советакан грох, 1987—383 с.: ил.
  • Большая советская энциклопедия