Дальвик

Дальвик (исл. Dalvík‎) — Исландияның ҡалаһы һәм общинаһы.

Географияһы

Дальвик ҡалаһы Исландияның төньяғында, Гренланд диңгеҙенә сығыусы Эйя-фьорд фьорды ярында, Акюрейриҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Ҡала Нордюрланд-Эйстра төбәгенә ҡараусы Дальвикюрбиггд округының административ үҙәге. Дальвик ҡалаһының халҡы 1414 кеше тәшкил итә (01.12 2007 йыл).

Дальвик — эре балыҡ порты. Унан даими паром рейстары башҡарыла, улар Төньяҡ поляр түңәрәгендәге Гримсей утрауы менән Дальвик ҡалаһын бәйләп тора. Эйяфьордур һыуында, Дальвик алдында, Хрисей утрауы урынлашҡан, унда 180 кеше йәшәй. Был утрау Акурейри округына ҡарай. Бальвиктан Исландияның баш ҡалаһы Рейкьявикка тиклем ара 412 километр тәшкил итә.

Тарих

1916 йылда Дальвик ҡалаһында Исландияның өсөнсө президенты Кристиан Эльдьяурн тыуған (19681980).

1934 йылда Дальвик көслө ер тетрәү һөҙөмтәһендә ныҡ емерелгән.

1998 йылда ҡала 2 ауыл общинаһы менән берләштерелә, шулай итеп яңы Дальвикурбиггд округы барлыҡҡа килә.

Туғанлашҡан ҡалалар

  • Дания Виборг
  • Гренландия флагыДания Скорсбисунн
  • Швеция флагы Лунд
  • Flag of Finland.svg Порвоо
  • Норвегия флагы Хамар

Категориялар