Дауытов Гәрәй Дәүләтбай улы

Дауытов Гәрәй Дәүләтбай (8 сентябрь 1946 йыл — 6 декабрь 2008 йыл), уҡытыусы, комсомол, партия һәм мәғариф органдары хеҙмәткәре, журналист. 1990 йылдан Бөрйән районының «Таң» гәзите хәбәрсеһе.

Биографияһы

Гәрәй Дәүләтбай улы Дауытов 1946 йылдың 8 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын 1970 йылда тамамлай. Тормош юлы һәм эшмәкәрлеге Бөрйән районы менән бәйле:

  • мәктәп бүлеге мөдире (1970);
  • ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының 1-се секретары (1973 йылдан);
  • КПСС-тың Бөрйән район комитетында хеҙмәткәр;
  • Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы (1975 йылдан);
  • Әбделмәмбәт урта мәктәбе интернаты мөдире (1980 йылдан);
  • «Урал» колхозы партия ойошмаһы секретары (1978—1980 йылдар);
  • Бөрйән район мәғариф бүлегенең методик кабинеты хеҙмәткәре (1986 йылдан);
  • Бөрйән районы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире (1989 йылдың ғинуар айынан);
  • КПСС-тың Бөрйән район комитетында инструктор (1989 йылдың июнь айынан);
  • Бөрйән районы «Таң» гәзите хәбәрсеһе (1990 йылдан)

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр