Дауытов Зиҡәф Нәби улы
Биографияһы
Зиҡәф Нәбиулы Дауытов 1935 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Бәҙрәш ауылында тыуа.
Белеме — урта махсус, 1972 йылда Өфө нефть техникумын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1954 йылда Черниковканың 5-се һөнәрселек училищеһын таммалағандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында башлай. Һуңынан оператор булып эшләй, 1966 йылдан— өлкән оператор.
1962 йылда 3. Н. Дауытов дизель яғыулығын катализатор ярҙамында көкөртһөҙләндереү заводында яңы производствоны үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнаша Бындай төр ҡоролма ватан сәнәғәтендә беренсе тапҡыр ҡуйыла. З. Н. етәкләгән коллективтың эшкә ижади ҡарауы һөҙөмтәһендә һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) ҡоролманың ҡеүәте бер ярым тапҡырға арта.
3. Н. Дауытов 19 рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә, уларҙы индереү һөҙөмтәһендә 20 мең һумдан ашыу аҡса экономиялана. Үҙенең бай һөнәри тәжрибәһен хеҙмәттәштәре менән бүлешә. 1966—1970 йылдарҙа 18 йәш операторға һөнәр үҙләштерергә ярҙам итә.
Биш йыллыҡ план заданиеларын үтәүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 20 апрелендәге указы менән З. Н. Дауытовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1998 йылға тиклем заводта эшләй, вафат булғанға тиклем Өфөлә йәшәй.
3. Н. Дауытовтың исеме СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министрлығының Почет китабына, Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт Даны китабына индерелгән.
Наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ленин ордены (1971, 1975)
- миҙалдар
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының почет грамотаһы (1968).
- СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1971).
Әҙәбиәт
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Дауытов Зиҡәф Нәби улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- Дауытов Зиҡәф Нәби улы. «Герои страны» сайты.