Джигарханян Армен Борисович

Джигарханян Армен Борисович (әрм. Արմեն Բորիսի Ջիգարխանյան; 3 октябрь 1935 йыл — 14 ноябрь 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, театр педагогы һәм режиссёр. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985)[6].

Биография

Арме́н Бори́сович Джигарханя́н 1935 йылдың 3 октябрендә Әрмән ССР-ының баш ҡалаһы Ереванда тыуған. Тифлис (хәҙерге Тбилиси) әрмәндәренең боронғо ырыуынан.

Арменға ни бары бер ай булғанда, атаһы Борис ғаиләһен ташлап китә, һәм уны тәүге тапҡыр Армен ҙурайғас ҡына күрә. Малайҙы үгәй атаһы тәрбиәләй, улар араһындағы мөнәсәбәттәр бик йылы һәм яҡын була. Армен рус телле мөхиттә үҫә, рус мәктәбендә уҡыһа ла, әрмән һәм рус мәҙәниәте буйынса тәүге мәғлүмәттәрҙе бер төрлө тырышлыҡ менән үҙләштерә. Уның театрға бар күңеле менән ғашиҡ әсәһе Елена Васильевна бер драма һәм опера спектален дә ҡалдырмай.

Мәктәп йылдарында театр һәм кино менән мауыҡҡан Армен, уҡыуын тамамлағас, Театр сәнғәте дәүләт институтына (русса ГИТИС — Государственный институт театрального искусства, хәҙер Рәсәй театр сәнғәте университеты) инеү теләге менән Мәскәүгә юллана. Әммә уңышһыҙлыҡҡа осрай һәм, Ереванға кире ҡайтып, «Арменфильм» киностудияһына оператор ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша.

Армен Борисович Джигарханян 2020 йылдың 14 ноябрендә Мәскәүҙә вафат булды[7][8][9][10]. Ул Ваганьков зыяратында ерләнә[11].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 АРМЕНУ ДЖИГАРХАНЯНУ 70 ЛЕТ // http://www.rusamny.com/archives/342/t02(342).htm // (unknown type) — 1999. — сығ. 342.
  2. Armenian actor Armen Dzhigarkhanyan dies aged 85
  3. 1 2 3 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Record #22948088 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  5. Знаменитые болельщики «Спартака» (урыҫ) // (unknown type)Россия сегодня, 2010.
  6. Армен Борисович Джигарханян(недоступная ссылка) «Кругосвет» энциклопедияһында
  7. Умер Армен Джигарханян. Агентство РИА Новости, 14 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ноябрь 2020)
  8. Названа предварительная причина смерти Джигарханяна. ТАСС, 14 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ноябрь 2020)
  9. «У нас великая профессия»: каким был Армен Джигарханян. Сайт Новости - Майл РУ 2020 йылдың 14 ноябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ноябрь 2020)
  10. Друг Джигарханяна рассказал о причине смерти актера. Сайт Аргументы Недели → Культура. 14 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2020)
  11. Народного артиста Армена Джигарханяна похоронят на Ваганьковском кладбище. Сайт Аргументы Недели → Культура. 15 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2020)

Әҙәбиәт

  • Джигарханян А. Б., Дубровский В. Я. Армен Джигарханян: Я одинокий клоун : Диалоги, монологи, реплики. — М.: АСТ-Пресс, 2002. — 336 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-7805-0949-2. Рецензия 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  • Джигарханян А. В искусстве важно — кто! // Неистовый Андрей Гончаров [: Антология]. М.: АСТ-Пресс, 2003. С.135—140. — ISBN 5-462-00062-6
  • Григорян Л. Р. Армен Джигарханян. — М.: Искусство, 1983. — 160, [32] с. — (Мастера советского театра и кино). — 25 000 экз.
  • Вартанов А. С. Армен Джигарханян. — М.: Киноцентр, 1987. — 100 с. — 100 000 экз.
  • Колосов С. Азарт: Армен Джигарханян // Мой любимый актёр: Писатели, режиссёры, публицисты об актёрах кино: сб. / Сост. Л. И. Касьянова. М.: Искусство, 1988. С.353—370.
  • Дубровский В. Я. Армен Джигарханян // Ленком: сб. / Сост. Б.Поюровский. М.: Центрполиграф, 2000. С. 203—233. — ISBN 5-227-00880-9 («Звёзды московской сцены»)
  • Цыркун Н. А. Армен Джигарханян: Очерк жизни и творчества. — М.: ЭКСМО-Пресс, 2002. — 384 с. — 4 100 экз. — ISBN 5-04-009428-0.
  • Цыркун Н. А. Армен Джигарханян. — М.: Панорама, 2000. — 176 с. — («Мир кино»). — 5 000 экз. — ISBN 5-85220-218-5.

Һылтанмалар

Категориялар