Джон Бёрд

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Джон Бёрд
John Bird
John Bird, founder of The Big Issue, at the launch of the Big Society Network.jpg
Тыуған көнө 30 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Лондон ҡалаһы
Ил
Эшмәкәрлеге Социаль эшҡыуарлыҡ (эшҡыуар һәм менеджер)
Балалары 3
Наградалары һәм премиялары
Британия империяһы ордены кавалеры
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Джон Бёрд (ингл. John Bird; 30 ғинуар 1946) — Британия эшҡыуары һәм менеджеры, The Big Issue урам гәзитен ойоштороусы, уның етәксеһе һәм баш мөхәррире.

Джон Бёрд 1946 йылдың 30 ғинуарында Бөйөк Британияның баш ҡалаһы Лондондоң Ноттинг-Хилл районында ярлы ирланд ғаиләһендә тыуған[1].

Ул алты малай араһында өсөнсөһө була[2].

Ата-әсәләренең ҡуртымға алған торлаҡтарына түләү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, биш йәшенән берәҙәк тормошта йәшәргә мәжбүр була,[2] ә ете йәштән алып ун йәшкә тиклем балалар йортонда тәрбиәләнә[3].

Үҫмер сағында урамда йәшәй, урлап донъя күрә һәм төрмәгә эләгә[2][3]. Төрмәнән сыҡҡас урамда йәшәй һәм тағын төрмәгә ултыра[3].

Полиция эҙәрләүенән Парижға (Франция) ҡаса, The Club (сәйәси төркөм) партияһына инә[2].

1970 сәйәсәттән китә һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай[3].

1991 йылда Анита Роддикменән Body Shop косметик бизнесынан табыш алғандан һуң, 50 000 АҠШ долларына The Big Issue нигеҙ һала[2][4], ә 1995 йылда фонд The Big Issue Foundation өйһөҙҙәргә ярҙам күрһәтә башлай[1].

The Big Issue Invest уңыштары өсөн, Джон Бёрд бер нисә бүләк ала: 1995 йылдың июнендә Британия империяһы ордены ағзаһы була, 1996 йылдың майында БМОның «Яҡшы тәжрибә» шорт-лист премияһын, 2004 йылдың октябрендәUN-Habitat Scroll of Honour Award премияһын ала, 2004 йылда BBC тарафынан «Лондон легендаһы» тип атала, ә 2006 йылда The Beacon Fellowship премияһын ала[5].

2007 йылда Бёрд Лондон мэрына үҙен бойондороҡһоҙ кандидат итеп ҡуям тип белдерә һәм үҙенең манифестын белдерә[6], әммә һуңыраҡ был уйынан баш тарта[7].

2008 йылдың октябрендә Ernst & Young Джон Бёрдты «Йыл социаль эшҡыуары» тип атай[8][9].

2009 йылда Бёрд социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күһәтеү өсөн, үҙенең The Big Issue Invest инвестиция фондын аса.

2013 йылдан Plymouth University хөрмәтле докторы.

  1. 1 2 1049077 - THE BIG ISSUE FOUNDATION (ингл.). Charity Commission. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2015.
  2. 1 2 3 4 5 Nick Davies. The big thing about the Big Issue (ингл.) (март 1994). — The Guardian. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2015.
  3. 1 2 3 4 John Bird (ингл.). National Literacy Trust (2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2015.
  4. Boukhari, Sophie. The Press Takes to the Street (ингл.). UNESCO Courier (февраль 1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2015.
  5. Beacon Fellows (ингл.). beaconawards.org.uk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2015. 2017 йылдың 24 март көнөндә архивланған.
  6. Big Issue owner unveils manifesto (ингл.). BBC (1 май 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2015.
  7. Big Issue founder targets poverty (ингл.). BBC (18 октябрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2015.
  8. Ernst&Young Entrepreneur 2008 award recipients 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
  9. Richard Harpin, CEO of Homeserve Plc, is Ernst & Young ‘UK Overall Entrepreneur Of The Year 2008’