Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы
Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы (төр. Dilek Yarımadası-Millî Menderes Büyük Deltası Parkı) — милли парк статусы булған тәбиғәтте һаҡлау зонаһы, Төркиәнең көнбайышында, Айдын иленең Кушадасы районы территорияһында урынлашҡан. Дилек ярымутрауының 10 985 гектарлыҡ территорияһы 1966 йылдың 19 майында статус ала, ә 1994 йылда уға Оло Мендерес дельтаһының 16 690 гектарҙан торған бер өлөшө ҡушыла[1].
Биологияһы
Милли паркҡа үҫемлектәр һәм хайуандар төрлөлөгө хас. Уның территорияһы Рамсар конвенцияһы, Берн ҡырағай фауна һәм флора һәм тәбиғи йәшәү мөхитен һаҡлау конвенцияһы, биологик төрлөлөк тураһындағы конвенцияға һәм Ҡалып:Барселонская конвенция[1][2] ярашлы һаҡлана.
Флораһы
Парктың төрлө өлөшөндө температура һәм климат айырымлығы күҙәтелеү сәбәпле, бында эгей флораһынан тыш Төркиәнең башҡа яр буйы төбәктәрендә (мәҫәлән, Урта диңгеҙ, Мәрмәр диңгеҙе һәм Ҡара диңгеҙ)[3] осраған төрҙәрҙең булыуы ла ғәҙәти күренеш. Паркта үҫкән һигеҙ йөҙҙән ашыу төр үҫемлектең алтыһы — эндемик үҫемлек, ә утыҙы — абориген төргә ҡарай[1]. Үҫемлектәрҙең тибына килгәндә, бында маквис тибы өҫтөнлөк ала, нигеҙҙә, ҡыҙыл емешле артыш (Juniperus phoenicea) киң таралған. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙың киң таралған төрө — оҙонса япраҡлы груша (Pyrus elaeagnifolia), калабрий ҡарағайы (Pinus brutia) һәм әсе сумаг (Rhus coriaria)[1].
Фаунаһы
Паркта йәшәгән ҡырағай ҡабандарҙы (sus scrofa) пляждар янында күрергә мөмкин, унда улар ял иткән кешеләр ҡалдырған аҙыҡ ҡалдыҡтарын эҙләп барып сыға[4]. Ярымутрау урманында ҡәҙимге сүл бүреһен (Canis aureus) һәм ябай һеләүһенде (Lynx lynx) йыш осратырға була, ә бына буйлы гиеналар (hyaena Hyaena) һәм каракал (Caracal caracal) һирәк осрай[1].
Паркты 250-гә яҡын төр ҡош үҙ иткән, улар араһында һан яғынан иң күбе — кесе баклан (Microcarbo pygmeus), кесе аҡ селәндәр (Egretta garzetta), ялан торомтайы (Falco naumanni), диңгеҙ тәтелдәүеге (Charadrius alexandrinus), диңгеҙ бөркөтө (Haliaeetus albicilla) һәм бөҙрә баба ҡошо (Pelecanus crispus).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Milli Park (төр.). Ekodosd. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2016.
- ↑ Dilek Yarımadası Milli Parkı (төр.). T.C Kuşadası Kaymakamlığı. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2016. Архивировано 10 июль 2015 года.
- ↑ Dilek Peninsula (Kusadasi) National Park. National Parks of Turkey. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2016.
- ↑ Dilek Peninsula National Park 2015 йылдың 10 июль көнөндә архивланған.. Turkey from the Inside. Дата обращения 12 апреля 2016.