Диңгеҙ пехотаһы көнө
Диңгеҙ пехотаһы көнө | |
---|---|
![]() | |
Төрө | Һөнәри байрам |
Башҡа төрлө | День морской пехоты |
Ҡабул ителгән | 19 декабрь 1995 йыл |
Билдәләнә | Рәсәй Федерацияһы |
Дата | 27 ноябрь |
Байрам саралары | 27 ноябрь |
Бәйле | Петра I-нең Указы менән бәйле 16 (27) ноябрь 1705 |
Диңгеҙ пехотаһы көнө — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең диңгеҙ пехотаһы формированиеларында хеҙмәт иткән һәм эшләгән Рәсәй Федерацияһының бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәренең, хәрби бурысы булғандарҙың һәм граждан персоналының һөнәри байрамы. 2024 йылда Рәсәй президенты Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә Диңгеҙ пехотаһы көнөн 27 ноябрҙә билдәләргә ҡарар иткән указға ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем байрамды ошо көндә Хәрби-диңгеҙ флотының башкомандующийы бойороғо нигеҙендә үткәргәндәр[1].
Тарихы һәм байрам итеү
Рәсәйҙең диңгеҙ пехотаһы тарихы XVIII быуат башынып, өс йөҙ йылдан ашыу тарихы булһа ла, «Рәсәй Федерацияһының Диңгеҙ пехотаһы көнө» сағыштырмаса йәш байрам. 1705 йыдың 16 (27) ноябренедә Пётр I Рәсәйҙә тәүге «диңгеҙ һалдаттары]] полкын» булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуя.[2]. 1996 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһының Хәрби-диңгеҙ флотының башкомандующийы, адмирал Феликс Николаевич Громовтың № 253 бойороғо нигеҙендә, тап ошо дата Диңгеҙ пехотаһы көнө итеп билдәләнә[3].
2024 йылда Рәсәй президенты 27 ноябрҙә Диңгеҙ пехотаһы көнөн билдәләргә ҡарар итте. Дәүләт башлығының тейешле бойороғо хоҡуҡи акттар баҫмаһы сайтында баҫылып сыҡты[4].
Өҫтәмә мәғлүмәт
● Диңгеҙ пехотаһының ҡара береттары һәм нашивкаларында карап якоре һүрәтләнгән — был Рәсәй диңгеҙ пехотаһының символы.
● Пехотасыларҙың бүлектәренә ҡарап төрлө талисмандары бар: ҡара пантера, грифон, аҡ айыу һәм дельфин[5].
● Рәсәйҙә «Диңгеҙ пехотаһы» тип аталған номиналы бер һумлыҡ иҫтәлекле аҡса сығарылған. Уның ҡайһы берҙәрендә диңгеҙ пехотаһы һалдаты, башҡаларында — Пётр I һүрәтләнгән. Тәңкәлә составында 7,78 грамм көмөш бар[6][7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә Диңгеҙ пехотаһы көнө тураһында указ баҫылып сыҡты. 27 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ «Там, где мы, там - победа!» История морской пехоты в России . https://spb.aif.ru (27 ноябрь 2015). Дата обращения: 27 ноябрь 2023.
- ↑ Морская пехота . https://structure.mil.ru. Дата обращения: 27 ноябрь 2023.
- ↑ Владимир Путин Диңгеҙ пехотаһы көнөн раҫланы (27 ноябрь 2024). 27 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Рәсәйҙең Диңгеҙ пехотаһы көнө 2024: ҡайһы көндә, байрам тарихы һәм традициялары. 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Диңгеҙ пехотаһы | Рәсәй банкы . cbr.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2024.
- ↑ Диңгеҙ пехотаһы | Рәсәй банкы . cbr.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2024.