Дмитриева Алёна Георгиевна

Алёна Георгиевна Дмитриева (27 сентябрь 1982 йыл)[1] — ултырып волейбол уйнаусы, РЦАФКиС командаһы уйынсыһы; 2018 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында донъя чемпионы[2], һәм 2017 йылда, 2019 йылда Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018).

Биографияһы

Алёна Георгиевна Дмитриева 1982 йылдың 27 сентябрендә Якутияның Сунтар улусы Кемпендяй ауылында тыуған, әсәһе — Людмила. Тренеры — Константин Дмитриевич Гаврильев[1]. Күп йылдар инвалидтар араһында республика ярыштарында сығыш яһай. Республиканың инвалидтарҙы профессиональ һәм медик-социаль реабилитациялауҙың техникум-интернатында уҡый[3]. Ултырып волейбол уйнау буйынса адаптациялы физик культура һәм спорт Республика үҙәге Сунтар волейбол командаһының (РЦАФКиС) Рәсәй чемпионатында ҡатнашыуы буйынса инициатор[4]. Мәскәүҙә йәшәй[5].

2015 йылда Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Европа чемпионатында көмөш призер була, 2017 һәм 2019 йылда һәм Европа чемпионаттары еңеүсеһе[6][7], шулай уҡ 2018 йылда донъя чемпионатында еңеү яулай[8][9]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеменә лайыҡ була.