Дневник.ру

Дневник.ру (Dnevnik.ru башҡ. Көндәлек.ру) — Рәсәй һәм БДБ илдәре мәктәптәрендә белем биреү процестарын цифрлаштырыуға махсуслашҡан ватандың эре EdTech-компанияларының береһе (РБК рейтингында 8 урын)[1]. «Сколково» фондының резиденты булып тора[2].

Dnevnik.ru — Рәсәйҙең 2007 йылда булдырылған электрон платформаһы. 2021 йыл мәғлүмәттәре буйынса, уның менән Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда һәм Үзбәкстанда 4114 мәктәп, 1,6 миллион уҡытыусы, 15,3 миллион уҡыусы һәм 10,5 миллион ата-әсә ҡуллана[3].

Эшләнгән платформала, 2009 йылдан дөйөм белем биреү ойошмалары өлгәште һәм дәрескә йөрөүҙе цифрлы системаға теркәүгә күсеүе башлана. Һөҙөмтәлә Рәсәй мәктәптәрендә уҡыусыларҙың электрон көндәлектәре һәм уҡытыусыларҙың электрон класс журналдары барлыҡҡа килә[4].

Платформа ватан ҡулланыусыһына дәрес теҙмәләрен, уҡыусыларҙың билдәләрен һәм өйгә эштәрен ҡарау, уҡытыу эшмәкәрлеген планлаштырыу һәм уҡытыусылар, ата-әсәләр менән хәбәрләшеү, мәғариф өлкәһендәге һуңғы яңылыҡтарҙы береп тороу мөмкинлеге бирә[2].

Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн Дневник.ру белем биреү платформаһын ҡулланыу бушлай. Компанияға килем уҡыусыларҙың ата-әсәләренең өҫтәмә сервистар (мобиль ҡушымта, билдәләрҙең аналитикаһы һ.б.) өсөн түләүҙәрҙән килә[5]. Рәсәй уҡыусыларының ата-әсәләре Мәскәү өлкәһенең Дневник.ру һәм «Мәктәп порталы» (ошо уҡ компания базаһында булдырылған) платформаларындағы түләүле функцияларға бәйле бер нисә тапҡыр ҡәнәғәтһеҙлек белдерә[6].

Проект тарихы

Дневник.ру компанияһы 2007 йылда Санкт-Петербургта[7] бизнесмендар Г. Леви[8] (2009 йылдан генераль директор) менән А. Зубков (2007 йылдан генераль директор була, һуңынан проекттан китә) тарафынан булдырыла[9].

2008 йыл урталарында платформа беренсе тапҡыр «Рәсәй мәғариф форумы» күргәҙмәһендә күрһәтелә. 2009 йылда уны бета-тестлау уңышлы тамамлана һәм уны Рәсәй мәктәптәренә тоташтырыу процесы башлана. Дөйөм алғанда, проектты 35 сервер һәм ике махсус (облачные) майҙансыҡ хеҙмәтләндерә[10]. 2011 йылда «Дневник.ру» Prostor Capital фондынан 1,7 миллион доллар күләмендә венчур инвестицияларының беренсе траншын ала. Бер йылдан һуң Runa Capital фондынан 5 миллион доллар күләмендә икенсе транш ала[11]. 2012 йылдан Дневник.ру — «Сколково» инновацион фонды резиденты[12].

2019 йыл йомғаҡтары буйынса проект IT-компания SimilarWeb IT-компанияһы даими үткәргән донъялағы иң күп кеше ингән белем биреү ресурстарын рейтингында туғыҙынсы урын биләй. 2019 йылдың декабрендә ресурсҡа инеү һаны 57,5 миллионға етә. Ул — кеше инеү буйынса донъялағы 10 белем биреү платформаһына ингән берҙән-бер Рәсәй платформаһы. Рейтингта Мәскәү өлкәһе эшләгән икенсе проект та — «Школьный портал» бар, ул 19 урын ала[13].

Мәктәптәр өсөн Дневник.ру Рәсәй цифрлы белем биреү платформаһы «Шәхси мәғлүмәттәр тураһында» 152-се федераль закон буйынса хәүефһеҙлектең барлыҡ талаптарын иҫәпкә ала, танылыу ГосУслуги поратлы аша башҡарыла. Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә ГосУслуги порталының баланың өлгәше тураһында мәғлүмәтте алыу Дневник.ру аша тормошҡа ашырыла[14].

Дәғүәселек

Масштабы һәм эшмәкәрлеге буйынса Дневник.ру порталының Рәсәйҙә дәғүәселәре юҡ тиерлек[10]. Әммә белем биреү процестарын цифрлаштырыу өлкәһендә Рәсәй баҙарында башҡа продукттар ҙа бар, мәҫәлән, ЭлЖур белем биреү платформаһы[15] (РФ-ның 8 төбәгендә, Приднестровьела[16], 2023 йылдан — Конго Демократик Республикаһында[17] ҡулланыла).

2016 йылдан Мәскәүҙә «Московская электронная школа» берҙәм белем биреү платформаһы ҡулланыла башлай. 2023 йылдан уға баш ҡала мәктәптәре тулыһынса ҡушыла (яҡынса 3 миллион ҡулланыусы)[18].

Донъя масштабында Дневник.ру платфомаһының дәғүәселәре булып Moodle, Blackboard, Schoology, Edmodo проекттары тора[10].

Наградалары һәм премиялары

  • Мәктәптәр өсөн «Дневник.ру» цифрлы белем биреү платформаһы өс тапҡыр "Рунет премияһы"на лайыҡ була: 2010[19], 2011[20] («Йылдың уҡытыусылар өсөн интернет-проекты»), 2012 («Мәғлүмәт йәмғиәтендә электрон дәүләт»)[21].
  • 2012 йылда «Дневник.ру» E-Learning & Education категорияһында еңеүсе булараҡ, World Summit Awards премияһын ала[22].
  • 2013 йылда World Economic Forum версияһы буйынса «Technology Pioneer» премияһына эйә була[23].
  • 2016 йылда халыҡ-ара Edtech Europe конкурсында белем биреү технологиялары өлкәһендә иң яҡшыһы тип таныла[24].

Иҫкәрмәләр

  1. Дарья Рыжкова, Маргарита Арановская, Инна Рейхард, Светлана Высоких. 35 крупнейших EdTech-компаний России: рейтинг РБК. РБК (27 ноябрь 2020).
  2. 1 2 Исследование платформы «Дневник.ру»: 89% педагогов отметили снижение нагрузки при использовании электронного журнала. https://www.cnews.ru/ (5 сентябрь 2022).
  3. Российские школы стали в три раза активнее отказываться от бумажных журналов за последние пять лет. https://www.cnews.ru/ (31 март 2022).
  4. Информация о компании. https://dnevnik.ru/ (1 май 2018).
  5. Елена Туева. Школьный журнал для всей страны. Коммерсант (2 ноябрь 2020).
  6. Ольга Ананьева. Родители шокированы платной версией электронного дневника: реакция компании. www.ridus.ru (13 сентябрь 2019).
  7. Раздел «О нас». – Официальный сайт «Дневник.ру». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2018. Архивировано 24 сентябрь 2018 года.
  8. «Дневник на стол» Архивная копия от 13 октябрь 2018 на Wayback Machine, газета «Коммерсантъ» (25 апреля 2013).
  9. Личный блог Александра Зубкова о жизни, бизнесе и путешествиях Архивная копия от 22 декабрь 2015 на Wayback Machine.
  10. 1 2 3 «Это бизнес-проект, но с детей, родителей и учителей деньги я брать не буду». – Журнал Forbes, 27 апреля 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2018. Архивировано 23 август 2018 года.
  11. Фонд Runa Capital вложил $5 млн в образовательный портал dnevnik.ru. – Журнал Forbes, 3 сентября 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2015. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
  12. Runa Capital инвестировал $5 млн в образовательную платформу Дневник.ру, резидента Фонда Сколково. – Официальный сайт «Сколково», 4 сентября 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2018. Архивировано 23 август 2018 года.
  13. Школьный портал попал в мировой топ. https://colomna.ru/ (26 ғинуар 2020).
  14. Авторизация через портал Государственных услуг. Портал службы поддержки. Дневник.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2021. Архивировано 28 февраль 2021 года.
  15. Ксения Демидкина. Как восьмиклассник создал конкурента государства на рынке электронных дневников (15 апрель 2021).
  16. С нами работают: Регионы. https://eljur.ru/ (12 сентябрь 2022).
  17. Образование в Демократической Республике Конго будут развивать с помощью цифровых решений ЭлЖура. https://eljur.ru/ (15 июль 2023).
  18. Почти 3 млн пользователей Московской электронной школы: какие сервисы кардинально изменили жизнь россиян и что в планах у разработчиков. https://www.mn.ru/ (30 ғинуар 2023).
  19. Лауреаты Премии Рунета – 2010. – Официальный сайт премии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2018. Архивировано 23 август 2018 года.
  20. Премия Рунета. Номинанты и Лауреаты 2011 года. – Официальный сайт премии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2018. Архивировано 19 сентябрь 2016 года.
  21. Номинанты и Лауреаты 2012 года. – Официальный сайт премии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2018. Архивировано 2 июль 2017 года.
  22. 23 премии для мобильных и веб-разработчиков. – Портал vc.ru, 20 марта 2017 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2018. Архивировано 23 август 2018 года.
  23. Российский образовательный проект Дневник.ру стал новым «пионером» WEF. – Rusbase, 27 августа 2013. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2018. Архивировано 9 октябрь 2018 года.
  24. «Дневник.ру» стал победителем EdTechXEurope 2016. – Официальный сайт «Сколково», 24 июня 2016 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2018. Архивировано 23 август 2018 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә