Дога Евгений Дмитриевич
Дога Евгений Дмитриевич (рум. Eugen Doga; 1937 йылдың 1 марты, Мокра[d] — 2025 йылдың 3 июне, Кишинёв) — СССР һәм Молдова композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1987).
Евгений Дога төрлө жанрлы һәм стилле музыка яҙа. Ул өс балет «Лучафэрул» (Luceafărul), «Венансия», "Королева Марго"ны, «Мөхәббәт диалогтары» операһын, 100-ҙән артыҡ инструменталь һәм хор әҫәрҙәре — симфониялар, алты квартет, «Реквием», тынлы инструменттар өсөн көйҙәр, 13 спектаклгә һәм радиопостановкаға музыка, 200-ҙән артыҡ фильмға, 260-тан артыҡ йыр һәм романс, 70-тән артыҡ вальс авторы. Шулай уҡ балалар өсөн әҫәрҙәр, Мәскәүҙә 1980 йылда үткән Олимпиаданы асыу һәм ябыу церемонияһына, 2014 йылдағы Сочи Олимпиадаһын асыуға бағышланған музыка яҙған[1].
Композитор 70 йәшлек юбилейын үткәргән 2007 йыл Молдавияла «Евгений Дога йылы» тип иғлан ителде[2].
Кишинёв ҡалаһының почётлы гражданины, уның исеме музыка мәктәбенә бирелгән[3].
Биографияһы
Евгений Дмитриевич Дога 1937 йылдың 1 мартында хәҙерге ваҡытта Днестр буйы Молдавия Республикаһы тип йөрөтөлгән (танылмаған) ерҙең Рыбницкий районында Мокра ауылында тыуған.
Атаһы Икенсе донъя һуғышында һәләк булған. Кескәй генә сағынан үк ауыл оркестрын тыңларға яратҡан, уның өсөн көйҙәр уйлап сығарырға маташҡан.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Кишинёвта 1951—1955 йылдарҙа Ш. Няги исемендәге Музыкаль училищеһында виолончель класында уҡый. Уны, алдан музыкль әҙерлеге бер ҙә булмаған көйө, училищеға уҡырға алғандар.
1960 йылда виолончель класы буйынса (уҡытыусыһы Г. С. Хохлов) Г. Музическу исемендәге Кишинёв консерваторияһын (хәҙер Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт Академияһы) тамамлай, 1965 йылда — Соломон Моисеевич Лобелдә һәм Марк Рувимович Копытманда композиция класында шөғөлләнгән[4].
1957—1962 йылдарҙа — Молдаван радиоһы һәм телевидениеһында оркестр артисы булып эшләй. Уҡыу менән параллель рәүештә молдаван композиторҙары һәм ярымпрофессионалдар, шулай уҡ классиктарының: Эдвард Григ, Дмитрий Дмитриевич Шостакович һәм Арам Ильич Хачатуряндың әҫәрҙәрен оркестровкалай. Музыканттың карьераһына һул ҡулының фалижы ҡамасаулай[5].
1957 йылдың 1 ғинуарында «Яңы йыл йыры» (Cântec de anul nou) тигән тәүге әҫәре молдаван радиоһында балалар хоры һәм Шико Бениаминович Аранов етәкселегендәге оркестр тарафынан башҡарыла[6]. Шул уҡ йылдың көҙөндә уның курсташы, буласаҡ опера примадоннаһы Мария Лукьяновна Биешу уның «Баҡсаның аҡ сәскәһе» (Floare dalbă de liadă) йыры менән молдаван телевидениеһында[7] тәүге тапҡыр (дебют) сығыш яһаған. 1963 йылда ул үҙенең ҡыллы инструменттар өсөн тәүге квартетын ижад иткән.
Консерватория тамамлағандан һуң ике йыл музыка яҙмай[8], музыка теорияһы менән мауыға, студенттар өсөн дәреслек яҙа һәм баҫтырып сығара[9].
1962—1967 йылдарҙа Ш. Няги исемендәге Музыка училищеһында композиция предметын, ә Е. Коки исемендәге Музыка училищеһында — музыка теорияһын уҡыта. Шул уҡ йылдарҙа «Молдова китабы» (Кишинёв) нәшриәтендә музыкаль редактор булып эшләй. 1976 йылдан КПСС ағзаһы[10].
Композиторлыҡ ижадынан тыш даими рәүештә концерт һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бөтөн донъя интеллектуаль милек ойошмаһы (Женева) уның музыкалағы юғары ҡаҙаныштарын таныу билдәһе итеп, уны 2007 йылда махсус сертификат менән бүләкләне[11].
2025 йылдың 3 июнендә Евгений Дога 89-сы йәшендә вафат булды[12].
2000-се йылдар
2000-се йылдарҙа Евгений Дога ғаиләһе менән Кишинёвта йәшгән. Яңы музыка яҙыуын, концерт һәм автор осрашыуҙары ойоштороуын дауам иткән, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашҡан.
2012 йылда Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында юбилей концерттары үтә[13], Бухарестың Ateneul Roman концерт залында, Кишинёвтағы Милли һарайҙа, 2013 йылда — Ҡаҙағстанда, 2014 йылда — Томскиҙа, Ставрополдә, Яссыла, Бухареста Titan сәнғәт паркында һ.б. урындарҙа концерттары уҙған.
2014 йылда Румыния академияһының мәҙәниәт, фән һәм мәғариф өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн йыл һайын бүләкләү тантанаһында Ateneum Roman залында, Вольфганг Амадей Моцарт, Джордже Энеску, Иоһанн Штраус (улы), Александр Порфирьевич Бородин әҫәрҙәре менән бер рәттән , уның «Граммофон» вальсы ла яңғыраған[14][15].
Йәмәғәтселек эшмәкәрлеген дә дауам итте. 2012 йылда Халыҡ-ара «Доминанта» Фондын ойошторҙо[16]. 2014 йылда Кишинёвта «Eugen Doga» тип аталған музыка салоны аса[17], бында, композитор әйтеүенсә, рухи яҡтан яҡын кешеләр, музыканттар, сәйәсмәндәр, рәссамдар, эшлекле кешеләр, өсөн музыкаль кисәләр уҙғарыла. Кишинёвта уның исеме менән музыкаль мәктәп һәм урам аталған.[18]
Ғаиләһе
- Атаһы — Дмитрий Фёдорович Дога (1906 й. тыуған).
- Әсәһе — Елизавета Никифоровна Дога (1915 йылда тыуған).
- Ҡатыны — Наталья Павловна Дога (1939 йылда тыуған), инженер, Мәскәү технологик иститутын тамамлаған.
- Ҡыҙы — Виорика Евгеньевна Дога (1966 йылда тыуған), телевидение режиссёры.
- Ейәне — Доминик Дога (2001 йылда тыуған).
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Евгений Дога Молдавия ССР-ы (1966) һәм СССР композиторҙар союзы (1974) ағзаһы. Молдавия ССР-ы кинематографистар союзы (1968) һәм СССР кинематографистар союзы ағзаһы (1975).
1967—1972 йылдарҙа — Молдавия мәҙәниәт министрлығының репертуар-редакцион коллегия ағзаһы .
1987—1991 йылдарҙа — Ленин премияһы һәм СССР Министрҙар Советында СССР-ҙың Дәүләт премиялары буйынса Комитет ағзаһы.
Молдавия парламенты (Молдавия ССР-ы Юғары Советы)ның 9—11 саҡырылыштары депутаты. СССР халыҡ депутаты (1989—1991).
Молдавия фәндәр академияһының действителный ағзаһы (1992).
2001 йылдан — Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең һәләтле балалары» хәрәкәте жюрийының даими рәйесе. 2010 йылда — «Еңеү – быуындар сафында» һәм ғаилә театрҙары фестивалдәре жюрийҙары рәйесе. 1997 йылдан 2002 йылға саҡлы үҙе йәшәгән өйҙә мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләгән — ансамбль «Крылатский козявкалары» (*козявка-ваҡ бөжәк) ансамбе.
Композитор бөтөн ижади эшмәкәрлеге дауамында мәҙәни-ағартыу һәм хәйриә концерттары ойошторҙо.
Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә күп төрлө музыка һәм кинематография фестивалдәре жюрийында даими ҡатнашты: «Ут рухы» фестивале (Ханты-Мансийск, Россия), Кремль кадет балы (Мәскәү), «Бригантина» халыҡ-ара кинофестивале (Бердянск, Украина), Яссы ҡалаһындағы Халыҡ-ара мәғариф фестивале (Festivalului Internaţional al Educaţiei), «Алтын бәһлеүән» халыҡ-ара кинофестивале, Бөтә Рәсәй «Рус балалар балы — китап геройҙары маскарады» хәйриә фестивале, Ветерандарҙың “Барыбыҙға бер Еңеү» нәфис ижады фестивале, «Рәсәй менән күрешеү» фестивале, «Рус әкиәте» федераль әҙәбиәт фестивале һ.б.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Молдавия ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1974)
- Молдавия ССР-ының халыҡ артисы (1984)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1987)
- СССР Дәүләт премияһы (1984) — «Лучафэрул» балеты музыкаһы һәм кино музыкаһы өсөн
- Молдавия ССР-ы Дәүләт премияһы (1980)
- Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге премияһы (1973)
- Молдова Республикаһының Дәүләт премияһы (2008)
- Молдавия Республикаһы ордены (1997)
- IV дәрәжәле «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2008) — музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн[19]
- «Хеҙмәттәшлек» ордены (СНГ (БДБ) Парламент-ара ассамблея, 2007)[20]
- «Тоғро хеҙмәт өсөн» ордены гранд офицеры (Румыния, 2014)[21]
- «Дан Рубин Тәреһе» орден знагы (билдәһе) («Милли байлыҡ» Хәйриә Фонды, Рәсәй, 2007)[22]
- «Быуат меценаты» ордены (2003)
- Изге Николай II ордены
- «Рәсәй ғорурлығы» ордены
- «Ватан файҙаһына тырышҡан өсөн» ордены (2004)
- «Сәнғәткә хеҙмәт итеү» ордены
- «Намыҫ, ғәйрәт, ижад, шәфҡәтлек өсөн» ордены
- Бөйөк Пётр ордены (2006)
- С. Вавилов миҙалы (1998)[23]
- Михаил Ломоносов миҙалы (2005)
- В. Розов миҙалы (Рәсәй, 2004)[24]
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (Рәсәй, 2009)
- «Кеше -2000» алтын миҙалы (АҠШ)
- «Михай Эминеску» почётлы дипломы (Михай Эминеску исемендәге фонд һәм «Бөтә румындарҙы мәҙәни берләштереү лигаһы», Бухарест, 2000)
- Брно ҡалаһында үткән музыкаль фильмдарҙың халыҡ-ара фестивале Гран-прийы (Чехословакия, 1991) — киномузыка өлкәһендә айырым ҡаҙаныштары өсөн
- «Алтын Бәһлеүән» - славян һәм православие динлеләрҙең Халыҡ-ара кинофестивале призы (1993) — «Ҡара ҡауҙы» фильмына музыка өсөн
- Ялта ҡалаһында үткән I Халыҡ-ара кинофестивалендә «Сағыштырғыһыҙ» фильмына иң яҡшы музыка өсөн приз (1997)
- «Овация» премиялары (2002, 2008)[25][26]
- «Тыуған ил хазинаһы» премияһы («Родина» журналы, 2004)
- «Мээрим» халыҡ-ара хәйриә фонды премияһы (Ҡырғыҙстан, 2005)
- «Ватан маяҡтары» Бөтә Рәсәй премияһы (2007)[27]
- Композиторҙар союзының халыҡ-ара CALLATUIS премияһы (Румыния, 2009) — музыка үҫешенә индергән өлөшө өсөн
- «Алтын бөркөт» кино премияһы (2010) — «Миләшле вальс» фильмына музыка өсөн
- «Алтын Бәһлеүән» - славян һәм православие динлеләрҙең Халыҡ-ара ХХ Кинофестивале (МКФ) призы (Курск, 2011) — за музыку к фильму «Миләшле вальс» фильмына музыка өсөн[28]
- «Тыуған ил хазинаһы» премияһы («Родина» журналы, 2004)
- «Алтын йөрәктәр» - Мәрхәмәтлек өсөн Беренсе Милли премия (Рәсәй, 2014)[29]
- Халыҡ-ара «Мастер Класс» сәнғәт фестиваленең Оҫта Башлығы (Шапочка Мастера) (2004)[30][31]
- Бөтөн донъя интеллектуаль милек ойошмаһының махсус сертификаты (Женева, 2007) — музыкала юғары ҡаҙаныштарын таныу билдәһе итеп[11]
- 2007 йылды, композитор үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән йылды, Молдовала Евгений Дога Йылы тип иғлан иттеләр
- «Почётлы доктор» («Почётный доктор», «Doctor honoris causa») (Молдавия Фәндәр Академияһы, 2000)
- «Ника» Рәсәй кинематография сәнғәте академияһы академигы
- К.В.Россинский исемендәге Краснодар халыҡ-ара хоҡуҡ, иҡтисад, гуманитар фәндәр һәм идара итеү институтының почётлы профессоры
- Халыҡ-ара Меценатлыҡ Академияһы академигы (Рәсәй)
- Халыҡ-ара мәҙәниәт һәм сәнғәт Академияһы почётлы академигы (Рәсәй)
- Петр фән һәм сәнғәт академияһы академигы (Рәсәй)
- Кишинёв ҡалаһының почётлы гражданины (2007).
Ҡырым астрофизика обсерваторияһы астрономы Людмила Васильевна Журавлёва 1987 йылдың 22 октябрендә асҡан астероидты (кескәй планета) Евгений Дога исеме менән атаған: (10504) Дога [32].
Билдәле йырҙары
- «Минең аҡ ҡалам» (Георгий Дмитриевич Водэ һүҙ.) — София Михайловна Ротару башҡара
- «Ямғыр тауышы минең төшөмә керҙе» (Владимир Яковлевич Лазарев һүҙ.) — Надежда Алексеевна Чепрага һәм В. Коннов башҡара
- «Миңә йәйҙе кире ҡайтар» (Р. Казакова һүҙ.) (халыҡ һүҙҙәре) — Н. Чепрага башҡара
- «Һинең күҙҙәреңә ышанам» (И. Подоляну һүҙ.) — С. Ротару башҡара«
- «Яҙ-мөхәббәт тиҫтере» (Илья Рахмиэлевич Резник һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Нептун йыры» (Михаил Исаевич Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
- «Ҡояшлы көн» (В. Лазарев һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Егеттәр етешмәй» (Феликс Иванович Чуев һүҙ.) — М. Кодряну башҡара
- «Мария, Мирабела» (Г. Виеруһүҙ. , Валентин Дмитриевич Берестов һәм Евгений Данилович Агранович тәрж.) — Леонид Фёдорович Серебренников, Н. Чепрага башҡара
- «Амор» (Г. Виеру һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Строевой йыр» (Ф. Чуев һүҙ.) — Мария Петровна Кодряну башҡара
- «Днестр — ғорурлығым минең» (Г. Водэ һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Барыһы ла мөхәббәттән башлана» (Андрей Дмитриевич Дементьев һүҙ. — Павел Евгеньевич Смеян башҡара
- «Беҙҙең урам күгәрсендәре» (Э. Лотянуһүҙ.) — М. Ивануш башҡара
- «Кеше тауышы» (Роберт Иванович Рождественский һүҙ.) — Н.А. Чепрага башҡара
- «Мөхәббәт ябай ғына башлана» (М. Танич һүҙ.) — Лариса Александровна Долина башҡара
- «Һағыш — һәр саҡ һағыш» (П. Крученюк һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Таңда ер ҡалай матур» (В. Лазарев һүҙ.) — Иосиф Давыдович Кобзон башҡара
- «Йөҙөргә, йөҙөргә» (Николай Михайлович Рубцов һүҙ.) — Л. Серебренников башҡара
- «Кешеләр, бәхетле булығыҙ!» (А. Дементьев һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Мин уйланым да юраным» (Ф. Чуев һүҙ.) — И. Баженова, М. Кодряну башҡара
- «Киноның һуңғы сеансында» (М. Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
- «Раданың йыры» (В. Захарие һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Күк йондоҙҙар яҡтылығы» (Лев Иванович Ошанин һүҙ.) — М. Кодряну һәм Ион Андреевич Суручану башҡара
- «Нанэ цоха» (В. Василаки һүҙ.) — Н. Чепрага
- «Беҙҙе сиркәүҙә никахламанылар» (А. Никифоров һүҙ.) — А. Литвиненко башҡара
- «Мәскәү менән күрешеү» (М. Лаписов һүҙ.) — Н. Чепрага һәм Л. Серебренников башҡара
- «Сейә» (М. Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
- «Гитара ҡылдары» (Яков Аркадьевич Халецкий һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Алыҫ алыҫтарҙа» (В. Лазарев һүҙ.) — Алла Борисовна Пугачёва башҡара
- «Күңелле туй» (Н. Чепрага һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Бейеү майҙансығы» (М. Танич һүҙ.) — Л. Долина башҡара
- «Осрашҡанға саҡлы» (Г. Виеру һүҙ.) — Н. Чепрага башҡара
- «Ер тәьҫире» (Леонид Николаевич Мартынов һүҙ.) — Л. Серебренников башҡара
- «Таня Савичева хаҡында йыр» (Виктор Борисович Гин һүҙ.) — Э. Пьеха башҡара
- «Көҙгө көнкәйҙәр» (Михаил Львович Матусовский һүҙ.)
- «Молдова Кодры тауы» (Г. Водэ һүҙ., В. Лазарев тәрж.) — С. Ротару, Н. Чепрага башҡара
- «Сәскәләр диңгеҙе» (А. Чокану һүҙ.)
- «Кодрий мей фрумошь» («Минең гүзәл Кодры») (П. Крученюк һүҙ.)
- «Мин һәм һин» (Л. Ошанин һүҙ.)
- «Панчавэ»
- «Кәкүккәй»
- «Хуш еҫле гөлләмә кеүек» һ.б.[33]
Композиторҙың фильмографияһы
- 1968 — Нужен привратник
- 1968 — Коза и трое козлят (анимационный)
- 1969 — Десять зим за одно лето
- 1969 — Один перед любовью
- 1969 — Свадьба во дворце
- 1969 — Кошелек с двумя денежками (анимационный)
- 1970 — Взрыв замедленного действия
- 1970 — Вино долгой жизни
- 1970 — Крутизна
- 1970 — Трынта
- 1971 — Красная метель
- 1971 — Лаутары (фильм) (совм. с Исидор Моисеевичем Бурдиным)
- 1971 — Лето рядового Дедова
- 1971 — Время Ч
- 1971 — Cişinău,Chişinău (документальный)[34]
- 1972 — Красно солнышко
- 1972 — Весенние созвучия
- 1973 — Советская Молдавия (документальный)
- 1973 — Днестровские мелодии — эпизод
- 1973 — Дом для Серафима
- 1973 — Зарубки на память
- 1973 — Зеленая волна (короткометражный)
- 1973 — Хвастунишка Петрикэ (анимационный)
- 1974 — Гнев (фильм, 1974)
- 1974 — Долгота дня
- 1974 — Обновлённая земля (документальный)
- 1974 — Секрет ЛСУ (анимационный)
- 1974 — Птицы нашей молодости (фильм-спектакль)
- 1975 — Парта Гугуцэ (анимационный)
- 1975 — Мария (фильм) (телефильм)
- 1975 — Конец света
- 1975 — Москва-Владивосток
- 1975 — Спасибо, Тулица (военфильм)
- 1976 — Не верь крику ночной птицы
- 1976 — Случай на фестивале
- 1976 — Стажёр (фильм, 1976)
- 1976 — Табор уходит в небо (совм. с Исидором Моисеевичем Бурдиным и Валерием Александровичем Зубковым)
- 1975 — Гугуцэ-почтальон (анимационный)
- 1977 — Корень жизни
- 1977 — Кто - кого
- 1977 — Сказание о храбром витязе Фэт-Фрумосе
- 1978 — Яблоко раздора
- 1978 — Мой ласковый и нежный зверь
- 1978 — Человек и время
- 1978 — По совести
- 1978 — Телега
- 1978 — Сказка как сказка
- 1979 — Весенняя Олимпиада, или Начальник хора
- 1979 — Этот фантастический мир Выпуск 1 (фильм-спектакль)
- 1979 — Этот фантастический мир Выпуск 2 (фильм-спектакль)
- 1979 — Здесь, на моей земле
- 1979 — И придет день...
- 1979 — Я хочу петь
- 1980 — Этот фантастический мир Выпуск 3 (фильм-спектакль)
- 1980 — Этот фантастический мир Выпуск 4(фильм-спектакль)
- 1980 — «Мерседес» уходит от погони
- 1981 — Восьмое чудо света (фильм, 1981)
- 1981 — Этот фантастический мир Выпуск 5 (фильм-спектакль)
- 1981 — Этот фантастический мир Выпуск 6 (фильм-спектакль)
- 1981 — Мария, Мирабела (анимационный)
- 1981 — Портрет жены художника
- 1981 — Андриеш (фильм) (анимационный)
- 1981 — Дети, солнышко и снег (анимационный)
- 1982 — Гонки по вертикали
- 1982 — Этот фантастический мир Выпуск 7 (фильм-спектакль)
- 1982 — Остановите поезд! (анимационный)
- 1982 — Про белую розу, которая умела краснеть (анимационный)
- 1983 — Анна Павлова (фильм)
- 1983 — Найди на счастье подкову
- 1983 — Серебряный возраст
- 1983 — Одиноким предоставляется общежитие
- 1984 — Зачем человеку крылья
- 1984 — Если можешь, прости (фильм)
- 1984 — Этот фантастический мир Выпуск 9 (фильм-спектакль)
- 1984 — Хроника одного лета
- 1984 — Как стать знаменитым
- 1984 — Столкновение (фильм)
- 1984 — Третий в пятом ряду
- 1984 — Что у Сеньки было
- 1985 — Валентин и Валентина
- 1985 — Далёкий голос кукушки
- 1985 — Дикий ветер (фильм)
- 1985 — Осенние утренники
- 1985 — Танцплощадка (фильм)
- 1985 — С юбилеем подождём
- 1986 — Белая лошадь - горе не моё (фильм-спектакль)
- 1986 — Затянувшийся экзамен
- 1986 — Лучафэрул (фильм)
- 1986 — Дань (фильм)
- 1986 — Bujorel. Легенда о пионе (анимационный)
- 1987 — Возвращение (фильм, 1987)
- 1987 — Причалы (фильм)
- 1988 — Брат, найди брата!
- 1988 — Дикарь (фильм, 1988)
- 1988 — Умение кидать мяч (видеофильм)
- 1988 — Борьба с тенью
- 1988 — Этот фантастический мир Выпуск 14 (фильм-спектакль)
- 1988 — Коршуны добычей не делятся
- 1989 — Мария, Мирабела в Транзистории
- 1989 — Стук в дверь
- 1989 — Неприкаянный
- 1989 — Святая святых (фильм-спектакль)
- 1990 — Захочу — полюблю
- 1990 — Взбесившийся автобус
- 1990 — Внимание, ведьмы!
- 1991 — Маэстро с ниточкой
- 1991 — 1000 долларов в одну сторону
- 1991 — Виновата ли я (фильм)
- 1991 — Исчадье ада
- 1991 — Путана
- 1991 — Седая легенда (фильм)
- 1992 — Без улик (фильм, 1992)
- 1992 — Господа артисты
- 1992 — Звёзды на море
- 1992 — Зверь, выходящий из моря
- 1992 — Убийство в Саншайн-Менор
- 1992 — Казино (фильм, 1992)
- 1992 — Кооператив «Политбюро», или Будет долгим прощание
- 1993 — Несравненная (фильм)
- 1993 — На Муромской дорожке
- 1993 — Рядовой случай
- 1993 — Сделай мне больно
- 1993 — Чёрный аист (фильм)
- 1994 — Джамиля (фильм, 1994)
- 1994 — Бульварный роман
- 1995 — Грешные апостолы любви
- 1995 — Чёрная вуаль (фильм)
- 1995 — Абрахам (фильм) (анимационный)
- 1996 — Королева Марго (телесериал)
- 1996 — Милый друг давно забытых лет
- 1997 — На заре туманной юности (фильм, 1997)
- 1998 — Кольца всевластия (совм. с О. Монтесом и Ф. Севером)
- 1999 — Опять надо жить
- 2001 — Курортный роман
- 2001 — Прокрустово ложе
- 2002 — Там, где восток
- 2003 — Благословите женщину
- 2003 — Чёрная метка (фильм, 2003)
- 2004 — Весьегонская волчица (фильм)
- 2004 — На углу у Патриарших-4
- 2004 — Начало пути
- 2004 — Не все кошки серы
- 2004 — Рокировка
- 2004 — Я тебя люблю
- 2005 — Косвенные улики
- 2005 — Плата за любовь
- 2006 — Дом-фантом в приданое
- 2006 — Кромъ
- 2006 — Первое правило королевы
- 2006 — Седьмое небо
- 2006 — Проверка (фильм)
- 2006 — Соблазн
- 2007 — Артистка (фильм)
- 2007 — Каникулы любви
- 2007 — Тормозной путь
- 2008 — Ой, мамочки...
- 2008 — Поллианна (фильм, 2008)
- 2009 — Оправдание Гоголя (документальный)
- 2009 — Румынский Стате (совм. с О. Монтесом и Ф. Севером)
- 2009 — Кромовъ
- 2009 — Рябиновый вальс
- 2010 — Отдых в Ницце (телефильм) (совм. с О. Монтесом и Ф. Севером)
- 2010 — Золотая рыбка в городе N
- 2010 — Выпускной на минном поле[35]
- 2010 — Наследственность (фильм) (совм. с Л. Мустатой и R. Mada)
Евгений Дога тураһында китаптар һәм фильмдар
Китаптар
- «Евгений Дога» — Ефим Маркович Ткач. Кишинев, 1980 (на молд. яз., кириллица)
- «В созвездии таланта» Е. Ткач. (о композиторе Е. Доге; там же, 1979, № 4)
- «Мир звуков Евгения Доги» Е. Ткач. (Aurora, СРР, 1979, № 15)
- «В зеркале мгновений». Е. Шатохина. Издательство «Тимпул» (1989, рус.)[36]
- Eugen Doga: Compozitor, academician /Acad. de Şt. a Moldovei; coord. : GheorgheDuca. — Ch. : Î.E.P. «Ştiinţa». — (Col."Academica").Vol. 3. — 2007. (румын.)
- «Евгений Дога — знакомый и неизвестный». Евгений Самойлович Клетинич. Издат.объед. Композитор, 1999. — 227 с.
- «În do major / Eugen Doga»; Лариса Туря, Tipografia Centrală. graf.: V. Cutureanu, D. Mazepa. — Ch.: [s.n.], 2007. — 63 p.)румын.)
- «Немузыкальные россыпи, или Вихревая спираль времени». В настоящей книге собраны автобиографические заметки Е. Д. Доги, его эссе, интервью, переписка с поклонниками, друзьями, близкими и родными. Издательство: Любимая Россия, 2008 г.
- «Meditaţie pe portativ», Victor Crăciun, Eugen Doga, Ducureşti. (румын.)
- «Eugen DOGA: Muzica este prima şi ultima mea iubire» Luminiţa Duimbrăveanu, (editura Prut Internaţional, 296 pagini, Chişinău). 7 mai 2013. (румын.)[37]
Фильмдар
- Евгений Дога. Эмиль Лотяну.
- Поэты Европы. Юрий Вондрак, 2000.[38]
- Петербургские каникулы. 2007.[39]
- Eterna. Teleradio Moldova. 2010 год. (Румынский язык).[40]
- Белый город. ГТРК «МИР». 2010 г.[41]
- Партитура моей жизни. Partitura vieţii: Eugen Doga la 75 de ani. 2012.(румын.)[42]
- Filmul «Eugen Doga». Studioul «Flacăra Film», Luminiţa Dumbrăveanumai, 2013.(румын.)[43] (Фильм получил главный приз на Международном фестивале «HERCULES.ro». UNIMEDIA[44]. 28 июля 2014)
Иҫкәрмәләр
- ↑ [http://www.1tv.ru/news/culture/200272 Композитор Евгений Дога бөтөн халыҡ яратып ҡабул иткән әҫәрҙәр ижад иткән. Первый канал. 1.03.2012, 75-летие Е. Доги
- ↑ Композитор Евгений Дога празднует 70-летний юбилей. 01.03.2007 // Росбалт, Главные новости
- ↑ Почетный гражданин Кишинева. 2014 йылдың 19 август көнөндә архивланған. Экономическое обозрение. № 7 (695) 23 февраля 2007
- ↑ Евгений Дога
- ↑ «Семью надо изначально строить по своему разумению, беречь друг друга, любить…» 2014 йылдың 14 август көнөндә архивланған.. Камертон. издание Фонда «Русское единство». Москва, № 58 — Август 2014
- ↑ «Именно в оркестре Шико Аранова прозвучали первые произведения начинающего композитора Евгения Доги». Аранов, Шико Бениаминович — Джаз-оркестр Шико Аранова «Букурия»
- ↑ Евгений Дога назвал Марию Биешу великой артисткой с уникальным голосом. 2014 йылдың 11 сентябрь көнөндә архивланған. Канал Россия. Культура.
- ↑ Творческий портфель композитора " Евгений Дога "
- ↑ Teoria elementară a muzicii: man. pentru şc. de muz. / Eugen Doga, Loghin Ţurcanu. — Ch.: Lumina, 1991. — 464 p
- ↑ ДОГА Еужениу (Евгений Дмитриевич) Кино: Энциклопедический словарь/Гл. ред. С. И. Юткевич; Редкол.: Ю. С. Афанасьев, В. Е. Баскаков, И. В. Вайсфельд и др.- М.: Сов. энциклопедия, 1987.- 640 с., 96 л. ил.
- ↑ 1 2 Certificate Wipo Creativity avard 2014 йылдың 19 август көнөндә архивланған.
- ↑ Ушел из жизни композитор Евгений Дога. otr-online.ru (3 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2025.
- ↑ В Большом зале московской консерватории прошел авторский вечер Евгения Доги 2014 йылдың 14 август көнөндә архивланған.. Мир 24. 19.05.2012
- ↑ Gala Premiilor Marii Loji Naţionale din România 2014 йылдың 14 август көнөндә архивланған.. 1-08-26 — Eugen Doga, «Gramofon»
- ↑ Gala Premiilor Marii Loji, Editia a IV-a. Concert extraordinar la Ateneul Roman Программа концерта.
- ↑ Фонд «Доминанта» 2014 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Евгений Дога реализовал давнюю мечту о создании творческой мастерской. 2014 йылдың 14 август көнөндә архивланған. Publica.md. 18.01.2014
- ↑ Появились таблички с новыми названиями улиц Кишинева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2016.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10.01.2008 № 27 2013 йылдың 10 май көнөндә архивланған.
- ↑ Постановление Совета МПА СНГ 13.05.2007 № 19 2012 йылдың 5 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Președintele României, Traian Băsescu a decorat mai multe personalităţi din RM printre care Constantin Tănase, Dorin Chirtoacă și Eugen Doga. Timpul. 26 Martie 2014
- ↑ Национальное достояние :: Новости 2015 йылдың 12 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Центральная Научная Библиотека «А. Лупан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2015. Архивировано 12 февраль 2015 года.
- ↑ Дога, Евгений Дмитриевич — RuData.ru 2021 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ «Овация» в зале и за кулисами. Ваш досуг. 11 июня 2002 г.
- ↑ Овация. Национальная российская премия в области музыкального искусства 2014 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ НАЗВАНЫ ЛАУРЕАТЫ ВСЕРОССИЙСКОЙ ПРЕМИИ «МАЯКИ ОТЧИЗНЫ» 2014 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Ограничение нагрузки сайта 2015 йылдың 8 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ ТАСС
- ↑ Городовой. 23 июня 2010
- ↑ Шапочка Мастера была торжественно вручена Евгению Доге. 2014 йылдың 19 август көнөндә архивланған. Событие состоялось на Дворцовой площади Петербурга, награду вручил Президент фестиваля — Михаил Пиотровский.
- ↑ База данных MPC по малым телам Солнечной системы (10504) (инг.)
- ↑ Каталог произведений " Евгений Дога ". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2015. Архивировано 8 февраль 2015 года.
- ↑ Ограничение нагрузки сайта 2015 йылдың 12 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ КиноПоиск.ru - Все фильмы планеты
- ↑ «В зеркале мгновений».(недоступная ссылка) Издательство «Тимпул» (1989 г.). Елена Шатохина
- ↑ Prima şi ultima iubire a lui Eugen Doga. Teleradio Moldova. 08 Mai 2013
- ↑ ЕВГЕНИЙ ДОГА - "Поэты Европы". Евгений Дога. (17 авг. 2013).
- ↑ Евгений Дога. "Петербургские каникулы". Евгений Дога. (5 янв. 2014 г.).
- ↑ Eterna. Евгений Дога. (21 октября 2014).
- ↑ Белый город. Евгений Дога. (16 окт. 2014).
- ↑ Partitura vieţii: Eugen Doga la 75 de ani. TRM
- ↑ Eugen Doga. FlacaraFilm FlacaraTV. (11 июля 2014 г.).
- ↑ (video) Documentarul «Eugen Doga» a adus la Chişinău Premiul Mare la Festivalul Internaţional de Film HERCULES 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- dogamusic.com — Евгения Доги рәсми сайты
- Музыкальный сервер в Молдове, посвящённый композитору Евгению Доге
- Видеоканал «EUGEN DOGA»
- Видеоканал «ЕВГЕНИЙ ДОГА».
- сайт ДОГАСФЕРА композитора Евгения Доги 2016 йылдың 29 май көнөндә архивланған.
- Дога Евгений Дмитриевич (инг.) Internet Movie Database сайтында
- Ҡалып:Библус
- ИА REGNUM, «Президента — вынести из офиса и выбросить в мусорный бак»: Молдавия перед выборами.