Дондағы Ростов аэропорты
Дондағы Ростов аэропорты | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||
ИАТА: ROV – ИКАО: URRR – Внутр. код: УРРР | ||||||||||
Мәғлүмәт | ||||||||||
Аэропорт төрө | граждандар | |||||||||
Ил | Рәсәй | |||||||||
Урынлашыуы | Ростов өлкәһе, Дондағы Ростов ҡалаһының көнсығыш өлөшө | |||||||||
Асылыу датаһы | 25 июнь 1925 | |||||||||
оператор | ААЙ « Дондағы Ростов аэропорты» | |||||||||
өсөн аралаш аэропорт | UTair | |||||||||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 83,5 м | |||||||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+3 | |||||||||
Эш ваҡыты | тәүлек әйлнәһенә | |||||||||
Сайт | Аэропорт сайты | |||||||||
Карта | ||||||||||
Рәсәй картаһында урынлашыуы |
||||||||||
Осоу-ултырыу һыҙаттары | ||||||||||
|
||||||||||
Статистика (2015) | ||||||||||
Йыллыҡ пассажир ағымы | ▼ 2 062 761 чел.[1] | |||||||||
[2][2] | ||||||||||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Дондағы Ростовтың көнсығыш өлөшөндә ҡала үҙәгенән яҡынса 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ростов өлкәһендә берҙән-бер халыҡ-ара аэропорт.
Дөйөм белешмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2014 йылда 2,342 млн пассажир хеҙмәтләндереп, Рәсәй аэропорттары араһында хеҙмәтләндерелгән пассажирҙар ағымы һаны буйынса 12-се урынды биләй һәм Рәсәй аэропорттарының иң тығыҙ йөклө аэропорттарының береһе булып тора.
Рәсми сайт мәғлүмәттәре буйынса, аэропорттың 2014 йылда аэропортта 45 Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары даими рәүештә 78 йүнәлештә осоштар яһай. Башлыса өс авиакомпания — «Донавиа», «ЮТэйр» һәм «S7 Airlines» -пассажирҙарҙың 50 % осороп хеҙмәт итә. Аэродром Airbus A310, Airbus A319, Airbus A320, Boeing 737—400, Boeing 737—500, Boeing 737—800, Boeing 757—200, Boeing 767—300, CRJ, Ан-124, Ил-62, Ил-76, Ту-154, Ту-204, Ту-95 самолеттарын һәм уларҙан еңелерәк самолеттарҙы һәм төрлө типтағы вертолеттарҙы ҡабул итергә һәләтле.
Аэропорт Донавиа авиакомпанияһына ҡарай һәм уның төп базаһы булып тора. Шул уҡ был халыҡ-ара аэропортында UTair базала тора.[3].
Урынлашҡан урыны һәм хеҙмәт күрһәтеү территорияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аэропорт «Дондағы Ростов» ҡала округы сиктәрендә Первомайский районындағы ҡаланың тарихи һәм эшлекле үҙәгенән көнсығышта 9 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул төрлө яҡтан ҡала ҡоролмалары меән уратылған. Аэропорт көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан һәм көнсығыштан Пилоттар ҡасабаһы, Фрунзе, Александровка, Кирпичный микрорайондары менән сикләнгән; уның төньяҡ-көнсығышында 1,2 км алыҫлыҡта III категориялы автомобилдәр юлы үтә һәм Аксай ҡалаһының шәхси йорттары тора. Яҡында эшләүсе пассажирҙар аэропорты "Таганрог—Южная" унан 70 км көнбайышта тора. Яҡындағы йөк һ.б. аэропорттар түбәндәгеләр:
- «Дондағы Ростов—Северный» эксперименталь авиацияһының вертодромы(«Роствертол» заводының һынауҙар үткәреү базаһы) 7 км көнбайышта;
- Хәрби аэродром «Дондағы Ростов—Центральный» Дондағы Ростов ҡалаһының төньяҡ-көнбайыш сигендә 14 км алыҫлыҡта. Күккә осоу һәм ергә төшөү һыҙатының ВПП) оҙонлоғо — 2400 м.
Аэропорт Рәсәй Федерацияһының халыҡ һаны буйынса алтынсы урында торған (4,3 млн) Ростов өлкәһен һәм уның яҡын тирәһендәге территория хеҙмәтләндерә. Өлкәләге пассажирҙар хеҙмәтләндереүсе аэропорт араһында берҙән-бер халыҡ-ара статуслы аэропорт. Ул күп халыҡлы Дондағы Дондағы Ростов, Таганрог, Батайск, Новочеркасск, Аксай һәм Шахты ҡалалары халҡын (2,57 миллион кеше, йәғни өлкә халҡының 60 %) хеҙмәтләндерә. Был хәл уны Рәсәй көнъяғының ҙур агломерациялы биләмәһе тип һанарға һәм Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе буйынса 4-се урынды биләп тора тип атарға мөмкинлек бирә. Алдағы йылдарҙа аэропортты Ростов-Шахты агломерацияларына , Аҡсай районының Грушевский ауылы биләмәһенең буш ятҡан ерҙәренә күсереү планда тотола[4] .
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Пассажиропоток ростовского аэропорта на внутрироссийских авиарейсах по итогам 2015 года вырос на 3,3% (14 ғинуар 2016). Дата обращения: 27 ғинуар 2016.
- ↑ 2,0 2,1 аэропорт РОСТОВ-НА-ДОНУ -> Об Аэропорте -> Новости -> Пассажиропоток ростовского аэропорта по итогам года вырос на 6,9%
- ↑ Новые маршруты UTair из Ростова . airlines-inform.ru (11 апрель 2011). Дата обращения: 30 июль 2012. Архивировано 7 август 2012 года.
- ↑ Инвестиционное предложение «Международный аэропорт „Южный“» . Агентство инвестиционного развития Ростовской области. Дата обращения: 30 июль 2012. Архивировано 7 август 2012 года. 2012 йылдың 8 сентябрь көнөндә архивланған.